Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
15 Март 2023, 16:35

Дүрт йәштә өйрәндем

Улы, уҡыуынан туҡтап: - Мин һиңә иҫәрме ни өс йәштә китап уҡып ултырырға!..

Дүрт йәштә өйрәндем
Дүрт йәштә өйрәндем

Әхирәтемә ҡунаҡҡа килгәнбеҙ. Биш йәшлек улы шып-шыма, бер хатаһыҙ, тасуири итеп китап уҡып ултыра. Һоҡланып ҡарап торҙом да:

- Оһо, ҡалай матур уҡый! – тинем.

Әхирәтем:

- Ул өс йәшендә уҡый башланы! – тине.

Улы, уҡыуынан туҡтап:

- Мин һиңә иҫәрме ни өс йәштә китап уҡып ултырырға! Өс йәштә хәрефтәрҙе генә өйрәндем, дүрт йәшемдә саҡ уҡый башланым! – тине лә, уҡыуын дауам итте.

А. Сирбаева.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: