Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
7 Февраль 2023, 19:30

Замана ысынбарлығы

Ошо көндән алып ҡатын үҙгәрә башлай. Йөҙөнә йылмайыу ҡуна. Төҫ-ҡиәфәте яҡшы яҡҡа үҙгәргән ҡатынына иренең дә ҡарашы ыңғайлана. Балалар әсәһенең йылмайыуы китмәһен өсөн уны борсомаҫҡа тырыша...

Замана ысынбарлығы
Замана ысынбарлығы

Замана ысынбарлығы

Бер ҡатын тормош мәшәҡәттәренә сумып, гел ҡабалан йөрөгән. Йылмайыуҙың ни икәнен дә онотҡан. Тыңлауһыҙ балалар, мыжыҡ ир, тауыҡ сүпләһә лә – бөтмәҫ эш... Шул тиклем арыған ул. Балаларын ҡысҡырып-ҡысҡырып әрләгән, үҙен ире “һәпрә, бер нәмәгә өлгөрә алмайһың, өйҙә ултырып” тип аҡырып әрләгән.

Бер көн тамам әлһерәп ул йөҙйәшәр бабайға барған. “Аҡыл өйрәт миңә, кәңәш бир! Арыным, башҡа сыҙар әмәлдәрем ҡалманы”,-ти ул.

Бабай уға кәңәш бирә. Ошо көндән алып ҡатын үҙгәрә башлай. Йөҙөнә йылмайыу ҡуна. Төҫ-ҡиәфәте яҡшы яҡҡа үҙгәргән ҡатынына иренең дә ҡарашы ыңғайлана. Балалар әсәһенең йылмайыуы китмәһен өсөн уны борсомаҫҡа тырыша. Әммә ҡатын көн һайын бер сәғәткә бер бүлмәгә инеп бикләнә икән. Ире лә, балалары ла бик тә белгеһе килә уның нимә эшләгәнен. Бер көн улар аңдып ҡарап тора һәм ни күрәләр! Ҡатын өҫтәлгә тәмлекәстәр ҡуйып, рәхәтләнеп хушлы сәй эсә, матур музыка талғын ғына ағыла.

Балалары үпкәләп: “Әсәй, ә беҙсе?! Ниңә беҙһеҙ ашайһың тәмлекәстәрҙе?!”-ти. Ире лә үсегеп ҡарап тора икән.

Ҡатын матур итеп йылмая ла: “Көтөп тороғоҙ, мин һеҙгә бәхетле әсә һәм яҡшы ҡатын әҙерләйем”,-тип яуап бирә.

Ысынлап та, йортта йылмайып торған бәхетле әсә булһа, уның ире, балалары ғына түгел, ә бар тирә-яҡты шатлыҡ сорнай, өйгә ҡот ҡуна. Ошо хаҡта онотмайыҡ!

Г. Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: