Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
29 Ғинуар 2023, 13:00

ЙОНДОҘҘАЙ БАЛҠЫП ЙӘШӘГЕҘ!

Күңелемдә асыу йә үпкә һаҡлап йөрөй торған ғәҙәтем юҡ. Барыһын да тиҙ онотам. Шулай уҡ кешелә ғәфү итмәҫлек күренештәрем дә юҡ. Дүрт аяҡлы ат та абына, ә ике аяҡлы кешегә ни ҡала? Тормошта төрлө-төрлө сәскәләр булған кеүек, әҙәм балалары ла бер-береһенә оҡшамаған. Һәр кемде, нисек бар шулай ҡабул итһәң, бошоноуҙарға ла урын булмаҫ...

ЙОНДОҘҘАЙ БАЛҠЫП ЙӘШӘГЕҘ!
ЙОНДОҘҘАЙ БАЛҠЫП ЙӘШӘГЕҘ!

Йома ҡунағы

Йондоҙҙай балҡып йәшәйек!

Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр... Билдәле яҙыусының һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Һуңғы йылдарҙа матурлыҡ өлкәһенең бар яңылыҡтарын, асыштарын үҙенең нескә иңдәрендә күтәргән “Йондоҙ” матурлыҡ салонының директоры, билдәле эшҡыуар Гөлкәй Ишембәтованың да тормош девиздарының береһе ул. Ҡарашында үҙенә генә хас сер һәм бер аҙ һағыш һалынған Гөлкәй менән уның күркәм юбилейы билдәләнгән көндәрҙә осраштыҡ.

- Гөлкәй, Сибай педагогия колледжын уңышлы тамамлаған ҡыҙҙарҙың береһе булғанһың. Уҡытыусы булыу теләге шулай көслө инеме?

- Һөнәр һайланып ултырғанымды хәтерләмәйем. Беҙҙең заманда шулай булды – йә медицина, йә педагогия колледжы. Күңелемә уҡытыусы һөнәре яҡыныраҡ ине.

- Артабан Сибай институты...

- Эйе, ул ваҡытта беҙҙең менән эксперимент үткәреп ҡаранылар. Колледждан һуң яңы асылған институттың өсөнсө курсына алдылар.

- Улай булғас уҡыуы еңел булғандыр?

- “Бер үк нәмәне тағы ҡабатлайҙар” тип мыжып йөрөгәнебеҙ иҫтә (йылмая). Сөнки Сибай педагогия колледжының ни тиклем көслө белем биреүе билдәле.

- Уҡытыусы һөнәренә тәүге һынауҙы ҡайҙа алдың?

- Диплом алғас ҡаланың 1-се мәктәбендә эш башланым. Бик матур коллектив ине, миңә кәңәштәрен йәлләмәнеләр, һәр кемеһе терәк-таяныс булды. Бында декрет ялына тиклем эшләнем.

- Нисә йәштә тормошҡа сыҡтың?

- Миңә 21 йәш ине.

- Тәү ҡараштан ғашиҡ булыу?

- Юҡ (көлә). Салауат беҙ ятаҡта йәшәгән саҡта бөтөнләй икенсе ҡыҙ менән дуҫлаша ине. Һуңынан институтта танышҡас, “Нисек мин һине быға тиклем күрмәнем ул? Һин ҡайҙа йөрөнөң ул?”-тип аптырар ине. Мин көлөп: “Янымдан ғына үтеп, икенсе ҡыҙға бара инең”,-тиһәм, ышанмай торғайны.

- Аралағы дуҫлыҡ мөхәббәткә әүерелгәнгә ҡауышып та ҡуйғанһығыҙҙыр?

- Дөрөҫөн әйткәндә, аңламай ҙа ҡалдым. Бушҡа ғына “ҡыҙҙар үҙенең кейәүгә сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡала” тип әйтмәйҙәрҙер. Ҡайны-ҡәйнәм килеп, ата-әсәйем дә ризалашып ҡапыл кәләш булып та киттем. Унан Салауат йәш техниктар станцияһында, мин мәктәптә эш башланыҡ. Беренсе улыбыҙ Марат донъяға килде.

- Эшеңде яратып башҡарһаң да, һин мәктәптән киттең...

- Эйе. Салауат ул саҡта үҙ эшебеҙҙе асып, һатыу менән шөғөлләнә башлағайны. Бар яҡтан ярҙам итеп, мин дә уға ҡушылдым. Әммә уҡытыусы булыуы ла, һатыу эше менән дә шөғөлләнеүе ауыр ине. Шуға күрә мәктәптән китергә тура килде.

- Быны яныңдағы кешеләр нисек ҡабул итте?

- Ул ваҡытта күптәр үҙ эшен асты. Шунһыҙ булмай ҙа ине. Сөнки аҡса етмәй, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Атайым ғүмере буйы шәп һәм грамоталы баш бухгалтер, иҡтисадсы булараҡ беҙгә кәңәштәрен йәлләмәне. Атайым менән әсәйем ул саҡта үҙҙәре Мерәҫтә магазин асҡан ине. Атай беҙгә лә ҡурҡмай тотонорға ҡушты. Әлбиттә, тәүҙә баҙарҙа һатып торҙоҡ. Шул ваҡытта бер ханымдың: “Ике дипломлы булып, ошонда һатып тораһыңмы?”-тип әйткәнен хәтерләйем. Етеш тормошҡа ынтылыу, балаларыңа лайыҡлы тәрбиә бирергә ынтылыу һәр эшкә лә тотонорға этәрәлер. Шуға күрә бер ҙә үкенмәйем.

- Һуңынан магазин астығыҙ.

- Эйе, беҙҙең “Дарман” магазины булды. Уның урынын алыу үҙе бер айырым тарих булып ҡалды инде. Салауат йүгереп йөрөнө. Унан магазин һалыу өсөн 300 мең һум кредит алдыҡ. Шул саҡта: “Шул тиклем ҙур кредит! Уның аҡсаһын нисек ҡайтарырбыҙ!” тип башымды тотоп аптырап ултырғанымды хәтерләйем. Атайым дөрөҫ әйткән булып сыҡты – эшебеҙ алға китте. Кредит буйынса ла проблема тыуманы, барыһын да түләп бөттөк. Магазин юл эсендә булғас, һатып алыусылар күп килә ине.

- Шулай ҙа һеҙ был сауҙа нөктәһен ҡалдырып икенсе эшкә тотондоғоҙ?

- Был шулай. Сөнки магазин тотҡан кешеләр белә – был шул тиклем арытҡыс, ауыр эш. Һин бер ҡасан да ял итмәйһең, һинең өсөн.байрам да юҡ. Магазиның килемле булһын тиһәң, тик шулай ғына эшләргә кәрәк. Башҡаса булмай. Был ваҡытта Салауат йөк ташыу эштәренә тотоноп киткән ине. Ул эше лә уңышлы барҙы. Тәүҙә магазинды ҡуртымға бирҙек, унан һаттыҡ. Ә мин ял итергә йығылдым (көлә). Салауат та минең өйҙә ултырыуыма шат ҡына ине. Әммә өс ай ял итеп алғас, мин түҙмәй башланым. Сөнки эшләп өйрәнгән кешене өйҙә бикләүе мөмкин түгел. Нимә менән шөғөлләнергә икән тип уйлана башланым. Салауат: “Баймаҡта булмаған эште ас”,-тип кәңәш бирҙе.

- Һәм һин матурлыҡ йүнәлешенә күҙ һалдың...

- Ул ваҡытта беҙҙең яҡтарға керпек үҫтереү килеп етмәгән ине. Мин шул шөғөлгә өйрәнеп алдым. Ошо осорҙа Баймаҡта керпек үҫтереү буйынса мин һәм тағы бер мастер ғына эшләне. Ҡатын-ҡыҙ халҡы шунда уҡ һырып алды. Керпек үҫтереүҙең ни тиклем уңайлы булыуын гүзәл зат вәкилдәре генә аңлай (йылмая). Һәм башланды – иртәнсәктән кискә тиклем ултырам да ултырам. Ул саҡта өйөбөҙҙө яңы һалып сыҡҡайныҡ. Икенсе ҡатта үҙемә керпек үҫтереү өсөн бүлмә эшләп алдым. Ҡатын-ҡыҙҙың хәбәрен тыңлап, үҙ эшемде башҡарам. Ә улар: “Бына хәҙер һеҙҙән сығам да маникюрға барам. Иртәгегә урын булһа, ҡаш эшләткән мастерға яҙылам”,-тип йыш һөйләй ине. Шул саҡ башҡа бер уй килде – бар матурлыҡ хеҙмәтләндереүен бер урынға туплап, үҙ салонымды асыу. Салауатҡа әйттем. Ул да минең менән килеште. Тик ҡала буйлап буш торған биналарҙың береһен алыу теләгебеҙ килеп сыҡманы. Шуға күрә ҡуртымға алып, эш башланым. Әммә ул ваҡытта уҡ бинаны ҡуртымға алыу бик ҡиммәт ине. Шуға күрә беренсе ҡатта фатир һатып алып, уны салон итеп төҙөкләндереп алырға булдыҡ.

- Салонығыҙҙың исеме лә матур...

- Эйе, мин уны “Йондоҙ” тип атаным. Сөнки бар теләгем һәм маҡсатым ҡатын-ҡыҙҙы йондоҙҙай балҡытып, уларҙы ниндәйҙер кимәлдә бәхетле итеү ине.

- Маҡсатыңа өлгәшкәнең күп һанлы клиенттарың булыуынан да беленә. Шул уҡ ваҡытта һин салон асыу менән генә туҡтап ҡалманың, ә төрлө уҡыуҙарға ла йөрөйһөң.

- Эйе. Сөнки матурлыҡ йүнәлеше көндән-көн үҙгәрә, яңы хеҙмәтләндереү төрҙәре инә. Шуға күрә төрлө курстарҙа әленән-әле уҡып алам. Баймаҡта беренсе булып перманент макияжын да мин эшләй башлағайным. Хәҙер был өлкәлә лә беҙҙең мастерҙар күбәйә бара.

- Уларҙың күбәйеүендә һин:ең өлөшөң дә бар бит...

- Эйе. Бер танышым: “Үҙеңә конкуренттар үҫтерәһең”,-тип көлдөрөп алғайны.

- Был һинең үҙең алып барған курстарыңа төбәп әйтелгәндер?

- Эйе, мин дә ҡыҙҙарҙы керпек үҫтерергә, ҡаш эшләргә, маникюр яһарға һәм башҡаларға өйрәтәм. Бының өсөн тәүҙә үҙем ныҡлап уҡып алдым. Ҡыҙҙар минән сертификат менән сыға һәм үҙ эшен башлай.

- Ысынлап та үҙеңә конкуренттар әҙерләйһең түгелме?

- Ярышып эшләү дәрт өҫтәй ул. Юҡсы (йылмая), матурлыҡ йүнәлеше беҙҙә әле ныҡлап үҫешә башланы, ә һәр ҡатын-ҡыҙ матур булыуға ынтыла. Шуға күрә эш һәр кемгә етерлек.

- Ә нисә йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй һеҙҙең салонға?

- Бар йәштәгеләр ҙә бар. Етмеште үткән апайҙар ҙа ҙур теләк менән йөрөй. Үҙҙәренең ниндәй булырға теләүен алдан уйлап киләләр. Был тик хуплау һәм маҡтауға лайыҡ. Сөнки ҡатын-ҡыҙ һәр осраҡта ла үҙенең илаһи зат икәнлеген оноторға тейеш түгел.

- Терәгең, таянысың, пар ҡанатың булған Салауатыңды юғалтыу ҡайғыһын кисерҙең...

- Эйе, ҡартайғансы шулай бергә-бергә, көлөшә-көлөшә, уртаҡ уйҙар менән янып йәшәрбеҙ ҙә йәшәрбеҙ тип уйлаған Салауатымды ике йыл элек ҡапыл юғалттым. Уның атлығып-ашығып, дәртләнеп, тырышып йәшәгәненә һоҡланып бөтә алмай инем. Ә шулай сабып барған ярһыу аттай ҡапыл китеп тә барҙы. Бындай ҡайғыны үҙ йөрәге аша үткәргәндәр генә минең хәлемде аңлай алалыр. Шуға күрә был донъяла һәр кемдең һөйгән йәре менән парлы-парлы булып, бергә-бергә оҙаҡ йәшәүҙәрен теләп йәшәйем.

- Ҡайғыңды нисек баҫтың?

- Эш менән. Салауаттың етеһен уҡытҡас та эшемә сытырман йәбештем. Көн яҡтыһы эш менән үтеп китә ул, ә төндәре ... уныһы инде үҙемә ҡалһын.

- Ике улығыҙ бар...

- Эйе, Марат Ырымбур медицина университетының 4-се курсында уҡый. Арсен туғыҙынсы класта әле. Улар минең терәгем-таянысым да, кәрәк саҡта йыуатыусы-кәңәшселәрем дә.

- Мараттың бала саҡтан медицинаға ынтылыуын һөйләп ала инең...

- Был ысынлап та шулай. Табип булырға уйлаған баланың холоҡ-фиғелендә алдан уҡ был һиҙелә икән. Марат та укол һалырға ла, массаж яһарға үҙенән-үҙе өйрәнеп алды. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында практика үткән мәлдәрен һағынып, Айбулат Иманов етәкселегендә эшләгән хирургтарға һоҡланып бөтә алмай. Һәр кем яратҡан, күңеленә ятҡан һөнәре буйынса эшләргә тейеш. Шуға күрә улымдың үҙенең буласаҡ ҡатмарлы, әммә һәр кемебеҙ өсөн кәрәкле табип һөнәрен үҙ итеүе ҡыуандыра.

- Һиңә кәңәш һорарға килгәндәрен дә беләм. Был һиңә булған ышанысты күрһәтә...

- Эйе, ҡайһы саҡта ҡатын-ҡыҙҙар килеп, аҡсаһыҙлыҡҡа зарланып, ҡайһы йүнәлештә эш башларға икәнлеге тураһында кәңәш һорай. Барыһының да мөмкинселегенә ҡарап кәңәш бирергә, ярҙам итергә тырышам.

- Алһыҙ-ялһыҙ эшләгәнеңде яҡшы беләм. Шулай ҙа үҙең өсөн генә түленгән ваҡыт бармы?

- Эйе, шунһыҙ булмай. Мин фитнес һәм тренажер залында шөғөлләнәм. Был миңә сикһеҙ энергия бирә, эштә алған арыу-талыуҙарымды, кәйефһеҙ саҡтарымды юҡҡа сығара. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙе өсөн генә бүленгән ваҡыты булырға тейеш. Бер сәғәтме ул, биш минутмы, әммә был бик тә кәрәк. Сөнки үҙенә бүленгән мәленән һәр кемебеҙ көс ала, тимәк, янындағыларҙы ла бәхетле итә алыу тылсымын алабыҙ.

- Тағы бер яратҡан шөғөлөң бар – баҡса...

- Эйе. Йортобоҙҙа ҡышҡы баҡса бар. Унда мин көн-төн булышырға әҙер. Был шөғөлөм мине бер ҙә арытмай, киреһенсә, аңлатып бөтмәҫлек сикһеҙ шатлыҡ хистәре бирә. Ҡайтып инеү менән һәр сәскәне, үҫемлекте тәрбиәләйем, тупрағын соҡойом, һис юғында урынынан булһа ла шылдырып ҡуям (йылмая).

- Ҡатын-ҡыҙ ниндәй булырға тейеш тип уйлайһың?

- Сикһеҙ ғаләм серҙәрен һыйҙырған, атлап килеүе менән үк иғтибарҙы үҙенә йәлеп иткән, ҡарашынан сихри нурҙар бөрккән илаһи зат булырға тейешбеҙ. Бының өсөн тән һәм кейем матурлығынан бигерәк, күңел сафлығы һәм йән таҙалығы кәрәк.

- Нимәне бер ҡасан да ғәфү итә алмаҫ инең?

- Күңелемдә асыу йә үпкә һаҡлап йөрөй торған ғәҙәтем юҡ. Барыһын да тиҙ онотам. Шулай уҡ кешелә ғәфү итмәҫлек күренештәрем дә юҡ. Дүрт аяҡлы ат та абына, ә ике аяҡлы кешегә ни ҡала? Тормошта төрлө-төрлө сәскәләр булған кеүек, әҙәм балалары ла бер-береһенә оҡшамаған. Һәр кемде, нисек бар шулай ҡабул итһәң, бошоноуҙарға ла урын булмаҫ.

- Матурлыҡ өләшкән тылсымсы булараҡ гүзәл заттарыбыҙға кәңәштәреңде лә еткерһәң ине.

- Иң тәүҙә дөрөҫ туҡланыу һәм күберәк хәрәкәтләнеү. Сөнки беҙҙең заман кешеләренә хәрәкәт етмәй. Матурлыҡҡа килгәндә биткә төрлө битлектәр эшләү үҙеңде ышаныслы тойорға, тиренең йәшлеген һығылмалылығын һаҡларға ярҙам итер. Шулай итеп, 1 аш ҡалағы крахмал, 1 аш ҡалағы кефира һәм сей йомортҡаның ағын ҡушып яҡшылап болғатығыҙ. Битегеҙгә 20 минутҡа һөртөгөҙ. Тәү ҡулланғандан уҡ ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп һөйөнөрһөгөҙ.

- Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәр еткерер инең?

- Ғүмерегеҙҙең һәр секундынан, ҡарашығыҙ төшкән һәр күренештән бәхет тойоп йәшәргә өйрәнегеҙ.

- Гөлкәй, әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт! Һине күркәм юбилейың менән ҡотлайбыҙ, бар изге теләктәреңдең ҡабул булыуын теләйбеҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина әңгәмәһе.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: