Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
5 Ғинуар 2023, 13:05

Әбделкәрим ТЫЛСЫМСЫҺЫ

<Яңы йыл байрамы менән ҡотлап бирелгән емеш һәм бүлмә үҫентеләре өсөн бик шатмын. Мин 3 бейек булып үҫкэн ананастар үҫтерэм һәм улар эргәһенэ 2 төрлө ананас килеп ҡушылды. Алыҫтан килгән ананасты ашағас һабағын тупраҡҡа төртөп ҡуйған инем, әле матур ғына булып үҫеп тә килә...>

Әбделкәрим ТЫЛСЫМСЫҺЫ
Әбделкәрим ТЫЛСЫМСЫҺЫ

Социаль селтәрҙәрҙә, ғөмүмән, интернет киңлегендә ниҙәр генә юҡ!  Һәр кем үҙ күңел торошона тура килгән хәбәрҙәрҙе табалыр. 

Миңә тормошто йәмләп, башҡаларға ла сағыулығын өләшкән кешеләрҙең битләүектәре ныҡ яҡын. Шуға күрә Әбделкәрим ауылынан Сәғирә Ғәбитовпның яҙмалаларын рәхәтләнеп күҙәтеп барам. Төрлө гөлдәр, экзотик үҫемлектәр үҫтереп шаҡ ҡатыра ул был уңған ханым. 

Әле бына уның матур булып үҫеп килгән ананастарына нисек һоҡланмаҫһың! Афарин, Сәғирә ханым. Шулай донъяны биҙәп йәшәгеҙ, тырыштар ала алмаған кәртәләр юҡлығына беҙҙе лә ышандырып бәхетле йәшәгеҙ! 

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: