Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
25 Декабрь 2022, 11:10

Яңы йылға - таҙалыҡта

Йортоғоҙҙо яңы һәм саф энергия тулҡындарына, һөйөнөслө яңылыҡтарға әҙерләнегеҙме?..

Яңы йылға - таҙалыҡта
Яңы йылға - таҙалыҡта

Ни өсөн әҙәм балаһы һәр Яңы йылды ашҡынып көтөп ала? Уның сере ябай. Һәр кем календарҙың яңы биттәренән яңы һәм бәхетле тормош киләсәгенә ышана. Өмөтһөҙ - шайтан, ни тиклем ышанысың ҙур - ысынында ла шулай булыр. 

Ә йәшәгән урынығыҙҙы Яңы йылға әҙерләнегеҙме? Яңы һәм саф энергия тулҡындарына урын әҙерләргә кәрәк бит. Бының өсөн < ә, бәлки, кәрәге тейер> тип йыйған иҫке-моҫҡонан ҡотолор кәрәк. Бәләкәсәйгән йә кеймәгән кейемде таратып бирегеҙ йә уны ҡорамаға тотоноғоҙ. Иң мөһиме - оҙайлы йылдар ҡулланылмайынса ятҡан әйберҙәр булмаһын. Артабан өй йыйыштырыуға тотонабыҙ. Бүлмәнең бер мөйөшөн ҡалдырмай йыуып сығабыҙ. Көҙгө-ишектәрҙе ялтыратабыҙ. Ишек янында, балконда өйөлөп ятҡан кәрәкһеҙ әйберҙәрҙе йыйыштырырға онотмағыҙ. Өй таҙарғандан һуң уны артыш менән ыҫлап сығыу, доғалар яңғыратып ебәреү ҙә күңелегеҙгә тыныслыҡ бирер. Һөйөнөслө хәбәрҙәр ҙә үҙҙәрен оҙаҡ көттөрмәҫ.

Йорттарыбыҙ ҡотло булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: