Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
17 Декабрь 2022, 16:35

Бер ни эшләтеп булмай

Тик детдомға тапшырырға ҡала...

Бер ни эшләтеп булмай
Бер ни эшләтеп булмай

Күңел түренән

Бындай хәл беҙҙең ғаиләлә, минең менән булыр тип уйлағайным.Ирем менән яратышып өйләнештек. Ике бала таптыҡ. Улыбыҙ туғыҙҙы бөтөп китте ситкә. Мәктәптә әллә ни яҡшы уҡыманы, өс менән дүрт араһында инде. Әммә башҡа проблема тыуҙырманы. 

Бар бәлә ҡыҙыбыҙҙан килә. Тыңламай, өйҙән ҡасып китә, эсә, тарта. Гел икегә уҡый. Тиҙҙән икенсе сирек бөтә, ә ул уйлап та бирмәй. Нимә булыр был бала менән, киләсәге юҡ бит! Ирем менән ҡыҙыбыҙ өсөн талашабыҙ, тынғылыҡ бөттө. Балабыҙ беҙҙе бар донъяға оятҡа ҡалдыра бит. Хәҙер ҡыҙымды детдомға тапшырырғамы икән тип уйлай башланым. Сөнки нервым да, хәлем дә бөттө. 

Д.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: