Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
16 Декабрь 2022, 08:05

Ярты быуат бергә-бергә

Илле йыл бергә йәшәгән парҙар тәбрикләнде...

Ярты быуат бергә-бергә
Ярты быуат бергә-бергә

Яныбыҙҙа оҙон-оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән, матур-матур балалар үҫтергән парҙарҙың булыуы һөйөндөрә. Уларҙан йәштәр үрнәк ала, сабырлыҡҡа өйрәнә.

ЗАГС хеҙмәтендә ярты быуат ғүмер бергә кисергән парҙар тәбрикләнде. Улар хаҡында ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев былай тине:

- Баймаҡ ҡалаһынан Зәйнетдин Зәкир улы менән Гөлйемеш Мөхәмәтша ҡыҙы Ишбаевтарҙы һәм Әсҡәт Мәтин улы менән Маһинур Зөлфитдин ҡыҙы Рәхимовтарҙы 50 йыл бергә ғүмер итеүҙәре менән ҡотлау тантанаһы булып үтте. Сара Баймаҡ ҡалаһының никах йортонда ойошторолдо. Юбилярҙарҙы район һәм ҡала хакимиәттәре, уларҙың балалары, туғандары, дуҫтары һәм коллегалары тәбрикләнеләр. Зәйнетдин Зәкир улы Ишбаевты ҡотларға Кәрешкә ауылынан уның ҡәҙерле әсәһе 99 йәшлек Мәғрифә Ҡоҙабай ҡыҙы Ишбаева килгән ине. Мәғрифә Ҡоҙабай ҡыҙы юбилярҙарҙы ҡотлап, уларға иң изге теләктәр теләне.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ, бәхетле һәм күркәм парҙар! Артабан да ныҡлы һаулыҡта, бергә-бергә, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: