Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
9 Ноябрь 2022, 09:15

Һәр яҡлап оҫта ҡатын-ҡыҙ!

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡатын-ҡыҙ бар яктан да оҫта булырға тейеш, тип әсайем гел генә әйтә торғайны, - тине Ишмырҙа ауылының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Гүзәл Ғөбәйҙуллина. - Шуғалыр ҙа мин ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратам. Хәзер интернет заманы - ҡул эштәре өсөн ниндәй генә төрлө әйберҙәр юҡ, һатып алһаң да, яҙҙырып алһаң, барыһы ла бар. Өйранеп алып эшлә генә, вакытыңды ғына йәлләмә.
Гүзәл ханым үҙе генә белеп ҡалмай, белгәндәре менән ихлас күңелдән башҡаларға ла өйрәтә. Ошо көндәрҙә ул ҡыҙҙарҙы мәҙәниәт йортона  саҡырып,  фоамирандан сәстәренә матур резинкалар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе курһәтте.  Ҡыҙҙар ҙа бик отҡор булып сыҡты, тиҙ генә өйранеп, бик матур резинкалар эшләп тә ҡуйҙы.

Ошондай оҫталыҡ дәрестәре киләсәктә лә үткәрергә һөйләшеп таралыштыҡ, - тине оҫтабикә.

Һәр яҡлап оҫта ҡатын-ҡыҙ!
Һәр яҡлап оҫта ҡатын-ҡыҙ!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: