Өлөшләтә мобилизация башланғандан алып республикала 80 пар ғаилә барлыҡҡа килгән. Республиканың премьер министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙә шулай тип белдерә. Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың никахтары мөрәжәғәт иткән көндә үк теркәлә. Был тәңгәлдәге мәсьәләне оператив рәүештә хәл итеү өсөн республика Хөкүмәте Татарстан Республикаһының, Пенза, Свердлов, Һамар өлкәләренең ЗАГС бүлексәләре менән бәйләнеш булдырҙы. Документтар тикшереү үткәндән һуң, урындағы хакимиәт кәләштәрҙе уларҙың кейәүҙәре хеҙмәт иткән ергә барып етеүҙә ярҙам күрһәтә.
"Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ - мәңгелек ҡиммәттәр. Ауыр ваҡытҡа ҡарамай, йәш ғаиләләр барлыҡҡа килә. Өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған яугирҙар, был мөһим ҡарарҙы хәҙер үк хәл итеп ҡуйырға ҡарар итә. Уларға оҙон, бәхетле ғүмер теләйек", - тип белдерә Сәғитов.
Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-27/stalo-izvestno-skolko-par-iz-bashkirii-pozhenilis-s-nachala-chastichnoy-mobilizatsii-3005540
Фото: large_ef1a4bb4-50f0-4a02-9bbe-eb1c5848871e