Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
7 Сентябрь 2022, 19:00

Бәхет ҡошоңдо бер ысҡындырһаң...

Сабир элекке ҡатынының бала тапҡанын ишеткәс асыуынан шартлай яҙҙы. Быға тиклем ул Миләүшәне түлһеҙлектә ғәйепләп йөрөнө. Сәлиә үҙенә бала табыр тип өмөтләнгәйне. Тик барыһы ла буш хыял булып сыҡты. Сәлиәнең дә матурлығынан башҡа бер нимәгә эшкинмәгәнен аңлаған ине ул. Ашарға бешермәй, өйҙә һәр саҡ тәртипһеҙлек, бысраҡ. Сабир элекке ғәҙәтен ҡайтарып, башҡа ҡатындар менән йөрөй башланы...

Бәхет ҡошоңдо бер ысҡындырһаң...
Бәхет ҡошоңдо бер ысҡындырһаң...

Бәхет ҡошоңдо бер ысҡындырһаң...

Булған хәл

Ғәлимдән бәхетле кеше юҡ ине донъяла. Сәлиәһенә өйләнгәндә кәләше училищелағы иң матур ҡыҙҙарҙың береһе булып һанала ине. Әммә уның сибәрлеген хәҙер күрһәләр! Беренсе бәпестәрен тапҡандан һуң Сәлиәһе сәскә атты ла ҡуйҙы. Урам буйлап китеп барһалар, бар ир-аттың күҙе кәләшендә. Ғәлим ҡыҙғанһа ла, шундай сибәр ҡатындың үҙенекенә булыуына һөйөндө генә. Ә Сәлиәгә ирҙәрҙең үҙенә күҙ атыуы бик оҡшай ине. Серле генә йылмайып, ҡарашы менән яуап бирер ине. Тиҙҙән икенсе улдары тыуҙы. Был баланы табыу кәләшен тағы матурайтып ебәрҙе.

Эштән ҡайтып килгәндә Ғәлим күптәнге танышы – Сабирҙы осратты. Уны әйҙүкләп йортона алып ҡайтты. Сәлиәне күргән Сабир телһеҙ ҡалды. Осрашыу хөрмәтенә рюмка тотҡандарында ул: “Эх, Ғәлим дуҫ, ни тиклем бәхетле һин! Кәләшең матур, өҫтәүенә бәпестәрең бар. Минең бисә албаҫты кеүек, бала табырға ла эшкинмәй!”-тине.

Киләһе ял көнөнә Сабир ҡатынын эйәртеп тағы ҡунаҡҡа килде. Миләүшәне бер ҙә албаҫты тип әйтерлек түгел ине. Һөйкөмлө ҡатын. Тик күҙҙәре генә бойоҡ. Бәпестәр менән уйнағанда ғына күҙҙәре шат осҡондар сәсте. Ғаиләләр үҙ-ара татыулашып, һәр ял-байрамды бергә үткәрә башланы. Миләүшә Сабирының Сәлиәне ашай яҙып ҡарауын күреп бик көйә ине. Шулай ҙа хистәрен тышҡа сығарманы. Сәлиә иһә ирҙең үҙен оҡшатҡанды белеп уға бер туҡтауһыҙ серле ҡарашын бүләк итте.

Бер көн Ғәлим йомош буйынса Сабирға йүгереп инеп сығырға булды. Туҡылдағанға бер асманы. Ишекте эткәйне – асылып китте. Шунда уҡ тырам-тырағай ятҡан кейемдәргә эләгеп ҡолап китә яҙҙы. Сәлиәнең көлгән тауышын ишетеп аптырап китте. Тауышҡа барҙы. Сабир менән Сәлиә түшәктә аунай ине. Уны ҡапыл күреп ҡалған ҡатыны карауат янындағы кейемен эҙләй башланы. Ҡайҙан инде ул! Подъезда уҡ бер-береһенә сат йәбешеп, ишек төбөнән кейемдәрен сисеп бырғата башлағайнылар бит.

Өнһөҙ, ҡурҡып ҡалған Сабир менән Сәлиәгә Ғәлим бер ынтылды ла, ҡапыл боролоп сығып китте. Ул ҡайтып инеү менән әйберҙәрен йыя башланы. Бер ярым һәм өс йәшлек улдарын алып әсәһенә ҡайтып китте. Әсәһе барыһын да аңланы. Килене үҙенә ҡарата эре, һауалы булһа ла, улы ни булһа ла ғаиләле булһын тип араларына ҡыҫылмай, йорттарына бармай, үҙ өйөнән тороп ҡына ейәндәрен ҡараша ине ул.

Ә Сәлиә килмәне лә, ғәфү үтенмәне лә. Ҡапыл килеп баҫҡан ярһыу мөхәббәттән шашҡан ине ул. “Башты юғалтып һөйөү шул була икән ул” тип һөйләне ул әхирәттәренә маһайып. Сабир уның янына күсеп килде.

Ире сығып киткәс, Миләүшә еңел һулап ҡуйҙы. Сабирҙың ни тиклем ауыр холоҡло, йөрөмтәл булыуын ул ғына белә ине. Күптән хыял иткәнсә, балалар йортонан опекунлыҡҡа бер ҡыҙ алды. Үҙен әсә булып тойоуҙан Миләүшә яҡтырып, балҡып китте. Ғәлим уны осраҡлы рәүештә паркта осратты һәм тәүҙә таныманы. Үҙен ышаныслы тотҡан, тулыһынса үҙгәргән Миләүшәгә һоҡланып бөтә алманы ул. Тик телефонын да һорамай ултырып ҡалған. Тағы улар ике айҙан осрашты һәм аралаша башланы. Ғәлим ике улы менән, Миләүшә тәрбиәгә алған ҡыҙы менән паркта йөрөнө, ял итте. Әсә йылыһына мохтаж малайҙар ҡатынға сат йәбеште. Сөнки үҙ әсәләре улар хаҡында иҫенә лә төшөрмәне, килмәне лә. Ғәлим Миләүшәгә бергә йәшәргә тәҡдим яһаны. Улар ике фатирҙы һатып, ике ҡатлы яңы йорт һатып алып инде. Ғәлимдең әсәһе Миләүшәгә һөйөнөп бөтә алманы. Бар балаларҙы бер ҡарай, үҙенә ҡарата шул тиклем ихтирамлы, Ғәлимде ярата. Миләүшә менән уларҙың ғаиләһенә йылылыҡ, сафлыҡ, яҡтылыҡ килеп инде. Ғәлим ҡатынына ҡарап: “Мин нисек унһыҙ йәшәнем икән?” тип аптыраны. Өйҙә һәр саҡ татыулыҡ, тик балаларҙың шат тауышы ғына яңғырап тора. Тиҙ генә үсегеп барған, бер нәмә булһа тамаҡ төбө менән аҡыра башлаған Сәлиә ҡурҡыныс төш һымаҡ булып ҡалды. Тиҙҙән Миләүшә ауырға ҡалды. Был барыһы өсөн дә ҙур шатлыҡҡа әйләнде. Ә инде ул игеҙ бәпестәр тапҡас, Ғәлимдең бәхетенең иге-сиге булманы. Бала табыу йортона ул әсәһе, ике улы, бер ҡыҙы менә н шатланып атлыҡты. Хәҙер тағы бер уллы, бер ҡыҙлы булған атай кеше бәхетенән илай яҙырлыҡ хәлдә ине. Донъя түңәрәкләнде. Ҡотло йортта биш бала, яратҡан ҡатыны, ғәзиз әсәһе. Уға башҡа артыҡ бер ни ҙә кәрәк түгел ине.

Сабир элекке ҡатынының бала тапҡанын ишеткәс асыуынан шартлай яҙҙы. Быға тиклем ул Миләүшәне түлһеҙлектә ғәйепләп йөрөнө. Сәлиә үҙенә бала табыр тип өмөтләнгәйне. Тик барыһы ла буш хыял булып сыҡты. Сәлиәнең дә матурлығынан башҡа бер нимәгә эшкинмәгәнен аңлаған ине ул. Ашарға бешермәй, өйҙә һәр саҡ тәртипһеҙлек, бысраҡ. Сабир элекке ғәҙәтен ҡайтарып, башҡа ҡатындар менән йөрөй башланы. Сәлиә был хаҡта белеп тауыш ҡуптарғас, уны бәргесләп алды. Шул саҡта ғына ҡатын үҙенең беренсе ире менән ни тиклем бәхетле булғанын аңланы. Ғәлимде урамда һағалап тотоп алды. “Балалар хаҡына, ғәфү ит!”-тип ялбарҙы. Тик ир уға екһенеп ҡараны. Йә, Хоҙай ошо бисәне ысын яраттымы икән ул?! Ғәлим йәһәтләп яратҡан ҡатыны һәм балалары янына ашыҡты.

Сәлиә Сабирҙы ҡыуып сығарҙы. Матур ҡатын янына ирҙәр күп йыйылды, тик береһе лә оҙаҡҡа ҡалманы. Сәлиә башҡа бер ҡасан да кейәүгә сыға алманы. Сабир эскелеккә һабышып ҡайҙалыр юғалды. Улар икеһе лә ҡулындағы бәхет ҡошон ысҡындырған ине инде...

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: