Һаҡмар
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
5 Сентябрь , 18:10

Әсәгә балаһы ... кәрәкмәһә

Ваҡыт үтә. Тиҙҙән ҡатындың автовокзалда һоранып йөрөгәнен күреп ҡалалар. Туғандарға был хаҡта ишетелгәс, улар шунда уҡ вокзалға йүнәлә. Тик ул тағы ла юҡҡа сыға. “Яңылыш күргәндәрҙер, утыҙға ла етмәгән ҡатын ниңә һоранып йөрөһөн”,-тип баш сайҡай туғандар...

Әсәгә балаһы ... кәрәкмәһә
Әсәгә балаһы ... кәрәкмәһә

Ҡайһы приют ... яҡшыраҡ?”

Бала яҙмышы, уның саф күңеленең вайымһыҙ, бәхетле донъяла оҙағыраҡ гиҙеүе атайға һәм әсәйгә бәйле. Түҙемһеҙлек мепнән көтөп алынған сабый күктәргә күтәрелә, яратыла, бәпләп-ҡәҙерләп үҫтерелә. Атай ҙа, әсәй ҙә, ҡартатай-өләсәйҙәр ҙә баланың һәр аҙымына һоҡланып, йығылһа – күтәреп алырға әҙер. Сабыйҙың бәхетле булыуы уның мотлаҡ тулы ғаиләлә тәрбиәләнеүенә лә бәйле түгелдер. Сөнки балаларын яңғыҙы күтәргән әсәйҙәр генә түгел, ә атайҙар ҙа күп хәҙер. Әлбиттә, был ыңғай күренеш түгел, әммә һүҙ баланың тормоштоң ел-дауылдарынан ҡурсалап үҫтерелеүе тураһында.

Үкенескә ҡаршы, сабыйҙар табылып та, уларҙың бер кемгә лә кәрәк булмаған бәхетһеҙ күренештәре лә була.

Был ғаиләнең яҙмышы менән хөкөм бинаһында танышырға тура килгәйне. Ғаилә башлығы кеше үлтереүҙә ғәйепләнеп, оҙайлы йылдарға төрмәгә ебәрелде. Ҡатыны кескәй бала менән яңғыҙы ҡалды. Яҙмыш – аяуһыҙ, төрлө хәлдәр була. Туғандары ла, ҡатын йөрәген балаһына баҫып, ирен көтөр тип ышанды. Әммә ысынында барыһы ла күпкә ҡурҡыныс булып сыҡты. Тиҙҙән был ҡатындың быға тиклем дә бер нисә мәртәбә кейәүҙә булыуы асыҡланды. Ул ике балаһын ыҙалатып йәшәткән өсөн, уларға ҡарата әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәндәре лә беленде. Туғандар был хаҡта ишеткәндә һуң ине, сөнки ҡатын кескәй бала менән юҡҡа сыға. Уны тегенән-бынан һорашып ҡарайҙар ҙа – оноталар. Тормош шулай: һәр кемдең үҙ мәшәҡәте, үҙ донъяһы. “Әсәһе менән булған бала өсөн ниңә борсолорға? Ике балаһынан яҙғас, хәҙер аҡыл ултырғандыр”,-ти өлкән туғандары.

Ваҡыт үтә. Тиҙҙән ҡатындың автовокзалда һоранып йөрөгәнен күреп ҡалалар. Туғандарға был хаҡта ишетелгәс, улар шунда уҡ вокзалға йүнәлә. Тик ул тағы ла юҡҡа сыға. “Яңылыш күргәндәрҙер, утыҙға ла етмәгән ҡатын ниңә һоранып йөрөһөн”,-тип баш сайҡай туғандар.

Тик барыһы ла дөрөҫкә сыға. Туғандар киленен йорттарына алып ҡайта. Уның өсөн мунса яғыла, таҙа кейем бирелә. Аслыҡтан ябығып киткән ҡатынға хәл инә башлай. Туғандар баланың ҡайҙалығын һорағас, ул сеңләп илап ебәрә. Тәүҙә: “Вокзалда юғалттым, урланылар, шикелле”,- ти. Туғандар аптырап ҡалып: “Дүрт йыл үтте бит инде! Ҡасан юғалды? Полицияға хәбәр иттеңме?”-тип һорайҙар. Ҡатын өндәшмәй. Ул үҙенең йыш ауырыуын, шуға күрә бер нәмә иҫләмәүен белдерә. Туғандар полицияға мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә бала республика приюттарыңың береһендә табыла. Уның олатай-инәйҙәре кескәйҙең әсәһе менән бер-ике аҙналап ҡына йәшәгәнен, ә ҡалған ваҡытын шунда үткәргәнен белеп аптырап ҡала. Был ваҡытта хәл инеп, төҫө матурайып киткән ҡатын тағы юҡҡа сыға. Уның төпкөл ауылдағы бер иргә кейәүгә сығып киткәне ишетелә. Туғандар кәңәшләшеп, баланы үҙҙәренә ала. Сөнки ҡустылары төрмәнән тиҙ сыҡмаясаҡ әле, ә кескәйҙе йәл. Бала үҙенең йәштәш ҡыҙ туғаны булған матур, татыу ғаиләлә тәрбиәләнә башлай. Тәүҙә ҡулына эләккән тәмлекәстәрҙе яҫтыҡ аҫтына йәшереп, әйберҙәрҙе боҙоп-ватып аптырата. Тиҙҙән баланың туғанынан: “Ә һиңә ниндәй приют оҡшай? Миңә шуныһы...”-тип приюттарҙы һанай башлай.

Матур ғаиләлә тәрбиәләнгән ете йәштәге ҡыҙ приюттың нимә икәнен белмәй, әлбиттә. Ул шунда ата-әсәһенә: “Мине приютҡа алып барығыҙ! Һеҙ мине алып барғанығыҙ юҡ, яратмайһығыҙ!”-тип илай башлай.

Шул саҡта ғына ата-әсә бер кемгә кәрәкмәгән баланы үҙҙәренә алып ниндәй етди аҙым яһағандарын аңлай. Улар кескәйҙе тулыһынса әсәһенән айырып, үҙҙәренә рәсмиләштерергә була. Тиҙҙән кәкүк әсәне барып табалар һәм баланан баш тартыуын талап итәләр. Хәҙер инде был иренән ауырлы булған ҡатын: “Ниңә баш тартайым мин?! Уға килгән пособиены нисек бүлешәбеҙ шунан?”-ти.

Туғандарҙы йыйып һөйләшеү ҙә бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй. Ҡатынға бала кәрәкмәй, әммә уға килгән аҡсаларҙан ул баш тартырға йыйынмай. Уйламағанда тағы суд тупһаларын тапау башлана.

Балаға бар йөрәген һалып, уны яратып өлгөргән ҡатын: “Ни өсөн шундайҙарға бала табырға рөхсәт итәләр? Ундайҙарҙың әсә булырға хаҡы юҡ!”-тип илай.

Эйе, баланы тапҡан түгел, ә бағып, һөйөүенә сорнап үҫтергән – Әсәй. Ғаилә наҙын татып, “ҡайһы приют яҡшыраҡ” икәне хаҡында онотҡан баланың яҙмышы бәхетле булһын.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в