Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
24 Август 2022, 14:45

Ҡышҡылыҡҡа тәмле турама

3 кг помидор, 2 кг ташҡабаҡ, 8 татлы борос, 2 баш һарымһаҡ, 200 г шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 2 ҡалаҡ аш һеркәһе (9%) кәрәк буласаҡ. Помидорҙы турап, тоҙ, шәкәр һалып утҡа ҡуябыҙ. 10 минут ҡайнатҡас, шаҡмаҡлап туралған ташҡабаҡ менән татлы борос, үҫемлек майын ҡушабыҙ. 15 минуттан иҙелгән һарымһаҡ һалып, тағы 15 минут ҡайнатабыҙ. Аш һеркәһен өҫтәп, шунан ҡайнап сығыу менән эҫе стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: