Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
5 Август 2022, 10:45

Ебәрмәгеҙ ситкә матурҙарҙы...

Кемдер күтәренеп сығып китә Ташлап тыуып-үҫкән ерҙәрен; Кемдер донъя гиҙеп ҡайтып төшә Донъя төҫлө ҡырҡҡа үҙгәреп.   Китеү-ҡайтыу менән ғүмер үтә... Ғүмерҙәрҙең ниндәй саҡтары! ...Ыңғыраша - шыңшый көнөн күрә Күсмәнденең ҡап-ҡарт атаһы.   Киткәндәрҙең төрлөләрен беләм: Бар бәхет йә аҡса эҙләгән, Көсөк һымаҡ эйәреп киткәндәр бар — Нишләп киткәнен дә белмәгән.   Яҡташтарым! Ситкә ебәрмәгеҙ Аҡыллынан тыуған баланы! Алйото ла кәрәк үҙебеҙгә, — Шунһыҙ донъя ҡыҙыҡ буламы?   Ебәрмәгеҙ ситкә матурҙарҙы — Бала тапмаһындар сит-яттан. Балалары үҙ телдәрен белмәй! Нисек үлмәй икән ояттан?   Егәрлеләр кәрәк үҙебеҙгә, — Ҡырылмаһа-ҡырҡ эш ята. Ғибрәт алыу өсөн ялҡауы ла, Яуызы ла кәрәк бит хатта.   Тотмағыҙ тик таланттарҙы ғына, Талант — уртаҡ барлыҡ халыҡҡа. Килһен йәки китһен шулар ғына, Һүҙ ҙә бөтһөн, дуҫтар, был хаҡта.   Буранбай Исҡужин

Ебәрмәгеҙ ситкә матурҙарҙы...
Ебәрмәгеҙ ситкә матурҙарҙы...

 

Кемдер күтәренеп сығып китә

Ташлап тыуып-үҫкән ерҙәрен;

Кемдер донъя гиҙеп ҡайтып төшә

Донъя төҫлө ҡырҡҡа үҙгәреп.


Китеү-ҡайтыу менән ғүмер үтә...

Ғүмерҙәрҙең ниндәй саҡтары!

...Ыңғыраша - шыңшый көнөн күрә

Күсмәнденең ҡап-ҡарт атаһы.


Киткәндәрҙең төрлөләрен беләм:

Бар бәхет йә аҡса эҙләгән,

Көсөк һымаҡ эйәреп киткәндәр бар —

Нишләп киткәнен дә белмәгән.


Яҡташтарым! Ситкә ебәрмәгеҙ

Аҡыллынан тыуған баланы!

Алйото ла кәрәк үҙебеҙгә, —

Шунһыҙ донъя ҡыҙыҡ буламы?


Ебәрмәгеҙ ситкә матурҙарҙы —

Бала тапмаһындар сит-яттан.

Балалары үҙ телдәрен белмәй!

Нисек үлмәй икән ояттан?


Егәрлеләр кәрәк үҙебеҙгә, —

Ҡырылмаһа-ҡырҡ эш ята.

Ғибрәт алыу өсөн ялҡауы ла,

Яуызы ла кәрәк бит хатта.


Тотмағыҙ тик таланттарҙы ғына,

Талант — уртаҡ барлыҡ халыҡҡа.

Килһен йәки китһен шулар ғына,

Һүҙ ҙә бөтһөн, дуҫтар, был хаҡта.

 

Буранбай Исҡужин

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: