Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
27 Июль 2022, 21:00

Кәләштәр ... эсәме ни?

Ярай, онотолоп та бара ине был хәл. Үткән аҙнала ағай менән һуң ғына калымдан ҡайтһам, кәләш өйҙә юҡ. Төн уртаһында иҫерек ҡайтып инде. Бер нәмә әйтә алмай, аяғында саҡ баҫып тора. Инде лә ауҙы спальняға...

Кәләштәр ... эсәме ни?
Кәләштәр ... эсәме ни?

Өйләнгәнемә күп тә түгел. Яңы өйләнешкәс, беҙҙе унда-бында ҡунаҡҡа йөрөтә башланылар. Мин вахтовик, әле ялдамын. Шулай сит кешеләрҙә кәләшемдең рюмка күтәреп шарап эсеп ултырғанын күреп аптыраным. Ҡунаҡтың башынан аҙағына тиклем эсте лә эсте. Шараптары бөткәйне, ҡатындар араҡыға күсте. Минең кәләш тә улар менән ҡуша эсә. Алдан күргән юҡ ине уның эскәнен. Кеше алдында бер һүҙ ҙә әйтә алманым. Ярай, онотолоп та бара ине был хәл. Үткән аҙнала ағай менән һуң ғына калымдан ҡайтһам, кәләш өйҙә юҡ. Төн уртаһында иҫерек ҡайтып инде. Бер нәмә әйтә алмай, аяғында саҡ баҫып тора. Инде лә ауҙы спальняға. Мин икенсе көнө таң менән тағы калымға сығып китем, ул ятып ҡалды.

Мин үҙем эсмәйем, ғаиләмдә бер кем эсмәй. Нисектер эсеү уйы башҡа ла килгәне юҡ. Мәктәптә уҡығанда класташтар менән бер эскәйнек. Шул тиклем ҡыйын булды, уйлағым да килмәй. Ҡыҙҙар шулай күп итеп эсә икән тип башыма ла инеп сыҡманы. Был ғына түгел, шул хәлдән һуң кәләшкә ерәнеү тойғоһо барлыҡҡа килде. Уға ҡарағым да килмәй, айырым йоҡлайым. Ул юхалап ҡарай ҙа, мин дә оноторға тырышам. Әммә барыбер ерәнәм и все. Нимә эшләргә икән хәҙер? Шундай ҙур туйҙар үткәргәндән һуң айырылышырғамы? Кәләш үҙенең ғәйебен танымай ҙа. “Все так живут. Мин әҙерәк расслабилась и все. Трагедию делаешь на пустом месте” тей. Тимәк, артабан да шул ғәҙәтен ҡуймаясаҡ бит. Ни эшләргә икән?

Руслан.

Һүрәт - интернет селтәренән

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: