Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
8 Июль 2022, 17:15

МӨХӘББӘТЛЕ АЛТМЫШ МИҘГЕЛ

Әбдрәхимовтар "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнде...

МӨХӘББӘТЛЕ АЛТМЫШ МИҘГЕЛ
МӨХӘББӘТЛЕ АЛТМЫШ МИҘГЕЛ

Бөгөн илебеҙҙә иң матур байрамдарҙың береһе – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Кешегә хас булған иң юғары хис-тойғоларҙы, бар булмышы менән башҡаларға үрнәк булған парҙарҙы дандау байрамы ул.

Районыбыҙҙың матур йолаһына ярашлы, был көндө оҙайлы йылдар бергә-бергә, татыу ғүмер иткән ғаиләләргә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырыла. Был юлы миҙалға Мерәҫ ауылынан Әбдрәхимовтар лайыҡ булды.

Роберт Ахунйән улы менән Гөлсирә Мулләхмәт ҡыҙы бергә-бергә 60 йыл татыу ғүмер итә. Үҫмер осоронан икеһе лә колхозда тырышып эшләп, фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Яратып бағып үҫтергән өс ҡыҙы һәм ике улында ла улар эшһөйәрлек һәм кешелеклелек сифаттары тәрбиәләгән. Наҙлы һәм хәстәрлекле әсәй булған Гөлсирә апай “Әсәлек даны” миҙалы менән дә бүләкләнгән. Икеһе лә хеҙмәт ветераны булған Әбдрәхимовтар хәҙер хаҡлы ялда. Гөрләтеп донъя көтәләр, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡыуаналар. Был ғаилә татыулыҡ, мөхәббәт һәм бер-береһенә ҡарата сикһеҙ ихтирам менән сорналған. Әбдрәхимовтарҙы матур һәм лайыҡлы миҙалы менән бар күңелдән ҡотлап, артабан да оҙон-оҙаҡ, тик бәхеттә йәшәүҙәрен теләйбеҙ!

Гүзәл Салихова.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: