Башҡортостанда 6 июлдән мәктәпкә беркетелмәгән биләмәлә йәшәгән балаларҙы беренсе класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана. Ошо осорҙа ата-әсәләр икенсе райондың мәктәптәренә ғариза бирергә мөмкин. Быны 5 сентябргә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша эшләргә була.
«Дәүләт хеҙмәттәре порталында мәктәпкә ғариза биреү бик уңайлы. Беҙҙең республика өсөн хеҙмәт бер юлы ике платформала: Дәүләт хеҙмәттәренең федераль һәм төбәк порталдарында күрһәтелә», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
«Балаларҙы муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларына ҡабул итеү» электрон хеҙмәтен юллау өсөн ата-әсәнең паспорты, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы һәм йәшәгән урыны тураһында белешмә кәрәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәпкә ҡабул итеүҙең беренсе этабы 1 апрелдә башланып, 30 июнгә тиклем дауам итте.