Һаҡмар
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
4 Июнь 2022, 11:00

Эт, тимәгеҙ...

Ишекте асып сығыуыма Муйнаҡ “үлем хәлендә” ята ине. Көлкөм килһә лә, тегене йәлләгән булдым. Көн һайын шундай хәл ҡабатланып торҙо, үҙе тырышып-тырмашып аҫҡап йөрөй. Икенсе аҙнала ҡайһы тәпәйе ауыртҡанын онотоп, бөтөнләй икенсе тәпәйенә аҫҡай башланы...

Эт, тимәгеҙ...
Эт, тимәгеҙ...

Ҡайһы бер эттәр кешеләргә ҡарағанда күпкә аҡыллы ул. Беҙҙең Муйнаҡ тәпәйен ҡайҙалыр ҡырҡтырып ҡайтҡан. Яраһы тәрән түгел, әммә ҡананы ғына. Бәйләп ҡуйҙыҡ. Муйнаҡты бөтәбеҙ ҙә йәлләйбеҙ, иркәләтәбеҙ. Ул үлергә йөрөгән һымаҡ ыһылдап китеп ятҡан була. Икенсе көнөнә үк тәҙрәнән Муйнаҡтың ишек алдында йүгереп йөрөгәнен күрҙем. Ишекте асып сығыуыма Муйнаҡ “үлем хәлендә” ята ине. Көлкөм килһә лә, тегене йәлләгән булдым. Көн һайын шундай хәл ҡабатланып торҙо, үҙе тырышып-тырмашып аҫҡап йөрөй. Икенсе аҙнала ҡайһы тәпәйе ауыртҡанын онотоп, бөтөнләй икенсе тәпәйенә аҫҡай башланы. Ә беҙ күрмәгәндә ат шикеле саба. Бер көн уның шулай йүгереп йөрөгәнен тәҙрәнән күҙәтеп торҙом да, тәҙрәне асып ебәрҙем. Муйнаҡ үҙенең тотолғанын аңлап, ғәйепле төҫ менән ояһына инеп ятты. Мин сығып уны һыйпаным да: “Муйнаҡ, беҙ һине барыбер яратабыҙ бит”.-тигәс, тынысланып та ҡуйҙы.

М.Мәмбәтова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: