Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
3 Июнь 2022, 20:00

Минең апайым - иң шәбе!

Урамда уйнап йөрөгәндә, арттан килгән ике йәш егет, яңылыш төшөрөп ебәргән телефонымды алды ла, бирмәне лә ҡуйҙы. Илай-илай һораным, сөнки әсәйем бер үҙе эшләй ине. Өйгә ҡайтырға ҡурҡып, бер килке тышта ултырҙым...

Минең апайым - иң шәбе!
Минең апайым - иң шәбе!

Апайыма һәр саҡ һоҡланып йәшәйем. Урамда уйнап йөрөгәндә, арттан килгән ике йәш егет, яңылыш төшөрөп ебәргән телефонымды алды ла, бирмәне лә ҡуйҙы. Илай-илай һораным, сөнки әсәйем бер үҙе эшләй ине. Өйгә ҡайтырға ҡурҡып, бер килке тышта ултырҙым. Мине апайым эҙләп сыҡты. Уға ул саҡта 15 йәш ине. Эш нимәлә булғанын белгәс, егеттәрҙең ҡайҙа булыуын һораны. “Һин уларға нимә эшләй алаһың?”-тип, шулай ҙа уны алып киттем.

Теге икәү һыра һемереп тора ине. Апайым эре генә яндарына барҙы ла, телефонды ҡайтарыуҙарын талап итте. Тегеләр: “Бирмәһәк, нимә эшләйһең?!”-тип шарҡылдап көлә баланы. Апайым шул саҡ телефонды тотоп торғанының бот араһына килтереп типте. Теге әллә ауыртыуҙан, әллә көтөлмәгән хәлдән телефонды төшөрөп ебәрҙе. Апайым уны эләктереп алды ла, ҡасып киттек. Ҡараңғы төшкәнсе, был икәүҙән йәшенеп, ағас башында ултырҙыҡ.

Мин студент саҡта ла, апайым ятаҡҡа килеп мине ҡурсалап китер ине. Хәҙер ул себерҙә йәшәй. Шулай булһа ла мин уның хәстәрен тойоп йәшәйем. Рәхмәт, апайым! Һин иң шәп АПАЙ!

В.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: