Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
23 Апрель 2022, 12:30

Их, тәмле!..

Баҡса тулы ҡара һуған, йомортҡа ла бар... Бешереп, яҡындарыбыҙҙы һөйөндөргә генә ҡалды...

Их, тәмле!..
Их, тәмле!..

3 йомортҡа, 2 стакан кефир йә ҡатыҡ, 50-шәр г аҡ май һәм көнбағыш майы, 1 кг он, 1 пакетик ҡоро әсетке, тоҙ, борос алына. Эслек өсөн 8 бешкән йомортҡа, 100 г ҡара һуған, 50 г аҡ май, тоҙ кәрәк булыр.

Тәүҙә йомортҡаларҙы һытып, тоҙ менән яҡшылап болғатығыҙ. Артабан уға аҡ май, көнбағыш майы һәм кефир өҫтәлә. Ондо тәүҙә борос, тоҙ, ҡоро әсетке менән болғатып алабыҙ ҙа, шунан йомортҡалы шыйыҡсаға һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ике мәртәбә ҡалҡып сығырға тейеш. Артабан уны йәйеп, эслек һалып, бөйөрөктәр эшләйбеҙ. Эҫе духовкала 25-30 минут бешерәбеҙ.

Аштарыбыҙ - тәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: