Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
8 Март 2022, 09:50

Бәхәсле һорау, әлбиттә

Бының бер яҡтан ҡурҡынысы ла юҡ кеүек. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй – үҙгәрештәр мәлендә йәшәйбеҙ бит. Икенсе яҡтан бойондороҡһоҙ ҡатындар менән бер рәттән бер ҡасан да әсә булырға теләмәгән, кейәүгә сығырға уйламаған да ҡыҙҙар быуыны ҡалҡып сыҡты. Хатта үҙ парын тапҡандар ҙа тормошон тик үҙенә генә бағышларға теләүен белдерә. Бындай ғаиләләрҙә бала ауазына урын юҡ...

Бәхәсле һорау, әлбиттә
Бәхәсле һорау, әлбиттә

Һәр һуғыштың сәбәбендә – ҡатын-ҡыҙ тора, тигән боронғо фәйләсүфтәр. Уны үҙгәртеп һәр ҡоролоштоң икенсе ағымдан китеүе көсһөҙ (ә хәҙер беҙҙе көсһөҙ тип әйтеп буламы икән?) затҡа бәйле тип әйтер инем. Элек ҡатын-ҡыҙҙың бәхете яҡшы хәләл ефет, әсә булыуға бәйле булһа, хәҙер бәхетле булыуға талаптар арта. Ҡатындар өй усағы янында ғына ултырырға теләмәй, улар аҡса эшләй, сәйәсәт, бизнес менән шөғөлләнә һәм күпселеге ир-егеткә баш бирергә теләмәй. Бының бер яҡтан ҡурҡынысы ла юҡ кеүек. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй – үҙгәрештәр мәлендә йәшәйбеҙ бит. Икенсе яҡтан бойондороҡһоҙ ҡатындар менән бер рәттән бер ҡасан да әсә булырға теләмәгән, кейәүгә сығырға уйламаған да ҡыҙҙар быуыны ҡалҡып сыҡты. Хатта үҙ парын тапҡандар ҙа тормошон тик үҙенә генә бағышларға теләүен белдерә. Бындай ғаиләләрҙә бала ауазына урын юҡ. Ҡатындарҙың үҙе теләгән үрҙәргә етә алыуы тулы булмаған ғаиләләр һанын да ҡырҡа арттырҙы. “Балаларҙы мин үҙем ҡарай алам. Нимәгә миңә ир?”-тиеүселәр ҙә бихисап. Һөҙөмтәлә, бала тулы булмаған ғаиләне дөрөҫ күренеш тип ҡабул итеп үҫә. Киләсәктә үҙе лә ошондай мөнәсәбәткә тартыла. Халҡыбыҙ атаһыҙ – ул, әсәһеҙ – ҡыҙ үҫтермә, тип юҡҡа әйтмәгән. Бала бар яҡтан камил булып үҫһен, киләсәктә матур ғаилә ҡора алһын өсөн уға атай ҙа, әсәй ҙә берҙәй кәрәк. Беҙ интернет аша йәш быуындың аңын төрлөсә томаларға, зәғифләргә теләгән заманда йәшәйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер сит илдәрҙә бер енесле кешеләрҙең бер-береһенә өйләнергә рөхсәт бирелеүе быны бар Ер шарына пропагандаларға тырышыуҙары ла ниндәй аңлайышһыҙ мәлдә йәшәүебеҙҙе күрһәтә. Ҡайһы саҡта интернет селтәре “бала табыу, ғаилә ҡороу “мода”ла түгел” тигән ҡурҡыныс фекерҙе һәр йәш кешегә һеңдереү өсөн генә уйлап табылғандыр, тип уйлап ҡуяһың.

Әлбиттә, ошондай мәлдә башындағы яулығын сисеп ташлап йәки ҡарашы менән генә һуғышты туҡтатҡан ҡатын-ҡыҙҙың тылсымы кәрәк. Һәр кем өсөн бәхет төшөнсәһе ул мең төрлө булыуы ихтимал. Нисә кеше – шунса фекер. Әммә ҡатын-ҡыҙҙың быуаттан - быуатҡа килгән, шуны өсөн был донъяға яратылған дөйөм бәхет төшөнсәһе бар. Ул – Әсә булыу, кешелекте дауам итеү. Ҡатын – ҡыҙ ниндәй үрҙәргә күтәрелһә лә, уның бәхетле өй усағы, бар күңел йылыһы һалынған ҡәлғәһе булырға тейеш. “Эй, хәҙер ирҙәр бармы ни ул?”-тигән һүҙҙәр ишетелә ҡайһы саҡта. Ә, бәлки, ир-егеттәрҙе батырлыҡтарға, ғаиләһе, балалары, иле өсөн яуаплылыҡ алырға этәрә алырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар бөтөп баралыр? Бәхәсле һорау, әлбиттә.дина.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: