Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
5 Март , 13:20

Дан ғаиләләр гөлләмәһе

Һәр төбәктә уңған ғаиләләр бар. Улар үҙҙәренең матур итеп донья көтөүе, ауыл тормошона ғәмһеҙ булмауы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра. Китапханаға саҡырылған Уразбаевтар, Тайбугиндар һәм Иҫәновтар ҙа – һәр кемгә үрнәк булырлыҡ матур парҙар.

Дан ғаиләләр гөлләмәһе
Дан ғаиләләр гөлләмәһе

Яҙҙың тәүге көнөндә билдәләнгән Башҡорт ғаиләһе көнөндә район китапханаһында күңелдәргә үтеп ингән, һабаҡ та, фәһем дә биргән матур сара үтте.

Белеүегеҙсә, 2022 йыл Рәсәй халыҡтарының Мәҙәни мираҫ йылы, ә Башҡортостанда – һөнәри белемде, лайыҡлы хеҙмәт шарттарын, хеҙмәт династияларын модернизациялау йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан Баймаҡ район үҙәк китапхаһындаБиблиойәшлек” проекты старт алды. Уға ярашлы бар район китапханасылары хеҙмәт кешеһенә ихтирам, иғтибар күрһәтеү, мәҙәни мираҫты һаҡлау маҡсатында төрлө саралар үткәрә. Ә инде Башҡорт ғаиләһе көнө айҡанлы үҙәк китапханала “Дан ғаиләләр гөлләмәһе” исемле тантанаға район-ҡалабыҙҙың шәп һәм уңған йәш ғаиләләре йыйылды.

Мәғлүм булыуынса, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты тарафынан Башҡорт ғаиләһе көнө 2017 йылда иғлан ителгәйне. Шунан алып был көндә һәр районда ил күрке булған ғаиләләр тәбрикләнә һәм ҙурлана.

Алып барыусылар Венера Ишбаева һәм Зәйтүнә Ҡолһарина халҡыбыҙ һәр ваҡыт ғаиләгә ҙур әһәмиәт биреүен һәм уны бәләкәй генә дәүләткә тиңләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Сөнки ғаилә халыҡты арттырыусы, генофондты һаҡлаусы, ата-бабаларҙың рухын, бай тәжрибәһен, милләтебеҙҙең ҡиммәттәрен киләсәк быуынға тапшырған мөһим бурысты үтәп килә”,-тине улар. Эйе, халҡыбыҙҙың көсө уның ныҡлы, рухлы ғаиләләренән башлана. Һәр төбәктә уңған ғаиләләр бар. Улар үҙҙәренең матур итеп донья көтөүе, ауыл тормошона ғәмһеҙ булмауы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра. Китапханаға саҡырылған Уразбаевтар, Тайбугиндар һәм Иҫәновтар ҙа – һәр кемгә үрнәк булырлыҡ матур парҙар.

Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Зәлиә Ҡорбанғәле ҡыҙы һәм Нияз Рәжәп улы Уразбаевтар икеһе лә бер ауылда тыуып үҫеп буй еткергәндәр һәм бәхеттәрен дә тыуған ерҙәрендә тапҡандар. Нияз күп балалы ғаиләлә етенсе бала булып доньяға тыуа. Ауыл мәктәбен тамамлағас Сибай профессиональ техник училищеһында төҙөлөш оҫтаһы дипломын ала. Һалдат хеҙмәтенән һуң көсөн хужалыҡ эштәрендә һынап ҡарай. 2006 йылда Нияз ауылда үҙ эшен асып ебәрә. Пилорама һатып алып, халыҡты төрлө төҙөлөш материалы менән тәьмин итә башлай. Ошо йылда Нияз шәхси тормошон да юлға һала. Бер көндө кис ауыл клубында сибәр ҙә, аҡыллы ла Зәлиәне осрата һәм тәү күреүҙән ғашиҡ була. Бер йылдан һуң улар өйләнешеп ике балаға ғүмер бүләк итәләр. Арслан менән Эльвина – ата – әсәләренең ғорурлығы. 2013 йылда тағы ла ҙурырак эшкә тотона ғаилә: ауылда һөтсөлөк һәм игенселек менән шөғөлләнеп, шәхси ферма асып ебәрәләр. Кәләше Зәлиә документарҙы, иҫәп-хисапты алып барыусы алмаштырғыһыҙ ярҙамсы. Зәлиә – һөнәре буйынса сит телдәр уҡытыусыһы, ауыл тормошонда, мәҙәни сараларҙың үҙәгендә бик әүҙем ҡатнаша. Йыр–моңға, бейеүгә маһир. Уразбаевтар Мәскәү ҡалаһында үткән “Алтын көҙ” агрокүргәҙмәһендә ҡатнашып алтын миҙалға лайыҡ булалар. Нияз – Таулыкай ауыл советының өс саҡырылыш депутаты, ауылы өсөн янып йәшәгән кеше. “Бындай ҙур эште алып барыуҙа уңышһыҙлыҡтар ҙа булалыр, күңелегеҙ төшмәйме?”-тигән һорауға Уразбаевтар: “Әлбиттә, төрлө ваҡыттар була. Һәр эш башлаған ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа тейеш. Сөнки һәр уңышһыҙлыҡ артынан ҙур-ҙур уңыштар килә. Бары тик бирешмәҫкә, бер-береңә терәк-таяныс булырға һәм тырышырға кәрәк. Шул саҡта һеҙ хеҙмәтегеҙҙең емешен татып һөйөнәсәкһегеҙ”,-тип яуап бирҙе.

Эшлекле ғаиләлә иҫ киткес моң һәм дәрт тә йәшәй. Зәлиә Уразбаеваның моңло йыры сарала ҡатнашыусыларҙың күңелдәренең иң нескә ҡылдарына ҡағыла алды.

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар ғаилә – Нурзиә Ибраһим ҡыҙы һәм Фәрит Ильяс улы Тайбугиндарҙы күптәр яҡшы белә. Ишле ғаиләләрендә бер-бер артлы буй еткереп килгән малайҙарына береһенән – береһе мәғәнәле башҡорт исемдәре: Ирбулат, Нурислам һәм Искәндәр тип исем ҡушҡан ата-әсә. Өлкән улдары Ирбулат Бөрө университетенда укый, Нурислам ҡаланың 3-сө мәктәбендә – 8-се, ә Искәндәр 5-се класта уҡый. Үҙ шәхси эшен башлар алдынан ғаилә башлығы Ильяс Фәрит улы халыҡты эш менән тәьмин итеү ойошмаһында белгес булып эшләһә, Нурзиә Ибраһим ҡыҙы Баймаҡ фото студияһында һәм һатыу эшендә хеҙмәт итә. Улар уртаҡ фекергә килеп, үҙ шәхси эштәрен асырға ҡарар итә һәм икмәк бешереү цехын асып, уңышлы ғына эш алып баралар. Ильяс Фәрит улының: “Икмәкте беҙ үҙебеҙсә – башҡортса бешерәбеҙ. Уға башты йәғни ҡомалаҡ әсеткеһен әсәйем эшләп бирә”,-тигән һүҙҙәре ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки магазиндарҙы ҡараһаң, унда ҙур ҡалаларҙан килтерелгән, тәме беҙҙең өсөн ят булған икмәк ризыҡтары бик күп. Ә Тайбугиндарҙың икмәге һәр саҡ йомшаҡ һәм тәмле булыуы менән айырыла. Бынан тыш уларҙа төрлө тәмлекәстәр, итле бәлештәр, булочкиҙар ҙа һатыла. Шуға күрә Стаханов урамында урынлашҡан “Ҡамыр батыр” пекарняһын баймаҡтар күптән үҙ иткән.

Осрашыуға уҡыусыларын алып килгән, үҙе лә бик тәмле бешергән, кулинария курстарын алып барған агросәнәғәт колледжы уҡытыусыһы Менәүрә Афзал ҡыҙы студенттарҙы Тайбугиндарға практикаға урынлаштырып буламы икәнлеген һораны. Ильяс Фәрит улы студенттарҙы практикға алыуҙарын, уларға был ваҡытта аҡса ла түләүҙәрен дә белдерҙе. Был да бик мәртәбәле эш бит! Студенттар һөнәрен дә нығыта, аҡса ла эшләй.

Тайбугиндарҙың улдары уҡыуҙан тыш, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, барыһы ла бик һәләтле. Искәндәр “Тамыр” телеканалы уҙғарған “Сулпылар” йыр-моң бәйгеһендә уңышлы сығыш яһаған. Сара ваҡытында ла Искәндәр байрамға арнап йыр бүләк итте.

Матурлыҡты күреү, тойоу, үҙ ҡулдарың менән эшләгән ижад емешең менән тирә-яҡтағыларҙы һоҡландырып йәшәүҙән дә мәғәнәлерәк ғүмер бармы икән? Әгәр ҙә был күркәм сифаттар киләһе быуындарға ла тапшырыла икән, тимәк, Хоҙай Тәғәләнән уны икеләтә-өсләтә бирелгән бүләк тип тә ҡабул итергә кәрәктер. Был һүҙҙәр – Иҫәновтар ғаиләһе хаҡында. Уларҙың тамыры – тотошлайы менән оҫта ҡулдар нәҫеленән. Артур Заһир улы Сибай ҡалаһында Росгвардия ойошмаһы янындағы һаҡ хеҙмәтендә эшләһә, тормош юлдашы Илүзә Гәрәй ҡыҙы Баймаҡ үҙәк дауаханаһының инфекция бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Ғаиләнең биҙәге булып, исемдәренә есемдәре тап килеп торған, Батырйән, Ынйы, Матур, Иҫәнбай исемле матур, шәп балалар тәрбиәләнә. Илүзә Гәрәй ҡыҙынан бәләкәстәргә шундай матур, мәғәнәле башҡорт исемен кем ҡушыуын, ҡартатай-өләсәйҙәр тәҡдимеме икәнлеген һорамайынса булдыра алманыҡ. Бәхетле әсә йылмайып: “Балаларыбыҙҙың барыһына ла исемде иптәшем һайланы”,-тине.

Был да ғаиләлә ата һүҙенең, ата абруйының ни тиклем юғары булыуын, һөҙөмтәлә әсәнең һәм балаларҙың уның ышығында, ел-ямғыр теймәй йәшәүенә ишара яһаны. Ә хәстәрлекле хужабикә уңғанлығы һәм тыйнаҡлығы менән ғаилә усағын йәмләй, уның утын һүрелдермәй тота.

Артур Заһир улының төп эшенән тыш, яратҡан шөғөлө лә бар. Ул ағастан юнып төрлө һындар эшләй. Халыҡтың һорауы буйынса һандыҡтар, көйәнтәләр һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр эшләй. Уның оҫта ҡулдары менән эшләнгән әйберҙәрҙе ҡарап, һәр кемдең һоҡланыуының сиге булманы. Артур Заһир улы: “Мин уларҙы күберәк үҙем өсөн эшләйем. Әлбиттә, төрлө заказдар ҙа күп килә. Әммә матурлыҡты һынландырыу, мәңгеләштереүҙән үҙемдә көс һәм бәхет тойғоларын табам”,-тине.

Шуныһы әһәмиәтле, сарала ҡатнашҡан өс ғаилә лә тормошта үҙ урынын тапҡан, ғаиләм-ҡәлғәм тип йәшәгән, саф башҡорт телендә аралашҡан ер һәм хеҙмәт кешеләре. Улар милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Ата-әсәләре менән сараға бергә килгән балаларҙың башҡортса өҙҙөрә баҫып бейеүе, йырлауы, мәҫәл һөйләүе хайран ҡалырлыҡ ине.

Йәш ғаиләләрҙе тәбрикләргә ағинәйҙәр ҙә килгән ине. Ойошма етәксеһе Хөрмә Биктимерова уңған ғамиләләрҙең үҙҙәренең генә түгел, ә ил яҙмышын да билдәләүен әйтеп үтте. Сәрүәр Иҙелбаева һәм Клара Урыҫбаева “Бер тигәс тә ни яман?” Бер тигәс тә ни яҡшы?” тигән әйтештәре сараға ҡатнашыусыларға фәһем һәм аҡыл бирҙе.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина сараға килгән ғаиләләргә оло рәхмәт һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткереп, уларға татлы бүләк – баллы бауырһаҡ тапшырҙы. “Йыл һайын Башҡорт ғаиләһе көнөнә беҙ район-ҡаланың иң-иң булған парҙарын саҡырабыҙ. Һәм һәр осрашыуҙан онотолмаҫлыҡ яҡшы хәтирәләр, ғорурлыҡ һәм һоҡланыу тойғолары ҡала”,-тине Зилә Вәкил ҡыҙы.

Бына шундай бәхетле һәм уңған ғаиләләр йәшәй беҙҙең тыуған еребеҙҙә. Матурлыҡ һәм уңғанлыҡ, һөйөү һәм мөхәббәт, наҙ һәм нур, бер-береңә ҡарата ихтирам һәм хөрмәт тантана иткән йәш ғаиләләрҙән үҙебеҙ ҙә нурланғандай булдыҡ. Башҡорт ғаиләләре ныҡлы икән, тимәк, киләсәгебеҙ яҡты, ышаныслы, телебеҙ яҡлаулы, милләтебеҙ мәңге йәшәйәсәк!

Гүзәл Иҫәнгилдина.



Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в