Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
10 Февраль 2022, 16:05

Ҡыптырҙашып коньки шыуғанда

Хәҙер инде катокта егеттәр күҙләгән булабыҙ

Ҡыптырҙашып коньки шыуғанда
Ҡыптырҙашып коньки шыуғанда

Рәлиә Королек
Ҡыптыр-ҡыптыр ҡыптырҙашып аяҡтағы бармаҡтар сөрөшкәнсе коньки шыуабыҙ.

-Ҡай, аяҡтарығыҙҙы һындырып ҡуйыуығыҙ бар, - тип атай конькиҙарға кейеҙ ҡуша тегеп бирә апай менән икебеҙгә.

Өйҙән кейеп ҡыптырҙашып китәбеҙ эргәләге генә катокка. Ҡар яуғас, йөрөп тә булмай. Таҙалай торған ҙур тимерҙе этеп үҙебеҙгә етәрлек кенә майҙан асып алабыҙ.

Тегенән-бынан балалар йыйыла. Кемеһе быйма кейгән килеш сәкән менән шайба һуға. Кемеһе йөрәк жыу итеп ҡалырлыҡ итеп эргәнән үтеп китә. Беҙ хихылдашабыҙ.

Тштэн һуң анан-бынан олораҡ ағайҙар күбәйә. Эх, хәҙер хоккей уйнай башлаһалар, беҙҙе ҡыуып сығаралар инде...

Хоккейсыларға тәғәйенләнгән ағас будка эсенә инеп, конькиҙарҙы, йөн ойоҡтарҙы сисеп туңған бармаҡтарҙы яҙып маташабыҙ. Ҡайтырға шөрләйбеҙ, сөнки әсәй кире сығармаясаҡ.

Үҫә килә малайҙар менән үсекләшеп илашып йөрөгән катокта хәҙер егеттәр күҙләйбеҙ...

Ниндәй улар ҡыйыу, ел һымаҡ үтеп китәләр, ҡар сәсрәтеп туҡтайҙар. Йырыҡ ауыҙ менән ҡарап, оҡшатҡан егетең ҡараш ташлаһа, ҡайһы тишеккә инергә белмәй оялаһың...

Хоккей буйынса район ярышы. Төрлө яҡтан төрлө уҡысылар-өлкән класс егеттәре килгән. Ҡыҙҙар менән бүлешәбеҙ уларҙы: кемеһе кемдеке.
- Ой, анау ҡыҙғылт-һары салбар кейгәне минеке, - тим буйға оҙон байтаҡ мыҡты кәүҙәлеһен һайлап.

Уйын буйына күҙәтәм үҙен. Индергән шайбаларына ҡыуанам.

Көн кискә ауыша. Уйындар тамам, урындар билдәләнә.

Таныша алмауыма үкенеп, тәрән көрһөнөп өй яғына ҡайтырға ыңғайлайым.

Өйгә ҡайҡас, әсәй ҡаршыға сыға:

- Бар, Атайыңды тиҙ генә табып алып ҡайт әле. Йомош бар уға, - тип мине кире ебәрә мәктәп эргәһендәге катокка. (Атай ҙа хоккей ҡарай ине).

Мәктәп баҡсаһына инеү менән ҡаршыма теге "үҙем һайлаған" егет осрай. Аяҡтар ҡалтырай, үҙем оялам. Эргәһенән шарт-шорт үтеп маташам. Ә ваҡыт тиҫкәреләнеп туҡтағандай яйлай киреһенсә.

Ҡарашымды уға ташларға ла оялып, ниһайәт ҡаршыма килеп етте тигәндә генә берҙе күтәрелеп ҡарайым.

Яҡты йылмайып ҡарай үҙе миңә. Туп-тура үҙемә, күҙемә. Йөҙөмдө ҡыҙыллыҡ баҫа шунду, йөрәк дарҫлап тибә...

Ул автобусҡа ултыра ла тәҙрәнән аңдый кеүек мине.

Мин ҡабат уны күрмәнем. Исемен дә хатта белмәнем.

Ә эстә йылы оҙаҡ йүгерҙе, сөнки мин оҡшатҡан егет миңә йылмайҙы...

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: