Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
18 Ғинуар 2022, 15:15

Ҡыҙыҡ икән

Ғаилә - икенсе, һаулыҡ өсөнсө урында...

Рәсәй халҡынан ҡыҙыҡлы һорау алыу үткәрелгән. Кешеләргә: “2022 йылда ваҡытығыҙҙы күберәк нимәгә бүләсәкһегеҙ?”-тигән һорау бирелгән. Яуап биреүселәрҙең күпселеге, йәғни 60%, ваҡытын үҙ-үҙен үҫтереүгә, яңы өлкәләрҙе өйрәнеүгә бағышлаясағын белдергән. Икенсе урында – эш (57%) һәм ғаилә (57%). 45% кеше ваҡытын күберәк һаулығына бүлергә уйлай. Яратҡан шөғөлөнә – 26%, спортҡа – 14%, дуҫтарына – 7%, башҡа нәмәгә, шул иҫәптән сәйәхәттәргә 2% кеше тауыш биргән.

Быйыл үҙен эшкә бағышларға теләүселәрҙең күпселеге Мәскәү, Новосибирск, Свердловск өлкәләрендә йәшәй. Ә бына ваҡытын йышыраҡ ғаиләһенә бүлергә ынтылған кешеләр Һамар өлкәһендә икән.

Ә һеҙ 2022 йылда күберәк нимәгә ынтыласаҡһығыҙ?

Г. Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: