Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
12 Ғинуар 2022, 11:10

Бәхет аҡсаламы?

Аҡсаға түшәк һатып алырға була, тик йоҡоно түгел...

Шәкерт үҙенең остазынан: “Бәхет аҡсала түгел, тип әйтәләр, ә уларҙың һүҙе дөрөҫлөккә тап киләме?”-тип һорай.

Остаз тулыһынса: “Тулыһынса дөрөҫлөккә тура килә,-тип яуап бирә.- Ә быны иҫбат итеүе анһат ҡына. Мәҫәлән, аҡсаға түшәк һатып алырға була, тик йоҡоно түгел, ризыҡ һатып алырға була – ләкин аппетитты түгел, дарыу һатып алып була, ләкин сәләмәтлекте түгел. Хеҙмәтсе лә алып була, тик дуҫты түгел, ҡатын-ҡыҙҙы һатып алырға мөмкин, әммә мөхәбәтте һатып алып булмай, йәшәр өсөн урын һатып алып була, ләкин усаҡ йылыһын түгел, хатта күңел асыуҙы ла һатып алып була, ләкин шатлыҡты түгел. Уҡытыусыларҙы һатып алып була, тик аҡылды мөмкин түгел. Бына ошо һанағандарымдан тыш тағы бик күп миҫал килтерергә мөмкин, шәкертем”.

Г. Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: