Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
7 Ғинуар 2022, 11:45

Сабыйҙарҙы ҡырҡ көнгә тиклем һаҡлау мөһим

Халҡыбыҙ бәпестәрҙе нисек һаҡлаған? Ни өсөн йәш балаға көҙгө бирергә, уны уға ҡаратырға ярамай? Һеҙ ошо хаҡта ниндләй ырым-йолаларҙы беләһегеҙ?

Йәш баланы 40 көнгә тиклем көҙгөгә ҡаратырға ярамай. Көҙгөгә ҡаратһаң, бала оҙаҡ һөйләшмәй, йә үҫмәйәсәк.

Йәш балаға көҙгө бирергә ярамай, аҡылы зәғифләнә.

Йәш баланың күлдәген әйләндереп йыуырға ярамай, ауырыу ҡаҡлыға.

Баланың йыуылған керен тышта ҡалдырырға ярамай, ен-шайтан сихыры тейә.

Сабыйҙы 40 көнгә тиклем яңғыҙын ҡалдырырға ярамай, баланы шайтан алмаштыра. Бәпес боҙола, ауырый башлай.

Йәш бала эргәһенән итәк елберләтеп үтергә, янында кейем-һалым ҡаҡҡыларға ла ярамай. Елпеү, ен-зәхмәт ҡағыла.

Ишек асҡанда, бигерәк тә ҡыҙыл эңерҙә, йәш баланы шаршау артынан сығарырға ярамай.

Йәш бала булған өйгә эңерҙә килергә ярамай., һиңә эйәреп ен-зәхмәт тә килеүе бар.

Мунсала йыуындырғанда йәш баланы эләүкәгә һалырға ярамай. Шуға мунсаға сабыйҙы ике кеше алып барырға тейеш. Йәш баланы ҡулдан-ҡулға биреп кенә йыуындыралар.

Ҡыҙыл эңерҙә сабыйҙы мунсаға алып барырға ярамай.

Сабыйға ауырыу килмәһен, уны шайтан алмаштырмаһын өсөн, бетеү яһап, уны күн менән тышлап, сәңгелдәккә элеп ҡуйғандар.

Яңы тыуған баланың сәңгелдәгенә, яҫтығы аҫтына Ҡөрьән һалына.

Сабыйҙы ҡалдырып сыҡҡанда, уның эргәһенә, яҫтыҡ аҫтына бысаҡ, ҡайсы һалалар. Был әйберҙәр енде бәпескә яҡынлатмай.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: