Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
5 Ғинуар 2022, 12:20

Балтаһын да, быймаһын да ташлап ҡастылар

Бер йыл, шыршыны биҙәп, балаларҙы көткән саҡта, атайым балта тауышын ишетеп ҡала һәм тауышҡа китә. Ҡараһа, сит машина һәм ике ир иң матур шыршыларҙы сабып маташа...

Элек мәктәп тормошо ла, уҡытыусылар ҙа йәнлерәк булды, хәҙерге интернет ҡағыҙ мәшәҡәттәренең ул тиклем булмауы ла тәьҫир иткәндер. Минең әсәйем биологиянан уҡытты. 90-сы йылдар башланып, кешеләр нисек тереклек итәйем тип аптырана башлағанда ла, ул уҡыусылары өсөн ҡыҙыҡтар таба ине. Шуларҙың береһе – Яңы йыл.

Әсәйем атайымды һәм бер йәш уҡытыусыны Ҡыш бабай, Ҡарһылыу итеп кейендереп ауыл эргәһендәге урманға ебәрә лә, унан үҙ класын алып китә. Йәнәһе ҡоштарҙы, төрлө эҙҙәрҙе өйрәнәләр. Шул саҡта балалар алдына ысын Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу килеп сыға. Эй, шатланыуҙары уларҙың! Унан биҙәлгән шыршыны, уның аҫтында Яңы йыл кулектары күреп балаларҙың ҡыуанысының иге-сиге булмай. Был сюрприз йыл да ҡабатланһа ла, әсәйемдең уҡыусылары ошо көндө түҙемһеҙлек менән көтә ине, хәҙер ҙә һағынып иҫкә алалар.

Бер йыл, шыршыны биҙәп, балаларҙы көткән саҡта, атайым балта тауышын ишетеп ҡала һәм тауышҡа китә. Ҡараһа, сит машина һәм ике ир иң матур шыршыларҙы сабып маташа. Атайым ҡалын тауыш менән: “Һеҙ минең шыршыларыма тейәһегеҙме әле?!”-тип ҡысҡыра. Ә минең атайым оҙон һәм бәһлеүән буйлы булды. Теге икәү ап-аҡ урманда ҡапыл килеп сыҡҡан Ҡыш бабайҙы күреп ҡоттары оса һәм машинаһына ҡарай ҡаса. Йүгереп барышлай береһенең быймаһы көрткә эләгеп тороп ҡала, балталарын да ташлайҙар. Был ваҡиғаны ата-әсәйем иҫән саҡта йыл һайын Яңы йыл табынында туғандарға, дуҫтарына һөйләп көлдөрөрҙәр ине. Атайымдың артислыҡ һәләте өлкән ирҙәрҙе лә Ҡыш бабайҙың барлығына ышандырған бит.

Г.Кәримова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: