Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
5 Ғинуар 2022, 20:20

Бәпес бүләк иттем

Яңы йыл төнөндә теләк теләүҙе иң матур йола һәм мөғжизә тип уйлайым. Кем нимә тиһә лә, ысын күңелдән теләгән теләктәр тормошҡа аша...

Яңы йыл төнөндә теләк теләүҙе иң матур йола һәм мөғжизә тип уйлайым. Кем нимә тиһә лә, ысын күңелдән теләгән теләктәр тормошҡа аша. Минең тормошом, күҙ теймәһен, яйға һалынған, әммә бала саҡтан әхирәтем өсөн борсола инем. Сөнки ете йыл кейәүҙә булһа ла, балаға уҙа алмай ине. Бер Яңы йыл төнөндә мин әхирәтем бәпес һөйөп ҡыуаныуын теләнем. Был хаҡта бер кемгә лә әйтмәй, түҙемһеҙлек менән көтә башланым. Яңы йыл төнөндә теләгән теләгем тормошҡа ашасағына бер минут та шикләнмәнем. Һәм ысынлап та бер нисә айҙан әхирәтем һөйөнөслө хәбәрен еткерҙе. Хәҙер йүгереп йөрөгән бәләкәс УЗИ ҡуйған сроктан үтеп китеп, минең тыуған көнөмдә донъяға килде! Бына ул мөғжизә!

Альбина Сәйетова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: