Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
31 Декабрь 2021, 16:05

Ҡыйыу булығыҙ!

Уңыштар өсөн ҡайһы ай уңайлы?

2022 йыл – Юлбарыҫ йылы. Был йыл үҙгәрештәр йылы булыуы менән айырыласаҡ. Әммә һәр йондоҙлоҡ өсөн ул үҙенсә, тырышҡанса үтәсәк. Ысынында Юлбарыҫ йылы 1 ғинуарҙа түгел, ә 1 февралдә үҙ көсөнә инәсәк. Был – йыртҡыс йылы һәм ул беҙҙе ҡул ҡаушырып ултырыуҙан арынып, эшкә тотоноуға саҡырасаҡ. Ә кем быны аңламай – улар Юлбарыҫтың уңышынан ситтә тороп ҡаласаҡ.

Йылдың энергияһы – киҫкен, ҡарарға тиҙ килеүсән, ҡайһы саҡта ҡаты ла. Уйланырға ваҡыт юҡ – маҡсатыңды күрәһең-беләһең һәм уға бараһың. Йылдың көсө бер ниндәй контролгә бирелмәгән шарлауыҡҡа оҡшаған буласаҡ. Шуға күрә һәр аҙымығыҙҙы алдан уйлап, билдәле бер план төҙөп алып, шуның буйынса ғына барығыҙ. Был йыл башҡаларҙан үтә тиҙлеге, уға яраҡлашып өлгөрөргә кәрәк булыуы менән айырыласаҡ. Быға тиклем ҡанун итеп алған ҡағиҙәләрегеҙҙе онотоғоҙ. Барыһын да яңынан, тиҙ һәм сифатлы итеп башҡарыу ваҡыты етте. Ҡыйыуҙар һәм тәүәккәлдәр барыһына ла өлгәшә торған мәл.

Ҡуҙы

Ҡуҙылар өсөн 2022 йылға төп кәңәш – бөтә нәмәне һәм шунда уҡ хәл итергә, ашыҡ-бошоҡ эшләүҙән баш тартығыҙ. Киләһе йылда һеҙҙең башҡа төрлө идеялар үҙенән-үҙе килеп кенә торор һәм уны тормошҡа йәһәтерәк ашырырға маташырһығыҙ. Тик бар эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн һеҙгә бар уй-фекерҙәрегеҙҙе уйлап, йыллыҡ план төҙөп алырға кәрәк. Кире осраҡта энергияғыҙҙы юҡҡа әрәм-шәрәм итәсәкһегеҙ. Яҙғыһын тормошҡа ашырысаҡ идеяларығыҙ яҡшы ғына аҡса алып киләсәк. Йәйгеһен ял итеп алығыҙ. Был ҡышҡыһын хәлдән таймаҫ өсөен кәрәк буласаҡ. Осрашып йөрөгән ҡуҙыларға мөнәсәбәтен законлаштырыу өсөн уңайлы мәл. Парлылар тыныс һәм бәхетле ғаилә усағына һөйөнөр, ә бына яңғыҙҙар 2022 йылда үҙенең ғүмерлек йәрен осратасаҡ.

Буға

Юлбарыҫ йылында буғалар быға тиклем булған бар тормош ҡиммәттәрен яңынан ҡараясаҡ, күп нәмәгә ҡараштарҙы үҙгәртергә кәрәк буласаҡ. Был киләсәктә һеҙҙең менән булған хәл-ваҡиғаларға төрлө яҡтан күҙ ташлап, дөрөҫ һығымта яһарға ярҙам итер. Һөҙөмтәлә яҙғыһын һеҙгә шәп идеялар килер һәм уларҙы шунда уҡ тормошҡа ашыра башларһығыҙ. Был йыл һеҙгә тәрән аҡыл бүләк итер һәм күп нәмәне тыныс һәм дөрөҫ ҡабул итергә өйрәтер. Был сифаттар һеҙгә күптәнге хыялдарығыҙға өлгәшергә ярҙам итер. Эске тауышығыҙҙы ла тыңлап өйрәнегеҙ. 2022 йылда нимәгәлер булһа ла уҡырға тырышығыҙ. Уның һөҙөмтәһе лә ҡыуандырыр. Шулай уҡ Юлбарыҫ йылы һеҙгә яңы таныштар һәм дуҫтар килтерер. Улар ярҙамында һеҙ күп нәмәгә өйрәнерһегеҙ, ә был маҡсаттарығыҙға өлгәшергә ярҙам итер.

Игеҙәктәр

Игеҙәктәрҙе бар яҡтан уңышлы йыл көтә. Быға тиклем мөмкин булмаған эштәр еңел генә тормошҡа ашырылыр. Йылдар дауамында ҡуйған маҡсаттарығыҙ ҙа үҙенән-үҙе хәл ителеп, һеҙҙең йондоҙло сәғәтегеҙҙе килтерер. Юлбарыҫ һеҙгә карьера баҫҡысынан үрләү йәки яңы һәм аҡсалы эш тәҡдим итер. Шикләнмәгеҙ – риза булығыҙ. Был һеҙҙең тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртеп, юғары килем килтерәсәк, аҡса проблемаларын хәл итәсәк. Башҡа төрлө мөмкинселектәр ҙә күп буласаҡ. Уларҙы күреү һәм тормошҡа ашырыу өсөн хыялланыуҙарҙы ситкә ҡуйып, бар нәмәгә етди ҡараш ташлап өйрәнергә ваҡыт. Йылдың беренсе яртыһы эштәге уңыштар һәм үҫеш менән үтеп китһә, икенсе ярты йылында мөхәббәт алғы планға сығыр. Ғаиләгеҙҙә барыһы ла яҡшы булыр. Яңғыҙ игеҙәктәр парын табып, йыл аҙағына туйҙар гөрләр.

Ҡыҫала

Ҡыҫалаларға йылдан мөғжизә көтөргә кәрәкмәй. Барыһын да үҙ ҡулығыҙға алып, ныҡлап эшкә тотонорға ваҡыт. Әгәр һеҙ эшегеҙҙә, шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр көтәһгеҙ икән, тимәк, барыһын да үҙ ҡулығыҙға алырға ваҡыт. Һәр аҙымығыҙҙы алдан уйлағыҙ, ныҡышмал булығыҙ. 2022 йылда һалынған башланғыстар һеҙҙең киләсәк тормошоғоҙға нигеҙ һаласаҡ. Шуға күрә үҙегеҙ өсөн уңайлы булған урындан кеше араһына сығып, ҡурҡмайынса эш итергә ваҡыт. Яҙғыһын эшегеҙҙә лә, шәхси тормошоғоҙҙа ҙур ыңғай үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Тик бының өсөн йылдар дауамында һуҙылып килгән проблемаларҙы хәл итергә кәрәк. Сөнки баҙнатһыҙлығығыҙ арҡаһында эшләнеп бөтмәгән эштәрегеҙ, тулыһынса өҙөлмәгән шәхси мөнәсәбәттәр һеҙҙе артҡа һөйрәсәк. Үткәндәренән тулыһынса арынып, яҙмышын яңы биттән башлаған ҡыҫалаларҙы уңыштар, килем һәм мөхәббәт көтә.

Арыҫлан

Юлбарыҫ йылы арыҫландарҙан әүҙемлекте талап итер. Әгәр барыһына ла өлгәшергә теләһәгеҙ, ҡул ҡаушырып ултырырға тура килмәйәсәк. Быға тиклем арыҫландар алдына барыһы ла үҙенән-үҙе килһә, 2022 йылда уңыштарға өлгәшеү өсөн ныҡ ҡына тырышлыҡ һалырға кәрәк буласаҡ. Һәм был һеҙ көткәндән ауырыраҡ буласаҡ. Сөнки ситтән ярҙам булмаясаҡ. 2022 йыл үҙ хатаһын таныған, уларҙы төҙәтеү өҫтөндә эшләгән арыҫландар өсөн генә еңел үтәсәк. Яҙғыһын яңы белем алыу уңайлы ваҡыт. Был да һеҙгә яңы мөмкинлектәр асыр. Йәйгеһен еңел һулап, рәхәтләнеп ял итә алаһығыҙ. Был ваҡытта борсоған проблемалар булмаҫ. Ә бына көҙҙән һеҙҙең өҫкә эш өйөлөп кенә торор. Ризаһыҙлыҡ белдермәй, уларҙы ваҡытында башҡарығыҙ. Шул саҡта һеҙ эшләгән эшегеҙҙең һөҙөмтәһен ҡышҡыһын тулы кимәлдә татып, яңы йылға күтәренке кәйеф менән барып инерһегеҙ.

Ҡыҙ

Юлбарыҫ һеҙгә яҙға тиклем етди пландар хаҡында уйламаҫҡа кәңәш итә. Ошоға тиклемге ваҡытта уҡыу, спорт, рухты үҫтереү, үҙ-үҙеңде аңлауға бағышларға кәрәк. Тик быларҙың барыһын бар күңелдән, рәхәтләнеп эшләргә кәрәк. Ошондай ялдан һуң яҙғыһын һеҙҙең эштәр гөрләп алға тәгәрәр. Һеҙ үҙегеҙҙе быға тиклем баҙнат итә алмай йөрөгән өлкәләрҙә күрһәтә алырһығыҙ. Юлбарыҫ йылында һеҙ кәрәкле һәм файҙалы дуҫтар ҙа табырһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта быға тиклем булған яҡындарығыҙҙы ла ситкә типмәгеҙ. Улар һеҙгә 2022 йылда терәк-таяныс буласаҡ. Ниндәй хәл килеп тыуһа ла, интуицияғыҙҙы тыңлағыҙ. Ул һеҙҙе алдамаҫ. Шулай уҡ быға тиклем күңелегеҙҙә генә йөрөткән хыялды тормошҡа ашырыу ваҡыты етте. Ҡыйыуыраҡ булығыҙ! Көҙгөһөн тик эшкә сумығыҙ, үҙегеҙгә ҡарата талапсан булһағыҙ, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешерһегеҙ. Был һеҙгә өҫтәмә аҡса ла алып килер.

Үлсәү

Йыл башында быға тиклем хәл ителмәй, оҙайлы ваҡыт эсенә һуҙылып килгән проблемаларҙы хәл итергә тура киләсәк. Шунһыҙ артабанғы юл хәйерһеҙ булыр. Сөнки тәү ҡарамаҡҡа ваҡ булып күренгән мәсьәләләр уйламаған ерҙән ҙур проблемаға әүерелеүе бар. 2022 йылда һеҙҙең иң ҡыйыу идеяларығыҙҙы ла күтәреп алырлыҡ фекерҙәштәр табырһығыҙ. Был кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыу яғын ҡарағыҙ. Сөнки киләсәктә улар аша карьера баҫҡысы буйлап үрләүегеҙ, алдығыҙға алға пландарығыҙҙы тормошҡа ашырып буласаҡ. Шулай уҡ Юлбарыҫ һеҙгә уйламаған ерҙән ҙур аҡса бүләк итеүе бар. Бының өсөн һиҙгер һәм уяу булырға кәрәк. Һөнәрегеҙҙе алмаштырыу йә икенсе эш эҙләү теләге лә уяныр. Ашыҡмағыҙ һәм был йәһәттән кешеләрҙең һүҙен тыңламағыҙ. Әлегә һөнәри өлкәлә үҙгәрештәр яһау мәле етмәгән.

Саян

һеҙҙе асыштар һәм мөғжизәләр тулы йыл көтә. Әгәр бар хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләһәгеҙ – уҡығыҙ! Өҫтәмә белем, курс йәки яңы һөнәргә уҡыу, эшкә-шөғөлгә өйрәнеү – быларҙың барыһы ла күңел һиллегенән тыш, өҫтәмә аҡса ла килтерер. Бынан тыш саяндарҙы шәхси тормоштарында ҙур үҙгәрештәр көтә. Барыһы ла еңел һәм үҙенән-үҙе килеп с ыҡҡан кеүек тойолһа ла, ҙур эштәргә шунда уҡ тотонмағыҙ. Һәр нәмәне ныҡлап уйлап башлағыҙ. 2022 йылда һеҙ 2023 йылдың ныҡлы нигеҙен һаласаҡһығыҙ. Был финанс мәсьәләләренә лә, карьераға ла, шәхси мөнәсәбәттәргә лә ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта кеше һүҙенә төшөүегеҙ күп проблемалар тыуҙырыуы бар. Бер кемде тыңламағыҙ һәм һүҙ йөрөтмәгеҙ. Шулай уҡ үҙегеҙҙең хис-тойғоларығыҙҙы асыҡтан-асыҡ күрһәтеүҙән һаҡ булығыҙ. Төрлө идеялар һәм эш менән янып йыл үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ. Йыл аҙағына табан ғына көсөргәнеш кәмеп, ял итерһегеҙ.

Уҡсы

Юлбарыҫ йылы уҡсылар өсөн бик уңышлы буласаҡ. Күптән уйлап йөрөгән пландарығыҙға ҡыйыу тотона алаһығыҙ. Уларҙың барыһы ла уңышлы итеп тормошҡа ашасаҡ. Һеҙгә һәр эштә бәхет йылмайыуын башҡалар ҙа һиҙәсәк. Шуға күрә теләктәшлек, бергә эшләү тураһында тәҡдимдәр күп буласаҡ. Ҡурҡмағыҙ, яңы танышыуҙарға юл ҡуйығыҙ. Улар менән бергә эшләү уйламаған ҡыуаныстар килтерер. Барыһы ла уңышлы барһын өсөн иң тәүҙә төп маҡсатты билдәләп алығыҙ. Һәм йыллыҡ планығыҙҙы нәҡ шунан башлағыҙ. Башҡа эштәр шул маҡсатығыҙға эйәреп үҙенән-үҙе хәл ителер. Һеҙ бар булмышығыҙҙа иҫ киткес еңеллек тойорһоғоҙ. Был барыһы ла үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан кеүек тойолғандан буласаҡ. Әммә еңелеккә өйрәнеп китеп, ваҡ проблеманан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән һаҡланығыҙ. Был айырыуса йыл аҙағына хас буласаҡ. Күңелегеҙҙе төшөрөп йыл дауамында өлгәшкән уңыштарығыҙҙы юҡҡа сығарыуығыҙ бар. Ошо хаҡта онотмағыҙ.

Кәзәмөгөҙ

Юлбарыҫ йылында һеҙгә ҡорбан һәм күҙәтеүсе булыу позицияһын мотлаҡ үҙгәртергә кәрәк буласаҡ. Әгәр һеҙ ысынлап та нимәгәлер өлгәшергә теләһәгеҙ, бар яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алып, эшкә тотоноу мөһим. Яңы йылға теләр-теләмәҫ, йәки эре ҡыланып инергә кәрәкмәй. Юлбарыҫ йылы башланыу менәән үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ һәм өйөлгән проблемаларығыҙҙы хәл итеүгә тотоноғоҙ. Тик үҙ интуицияғыҙҙы ғына тыңлағыҙ. Кәзәмөгөҙҙәргә Юлбарыҫ йылында кемдер ҡушҡанса, кемдер кәңәш иткәнсә түгел, ә үҙ күңелен тыңлап эш итергә кәрәк. Уңыштарға өлгәшеүҙең иң уңайлы мәле июнь айы буласаҡ. Был айҙа һеҙ үҙегеҙҙә энергия ташып тороуын тоясаҡһығыҙ. Әммә йәйгә тиклем ҡул ҡаушырып ултырырға ла ярамай, бәләкәй аҙымдар менән булһа ла, тик алға барырға кәрәк. Быларҙың барыһын да теүәл үтәһәгеҙ, һеҙ күптәнге хыялдарығыҙҙы ла тормошҡа ашырып, яҡындарығыҙ менән уртаҡ тел табып, рәхәтләнеп ял итәсәкһегеҙ.

Һыуғояр

Юлбарыҫ йылында алданыу юлынан сығығыҙ. Һеҙ үҙегеҙҙе алдап, башҡаларҙың татлы теленә ышанып әрәм булыуығыҙ бар. Ошоға тиклем һеҙҙең күҙҙәрегеҙ бәйле кеүек ине. Ни тиклем күңелегеҙгә ҡыйын булһа ла, тормошҡа реаль ҡараш ташларға ваҡыт етте. Был һеҙҙе бик үк ҡыуандырмаҫ, әммә тормошоғоҙҙо яйға һалырға ярҙам итер. Яҙға тиклем һеҙ янығыҙҙағы кешеләргә ҡарата мөнәсәбәтегеҙҙе хәл итергә тейешһегеҙ. Улар араһында артыҡ, һеҙгә тик күңелһеҙлектәр килтергәндәре лә бар бит. Юлбарыҫ йылында һеҙ улар менән мәңгелеккә хушлашырға тейеш. Тәүҙә ауыр һымаҡ булһа ла, был һеҙҙең яҙмышығыҙҙы яйға һалырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ һеҙ үткән йылдан килгән проблемаларығыҙҙы ла хәл итәсәкһегеҙ. Йылдың аҙағында аҡса мәсьәләгеҙ хәл ителеп, уны уңышлы эшкә һалып ҡыуананасаҡһығыҙ. Юлбарыҫ йылы эшегеҙҙә .юғары уңыштарға өлгәшеп, өҫтәүенә йәнгә яҡын булған яңы танышыуҙар менән тамамланыр.

Балыҡ

2022 йылда балыҡтар буштан-бушҡа борсолоуҙарын ситкә ҡуйып, иң бәләкәй булған да еңеүҙәренә һөйөнөп өйрәнергә тейеш. Бөтә хәл-ваҡиғаларға фәйләсүфтәрсә ҡараш ташлағыҙ, кеше һүҙен тыңламағыҙ һәм кеше һүҙенә төшмәгеҙ. Был һеҙгә күңел тыныслығы бирер. Эштең күп булыуы, ҡайһы саҡта ял итә алмауығыҙға эсегеҙ бошор, әммә һеҙ барыһын да атҡарып сыға аласаҡһығыҙ. Юлбарыҫ йылында һеҙгә эшегеҙҙе беренсе урынға ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Сөнки финанс мәсьәләләрен ваҡытында хәл итеү өсөн был бик тә мөһим. Яңы проекттарығыҙҙың барыһы ла тормошҡа ашмауы бар. Әммә был һеҙҙең эш кәйефегеҙҙе төшөрөргә тейеш түгел. Сөнки Юлбарыҫ йылында килеп сыҡмаған проекттарығыҙ, 2023 йылда мотлаҡ тормошҡа ашып, килемегеҙҙе арттырыр. Тағы бер кәңәш – көсөгөҙ етмәгән эшкә йәбешмәй тороғоҙ, уның ваҡыты етмәгән әле.

Гүзәл Салихова.

 

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: