Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
31 Декабрь 2021, 13:00

Беҙҙе ниҙәр көтә?

Кемдәрҙелер аҡса, ә бәғзеләрҙе мөхәббәт көтә...

Астрологтар Юлбарыҫ йылының күптәр өсөн уңышлы булыуын һәм яҙмышында хәл иткес үҙгәрештәр алып киләсәген белдерә. Юлбарыҫ ҡаты, агрессив һәм йыртҡыс хайуан булһа ла, ул эштә лә, шәхси тормошта ла уңыштар килтереү һәләтенә эйә. Тик бының өсөн йыл хужаһын тыңларға, уның кеүек шәп тиҙлекте яратырға, күҙ асып йомған арала дөрөҫ ҡарарҙарҙы ҡабул итеп өлгөрөргә кәрәк.

Донъяның сәйәси һәм иҡтисади өлкәләрендә лә үҙгәрештәр күп буласаҡ. Кешеләр, ниһайәт, ошо планета, уның киләсәге өсөн тик үҙҙәре яуаплы икәнлеген аңлап, экология өлкәһендә күп ыңғай эштәр башҡарыр. Юғары вазифа биләүселәр, сәйәсмәндәр өсөн Юлбарыҫ һынау юлы буласаҡ. Йыл хужаһының ҡанундарын үтәмәгән бик күп билдәле кешеләр юҡҡа сығасаҡ.

Үҙгәрештәр йылы булған Юлбарыҫ ҡыуандырырға ла, көйөндөрөргә лә өлгөрөр. Һәр саҡ уяу булыу, һәр өлкәләге үҙгәрештәрҙе дөрөҫ ҡабул итеү йылдың уңышлы үтеүенә булышлыҡ итер.

Юлбарыҫ

Был һис шикһеҙ – тик һеҙҙең йыл! 2022 йылда һеҙ ысын йондоҙҙай балҡып йәшәйәсәкһегеҙ. Һеҙ Юлбарыҫтың һағы аҫтында буласаҡһығыҙ, шуға күрә һеҙҙең өсөн бар ишектәр асыҡ буласаҡ. Әлбиттә, барыһына ла өлгәшеү өсөн нимә кәрәклеген аңларға һәм план төҙөп алырға кәрәк. Йылдың тәүге яртыһын эшкә һәм карьера яғынан үҫеүгә бағышлағыҙ. Сөнки был йүнәлештә барыһы ла килеп сығасаҡ. Һеҙҙе ҡыуандырған перспективалы тәҡдимдәр буласаҡ. Ә килемегеҙҙе өс мәртәбә күбәйтеү мөмкинлеге килер. Юлбарыҫ үтә киҫкен һәм агрессив характерлы булыуы менән айырыла. Шуға күрә 2022 йылда холҡоғоҙҙо тыйып тороғоҙ. Сөнки янығыҙҙағы кешеләр менән уртаҡ тел табыу эшегеҙ өсөн кәрәк буласаҡ. Буштан-бушҡа ярһыуығыҙҙы спорт, медитация, башҡа төрлө тынысландырыусы шөғөл менән баҫырға тырышығыҙ.

Ҡуян (Бесәй)

Ҡуяндар тыныс һәм күнеккән тормошто ярата. Уларҙың тормошона ниндәйҙер үҙгәреш индереүе бик ауыр. Шулай ҙа 2022 йыл һеҙҙең тормошоғоҙға үҙгәрештәр килтерәсәк һәм улар һеҙгә тик һөйөнөс килтерәсәк. Һеҙ хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырасаҡһығыҙ, перспективалы тәҡдимдәр аласаҡһығыҙ, матди хәлегеҙҙе яҡшыртырһығыҙ. Тик һеҙгә һаулығығыҙға ныҡлы иғтибар бирергә кәрәк. Тәү сиратта ул йоҡо режимын яйға һалыу. Шулай уҡ даими рәүештә спорт менән шөғөлләнеү һәм дөрөҫ туҡланыу. Яңы йылда был бик мөһим буласаҡ. Бюджетты алдан планлаштырығыҙ. Сөнки аҡсағыҙҙың берсә күп, берсә бөтөнләй булмауы бар. Әммә уйламаған урындан килгән аҡса матди хәлегеҙҙе яҡшыртыр. Мөхәббәт өлкәһендә лә барыһы ла яҡшы булыр.

Аждаһа

Һеҙҙең өсөн еңел булмаған йыл килә. Әммә барыһы һеҙҙең үҙегеҙҙең ҡулда буласаҡ. Иң тәүҙә шәхси мөнәсәбәттәрҙе тәртипкә килтерегеҙ. Сөнки был өлкәләге әйтеп еткермәү һәм проблемалар һеҙҙе эмоциональ яҡтан көсһөҙләндерә һәм башҡа эштәргә хәлегеҙ ҡалмай. Яңғыҙ аждаһалар йыл аҙағында үҙ парын табасаҡ. Һеҙгә бар эште еренә еткереп эшләргә һәм һәр нәмәгә ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк буласаҡ. Аҡсағыҙҙы юҡҡа әрәм-шәрәм итмәгеҙ, бөгөндән үк күпмелер аҡсаны һаҡлауға һалып барығыҙ. Был һеҙгә йылдың ауырлыҡтарын еңергә ярҙам итер. Әгәр йылдың тәүге яртыһында тырышып эшләһәгеҙ, икенсе яртыһында ял итергә мөмкинселек булыр. Юлбарыҫ йылында бар нәмә һеҙҙең тырышлыҡҡа һәм ныҡышмалылыҡҡа ҡороласағын онотмағыҙ.

Йылан

Йылан йылында тыуғандар берсә күтәрелеш, берсә аҫҡа төшөү мәленә әҙер булырға тейеш. Шуға аяҡҡа ныҡлы баҫып тороуҙы алдан хәстәрләргә кәрәк. Ижад кешеләренә уңыш йылмаясаҡ. Һеҙ үҙегеҙгә бирелгән һәр мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмау сараһын күрһәгәҙ, яҡшы килем аласаҡһығыҙ. Тик бының өсөн һеҙгә әүҙемерәк булырға һәм заман менән бергә атлап өйрәнергә кәрәк. Уйланыу, яйлап атлау тураһында онтоғоҙ. Юлбарыҫ һеҙҙән тиҙлекле һәм йылдамлыҡты талап итәсәк. Яңы проект, яңы эш тураһында уйланған булһағыҙ – Юлбарыҫ йылы бының өсөн иң уңайлыһы. Иң ҡыуандырғаны – шәхси тормош буласаҡ. Ғаиләгеҙҙә барыһы ла ыңғай ғына барыр. Ә бына үҙегеҙҙең иғтибарһыҙлыҡ һәм тик яҡшыға ғына өйрәнеп китеү арҡаһында һеҙгә терәк булған иң яҡын дуҫығыҙҙы юғалтыуығыҙ бар. Иғтибарлы булығыҙ, башҡа һеҙҙең тормошта ундай ныҡлы таяныс булған кеше осрамаясаҡ.

Ат

Һеҙгә Юлбарыҫ: йылында бар ҡыйыулығығыҙҙы эшкә ҡушырға кәрәк буласаҡ. Һеҙ үҙегеҙ тураһында бар донъяға ҡысҡырырға әҙер булырға тейеш. Тик шул саҡта ғына һеҙгә уңыш йылмайыр һәм бар ишектәр асыҡ булыр. Ижади һәм һөнәри яҡтан үҫешеү өсөн бик уңайлы осор. Тик бының өсөн бик ныҡ тырышырға кәрәк булыр. Йыл һеҙҙең өсөн мәшәҡәтле һәм проблемалы булыр. Тик зарланырға түгел, ә Юлбарыҫҡа ярарға кәрәк буласаҡ. Йылдың уйламаған һуҡтырыуы бар. Әммә сабырлыҡ һәм зарланмау һеҙгә проблемаларҙы йырып сығырға ярҙһам итер. Юлбарыҫ йылында һеҙҙең өсөн беренсе урында аҡыл булырға тейеш. Матур танышыуҙар, эш хаҡы артыуы, премиялар көтә. Тик уларҙы алғанда ҡыуаныс кисереү өсөн кеше менән булышыу, башҡаларҙы һөйләү сифаттарын ситкә ҡуйығыҙ. Һеҙ үҙегеҙ һәм үҙ ҡаҙаныштарығыҙ өсөн йәшәйһегеҙ һәм тырышаһығыҙ. Быны Юлбарыҫҡа аңлата алһағыҙ, йылығыҙ уңышлы килер.

Һарыҡ (Кәзә)

2022 йылда ситтә тороп, барыһын да ситтән күҙәтеүҙән һаҡланығыҙ. Үҙегеҙ өсөн яуаплылыҡ алыу ғына һеҙҙе бар проблемаларҙан ҡотҡарыр. Әлбиттә, уңыштарға өлгәшеү өсөн ныҡ ҡына тирләргә тура килер, әммә һөҙөмтәләр һеҙҙе ныҡ ҡыуандырасаҡ. Ваҡ эштәр менән булышмағыҙ. Иң мөһиме – үҙегеҙҙе йәлләүҙән туҡтағыҙ. Һеҙ – көслө һәм барыһын да эшләй алаһығыҙ. Шуға күрә буштан-бушҡа илап, буш хыялдарға бирелеп ултырмағыҙ, ә һәр саҡ хәрәкәттә булығыҙ. Юлбарыҫ алып килгән проблемаларға бошонорға ашыҡмағыҙ. Сөнки улар һеҙҙең характерҙы нығытыу, киләсәктә бар ауырлыҡтарҙан сыныҡтырыу өсөн ебәреләсәк. Шул уҡ ваҡытта һеҙҙең янығыҙҙа һәр саҡ яҡшы кешеләр булыр. Уларға таянығыҙ һәм һәр саҡ кәрәкле ярҙамды алырһығыҙ. Шулай уҡ дөрөҫ туҡланыу, һаулыҡҡа иғтибар бирегеҙ. Бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн яҡшы һаулыҡ һәм күтәренке кәйеф кәрәк буласаҡ.

Маймыл

Юлбарыҫ йылы һеҙҙең өсөн киләсәк йылдарға әҙерләнеү буласаҡ. Тик был һеҙҙең ҡул ҡаушырып ултырырға тейешлекте аңлатмай. Быйыл нисек эшләйһегеҙ, тырышаһығыҙ, киләсәк йылдарығыҙ ҙа шулай һалынасаҡ. Үҙегеҙҙең төп хыялығыҙ тураһында ғына уйлағыҙ, әле бер, әле икенсе эшкә тотоноуҙан ҡасығыҙ. Тәү ҡарамаҡҡа күп аҡса вәғәҙә иткән һымаҡ булһа ла, шикле проекттарға ҡушылмағыҙ. Юлбарыҫ йылында һеҙгә аҡсағыҙҙы айырыуса ныҡ һаҡлап, алдан планлаштырып тотонорға кәрәк булыр. Ғаиләле кешеләргә лә, мөхәббәтен әле осратҡандарға ла мөнәсәбәттәре тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшергә өйрәнергә кәрәк булыр. Кире осраҡта шәхси тормошоғоҙ уңмаҫ. Яңғыҙҙарға парлы булырға ашығырға кәрәкмәй. Юлбарыҫ бының өсөн уңайлы йыл түгел. Шулай уҡ ял итеү, һаулыҡты нығытыуға ваҡыт табығыҙ. Кире осраҡта депрессияға бирелеп, һаулығығыҙ менән етди пробламалар булыуы бар.

Әтәс (Тауыҡ)

2021 йылда башлаған эшегеҙҙе тамамламайынса яңы эшкә тотонмағыҙ. Юғиһә Юлбарыҫ һеҙҙе бер йылға ярҙамһыҙ ҡалдырыр. Яңы йылға бар проблемаларҙы хәл итеп, “таҙа” булып инергә кәрәк. Әгәр һеҙ барыһын да дөрөҫ эшләһәгеҙ, карьера баҫҡысынан күтәрелеү һәм матди хәлде яҡшыртыу көтә. Йыл башында уҡ аҡсағыҙҙы нимәгә тотонорға кәрәклеген һанап-иҫәпләп ҡуйығыҙ. Шундай осраҡта ғына һеҙ йыл уртаһында финанс көрсөктән ҡотола алырһығыҙ. Йыл сағыу ваҡиғаларға ныҡ бай буласаҡ. Шуға күрә уның үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта һаулығығыҙға ныҡ иғтибар бирергә кәрәк булыр. Сөнки сәләмәтлегегеҙҙе ваҡытында хәстәрләмәү, нәҡ Юлбарыҫ йылында үҙен белдереүе бар. Шәхси мөнәсәбәттәргә килгәндә: башығыҙҙы юғалтмағыҙ! Әтәстәр Юлбарыҫ йылында йыш ғашиҡ буласаҡ. Бындай мәлдә уйламай эш итеү йә башты юғалтыу киләсәктә етди проблемалар килтереүе бар. Яңғыҙ әтәстәр генә мөхәббәттә уңышлы булып, үҙ парын табыр.

Эт

2021 йылда ныҡ һәм тырышып эшләгән эттәр Юлбарыҫ йылында рәхәтләнеп ял итә ала. Уңыштар һеҙгә үҙенән-үҙе килеп торор. Шул уҡ ваҡытта 2022 йыл һеҙгә ҙур ҡыуаныстар алып килер. Һеҙҙең өсөн яңы яҡты офоҡтар асыласаҡ: кемдер ҙур аҡсалы эш табыр, кемдер яңы проекттары менән уңыштарға өлгәшер. Уңыш йылмайһа ла, булған аҡсағыҙҙы һанап, нимәләргә тотонасаҡһығыҙ икәнен билдәләп ҡуйығыҙ. Был аҡсаны юҡҡа әрәм-шәрәм итеүҙән һаҡлар. Эттәрҙең бар нәмәгә еңел өлгәшеүе күптәрҙә көнләшеү тойғолары уятыр. Бындай кешеләрҙең һеҙгә аяҡ салыуы ла бар. Шуға күрә уйлаған пландарығыҙҙы кешегә һөйләмәгеҙ. Был һеҙҙе күп күңелһеҙлектәрҙән ҡотҡарыр. Шулай уҡ бар кешене лә, айырыуса яңы таныштарҙы, яҡын килтереүҙән һаҡ булығыҙ. Улар һеҙҙең күп эшегеҙҙе юҡҡа сығарыуы бар. Һаман яңғыҙ булған эттәр үҙ парын табыр, ғаиләлеләр йортонда барыһы ла тыныс һәм уңышлы барыуына һөйөнөр.

Сусҡа

Юлбарыҫ йылында һеҙгә алдан уйлап эш итеү, аҡыл, сабырлыҡ тойғоларын үҫтереп, бар нәмәне алдан планлаштырып эшләп өйрәнергә кәрәк буласаҡ. Барыһы ла яҡшы барһын өсөн иң тәүҙә һаулығығыҙға иғтибар бирегеҙ. Көндәлек тормошоғоҙға туйғансы йоҡлау, дөрөҫ туҡланыу, физик күнекмәләрҙе мотлаҡ өҫтәргә кәрәк буласаҡ. Үҙегеҙгә иғтибар бүлегеҙ. Үҙ-үҙегеҙҙе ашап, үҙегеҙ хаҡында насар уйлап, нервығыҙҙы бөтөрөү холҡон ҡуйығыҙ. Сөнки был яҡшыға алып бармаясаҡ. Алдашыуҙарҙан ҡасығыҙ. Һеҙгә ул ябай булып күренһә лә, иң бәләкәс алдау ҙа ҙур проблемаларға килтереүе бар, Юлбарыҫ башҡаларға алдауҙы ғәфү итһә лә, сусҡаларҙан ул бар нәмәлә лә тик дөрөҫлөктө талап итәсәк. Шулай уҡ үҙ хаталарығыҙ өсөн үҙегеҙ яуап бирергә өйрәнегеҙ. Уларҙы кемгәлер япһарырға маташыу, Юлбарыҫтың асыуын килтерер. Һеҙҙең өсөн был етди һәм һынауҙарға бай йыл буласаҡ. Әммә сабырлыҡ, түҙемлек һеҙгә бар ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итәсәк.

Сысҡан

2022 йыл һеҙҙең өсөн еңел буласаҡ. Тик бының өсөн Юлбарыҫ тәҡдим иткән бар үҙгәрештәр менән риза булырға кәрәк. Сөнки ул үҙенең ҡарарҙарын ҡабул иткән кешеләргә генә ярҙам итәсәк. Ә сысҡандарҙың үҙ һүҙлелеге Юлбарыҫҡа бөтөнләй оҡшамауы бар. Һәр аҙымығыҙҙы алдан уйлап эшләгеҙ. Был да һеҙҙе күп мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарыр. 2022 йылда бер нәмә лә һеҙгә үҙенән-үҙе килмәйәсәк. Шуға күрә тырышырға һәм бар нәмәгә ныҡлы көс һалырға кәрәк буласаҡ. Юлбарыҫ йылында һеҙгә сит илгә, икенсе йортҡа, эшкә күсергә ярамай. Карьера буйынса үҫеш өсөн дә уңайлы мәл түгел. Иң мөһиме – түҙергә, яраҡлашырға һәм Юлбарыҫ ҡушҡанды үтәргә. Шулай уҡ аҡса йәһәтенән дә барыһын да уйлап эш итергә кәрәк булыр. Юлбарыҫ һеҙҙең юҡҡа аҡса әрәм-шәрәм итеүҙе ҡабул итмәйәсәк. Барыһын да алдан уйларға, һанарға һәм дөрөҫ һанарға кәрәк булыр. Шул осраҡта ғына Юлбарыҫ йылын матди яҡтан тетрәнеүһеҙ үткәрерһегеҙ.

Һыйыр (Үгеҙ)

Һыйыр йылында тыуғандарға артыҡ хыялланыуҙан, яй йөрөүҙән, ҡул ҡаушырып ултырыуҙан арынырға тура киләсәк. Юлбарыҫ йылында һеҙҙең өсөн тылсымлы таяҡ булмаясаҡ. Барыһын да үҙ ҡулығыҙға алып, үҙегегеҙгә хәл итергә кәрәк булыр. Шул осраҡта ғына һеҙгә бәхет йылмайыр. Карьера күтәрелеше, матди яҡтан ҡыуаныстар тик тырыш һыйырҙарҙы көтә. Ныҡ һөйөнөслө үҙгәрештәр булмаһа ла, тырыштар үҙ урынын табып, төрлө уңыштарға ла өлгәшер. Юлбарыҫтың һеҙгә ҡарата бер генә маҡсаты бар – артыҡ яй йөрөүегеҙҙе ҡуйҙырып, һеҙҙе йыл тиҙлегендә йәшәргә өйрәтеү. Әгәр ошо темпҡа яраҡлашһағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр. Хис-тойғоларығыҙҙы ла ауыҙлыҡлап өйрәнегеҙ. Артыҡ эмоциональ булыу, кешеләрҙең күңелен ҡалдырыу ҙа, яҡшыға алып бармаҫ. Ныҡ ҡыҙып киткән саҡта, кешеләрҙән ситкә китеп, уйланып, тынысланып алығыҙ. Шул саҡта һеҙҙең барыһы ла яҡшы булыр.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: