Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
21 Декабрь 2021, 17:50

Барыһы ла аҡса һорай

“Һин яңғыҙһың, ә ай һайын һиңә 30-ар меңләп аҡса күсә икән”,-тине.

Мин төп эшемдән тыш, интернет аша ла аҡса эшләйем. Шуға күрә күпмелер сумманы һалып барыу мөмкинселеге бар. Бер көн апайымдың улы минең телефонымды уйнарға һорап алды. Бирҙем. Ҡустым телефонды миңә ҡайтарып биргәндә унда банктан күпме аҡса күсеүе тураһында килгән смс-хәбәрҙәр асыҡ ине. Ошо көндән алып апайым менән еҙнәйем минән аҡса һорай башланы. Әсәйем дә: “Ҡустыңа ҡышҡы кейемдәрҙе һин әҙерләргә тейеш”,-тине. Аптырап: “Ни өсөн мин, уның ата-әсәһе бар бит”,-тинем. Әсәйем: “Һин яңғыҙһың, ә ай һайын һиңә 30-ар меңләп аҡса күсә икән”,-тине. Мин: “тейешле тәрбиә бирә алмағас, бала тапмаһындар ине. Мин уларҙың улын ҡарарға тейеш түгел”,-тинем.

Ошонан һуң әсәйем дә, апайым да минең менән аралашмай, һөйләшмәй башланы. Ә бит мин уларға былай ҙа аҡсалата, әйберләтә лә ярҙам итә инем. Ҡустым хыял иткән ҡиммәтле уйынсыҡтарҙы мин һатып ала инем. Ни өсөн мин тәүлегенә ҡайһы саҡта 12-шәр сәғәт эшләгән кеше үҙ аҡсамды тулыһынса уларға бирергә тейеш? Яҡшы йәшәргә теләйҙәр икән – эшләһендәр. Улар 10-12 меңлек эш хаҡына риза булып, шул аҡсаны еткерә алмауҙарында минең ғәйебем юҡ бит.

Миңзәлә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: