Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
21 Декабрь 2021, 21:05

Аборт эшләтергә ҡушҡайны

“Ҡыҙыбыҙ буласаҡ!”-тип әйтеү менән уны ен алмаштырҙымы ни! Ҡаңғыра башланы, йоҙроҡтарын төйөп өҫтөмә менеп кенә килә!

Өс йыл элек булған ваҡиғаларға әле лә аптырайым. Бер егет менән яратышып өйләнештек. Мөхәббәтен белдереп, үҙе арттан йүгереп йөрөп ҡаратып алды. Шуға күрә бәхетле йәшәйәсәгебеҙҙә шигем бөтөнләй булманы. Иртә ҡыуанғанмын икән. Ауырға ҡалғанымды белгәс, бик шатланды. “Минең улым буласаҡ!”- тип бар донъяға оран һалып ҡыуанып йөрөнө. Беренсе УЗИ үтергә барғас та, ҡыҙыбыҙ буласағын әйттеләр. Кискеһен иремдең эштән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алып һөйөнсөләнем. “Ҡыҙыбыҙ буласаҡ!”-тип әйтеү менән уны ен алмаштырҙымы ни! Ҡаңғыра башланы, йоҙроҡтарын төйөп өҫтөмә менеп кенә килә! Көскә ҡасып ҡотолдом. Икенсе көнөнә: “Бар, аборт эшләт! Юғиһә, үҙем төшөрәм эшкинмәгән ҡыҙыңды!”-тип аҡырҙы.

Ул эшкә китеү менән әсәйемә шылтыратып илай-илай хәлемде һөйләп бирҙем. Ул шунда уҡ килеп мине алып ҡайтып китте. Ирем оҙаҡ ҡына ҡаңғыртып йөрөнө. “Айырылышһаҡ та, аборт эшләт! Ҡыҙ өсөн барыбер алимент түләмәйем!”-тип.

Хәҙер иҫләһәм, ҡотом оса. Нисек кисергәнмендер барыһын да? Күрәһең, Хоҙай Тәғәлә минең ысын мөхәббәтемде юлыма сығарыр өсөн был һынауҙарҙы биргәндер. Ҡыҙыма ике йәш булғанда ғүмерлек мөхәббәтем менән таныштым. Егет кеше булһа ла, матур итеп туй үткәреп тороп өйләнде миңә. Ҡыҙым уға: “Атай!”-тип өҙөлөп тора. Ә теге бәндә эскелеккә һабышты. Урамда бомж кеүек йөрөй. Үсәмәйем, күрәһең, әшәкелегенең язаһын татыйҙыр.

Т.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: