+16 °С
Дождь
Элегерәк машзаводта Аллабирҙе тигән ағай эшләгән Бер ваҡыт уларға көтмәгәндә ҡунаҡ килгән. Йәшәгән өйҙәре заводҡа яҡын булғас, әбейе уны ҡайтарырға киткән.
Эш ҡайнап торған ҡыҙыу цех. Бөтә эшселәр бер иш комбинезондарҙа, биттәре ҡаплы. Әбей бында күпселек рустарҙың эшләүен белә, ә уның руссаһы самалы. “Ярай, исемен дөрөҫ әйтһәм булды”,-тип уйлаған әбей. Эшселәрҙе ҡарап-ҡарап торған да, береһенең еңенән тартып: “Эй, моего Бог дал не видал?”-тип һорай икән. Әмәлгә шул саҡта цехта нимәлер һүнеп, тынлыҡ урынлаша. Эшселәр күҙлектәрен сисеп шарҡылдап көлә башлай. Ошонан һуң заводсылар Аллабирҙе ағайҙы: “Богдал” тип йөрөтә башлай.