Ғаилә
19 Декабря 2021, 11:20

Мөғжизә эшләнек!

Балаларға шатлыҡ бүләк итәйек

Йыл һайын шыршы аҫтына бүләк һалыу үҙенә күрә проблемаға әүерелә. 6 һәм 9 йәштәге улдарыбыҙ: “Ҡыш бабай юҡ ул, бүләкте һеҙ һалаһығыҙ”,- тип беҙҙе күҙәтеп тик йөрөй. Көскә һалып өлгөрәбеҙ, ниндәй хәйлә генә уйлап тапмайбыҙ. Былтыр күрше менән һөйләшеп торғайныҡ, уның да шул уҡ хәл икән. Хәҙер беҙ бүләк һалыу юлын таптыҡ. Төнгө бер тирәһендә Ҡыш бабайҙы көтөп йөрөгән балаларға: “Ҡыш бабай ут янған кешеләргә инмәй. Уға күренергә ярамай. Карауаттарға ятабыҙ ҙа, йоҡлағанға һалышабыҙ”,-тинем. Ышанмай ғына барып яттылар. Беҙ ҙә яттыҡ. Бына ишек асылып китте лә, мыштыр-мыштыр килеп кемдер килеп инеп, тура шыршы янына үтте. Әгәр күршем менән һөйләшеп ҡуймаған булһам, май шәм яҡтыһында йөрөгән Ҡыш бабайҙы ысын тип уйлар инем. Төнгө икелә мин Ҡыш бабай булып күршеләргә киттем. Балаларҙың ҡыуанысының иге-сиге булманы.

Рөстәм.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас