Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
1 Октябрь 2021, 10:45

Замана ағинәйҙәре шулай була!

Скандинав таяҡтарына таянып, әкрен әммә ныҡлы аҙымдар менән теҙелешеп үтеп киткән был апай-инәйҙәргә ҡарап, һоҡланып ҡарап тороп ҡалдым. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле булһа йәштәреңә биргеһеҙ дәртлелек менән донъя көтә улар. Күптән инде бер туғандар кеүек ҡатнашып, әхирәттәр һәм серҙәштәр булып бөткәндәр. Шатлыҡ-ҡыуаныстары ла, ҡайғы-хәсрәттәре лә уртаҡ. Аяттарҙа ла, ҡунаҡтарҙа ла, спорт менән шөғөлләнгәндә лә улар бергә. Бөтәһе лә дин юлын үҙ иткән. Иң мөһиме – улар бер урам ағинәйҙәре. Һүҙебеҙ - Баймаҡ ҡалаһының Тухачев урамында йәшәүсе апай-инәйҙәр хаҡында.

Ысынлап та, был урам ағинәйҙәренә ҡарап, ирекһеҙҙән кеше хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тулы тормош менән, фани донъяның бар рәхәтен кисереп йәшәй башлайҙыр, моғайын, тип уйлап ҡуяһың. Мәҡсүдә Нәбиуллина, Миңһылыу Биктина, Гөлшат Ҡолоева, Ынйыбикә Сирусина, Рәмзиә Кинйәбаева, Флүрә Бураншина, Фәрзәнә Хисмәтова, Мәрзиә Яңыбаева, Гөлнур Ҡотлоғолова, Миңнур Ҡотлоғолова, Гүзәл Әбдрәшитова, Әлфиә Әлибаевалар ғүмер буйы күрше, бер-береһенә терәк булып, татыулыҡта йәшәйҙәр.

- Хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр бөтәбеҙ ҙә шундай күңелле мәшәҡәттәр менән йәшәгәнбеҙ, уларҙың барыһына ла нисек өлгөргәнбеҙ икән, тип хәҙер аптырайбыҙ, - тине Мәҡсүдә Нәбиуллина. - Ул ваҡытта ирҙәребеҙ, балаларыбыҙ ныҡ ярҙам итә торғайны. Хәйер, балаларыбыҙҙың үҫкәнен күрмәгәнбеҙ ҙә. Уның урынына бөгөн ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе һөйәбеҙ. Уларҙың беҙгә килгәндәрен ҙур ҡунаҡ һымаҡ көтөп алабыҙ. Хәҙер иһә буш ваҡытыбыҙ күп. Ләкин уны файҙалы итеп уҙғарырға тырышабыҙ. Рәмзиә, Мәрзиә, Фәрзәнә апайҙар беҙҙе дингә баҫтырҙы, хәҙер бөтәбеҙ ҙә иман юлында. Ғәрәп телендә Ҡөрьән уҡыйым. Дини байрамдарҙы билдәләйбеҙ.

Көндәлек тормоштоң башҡа мәшәҡәттәрен дә улар бергә атҡара. Яҙ көнө сәскә, йәшелсә-емеш үҫентеләре ултырталар. Йәйгеһен иһә улар менән бүлешәләр. Бер-береһе менән ярышып баҡса үҫтерәләр. Көҙ етһә иһә емеш-еләктәрен, йәшелсәләрен эшкәртәләр. Иң тәмле ҡайнатма, турама әҙерләү рецепттары менән уртаҡлашалар. “Кемдеке нисек килеп сыҡҡан, ә бына минеке шулай”, - тип сәйгә лә йөрөшәләр. Ә инде йәйгеһен дарыу үләндәре йыйыу өсөн дә ҡырға улар бергә юллана. Ниндәй үләндең нимәгә шифалы икәнлеген белеү өсөн халыҡ медицинаһы менән дә ҡыҙыҡһыналар. Тәбиғәт ҡосағында ял итеүгә лә бергә йөрөйҙәр.

Киске сәғәттәрҙе иһә Тухачев урамы ағинәйҙәре спортҡа арнай. Скандинав таяҡтары менән үҙҙәре йәшәгән урамдан Блюхерға төшөп бер урайҙар. Тын юлдары гимнастикаһы менән шөғөлләнәләр.

Әйткәндәй, ағинәйҙәрҙең барыһы ла телефон һәм компьютерҙы яҡшы белә. Интернет киңлектәрендә йөҙөп, яңылыҡтар менән танышалар. Бер-береһе менән аралашалар. “Фотоларына “лайк” ҡуйып, комментарийҙар яҙып, күңелдәрҙе күтәрәбеҙ. Ватсап аша теләктәр, яҙышабыҙ. Ә инде почта бүлексәһе менән һаҡлыҡ банкыһына күптән инде йөрөүҙе туҡтаттыҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙәрҙе, башҡаһын да онлайн аша ғына иҫәпләшәбеҙ”, - тине улар.

Бына шулай, Баймаҡ ҡалаһында бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булып, матур ғүмер иткән ағинәйҙәр бар. “Кемдәр беҙҙең сафҡа инергә теләй, көтөп ҡалабыҙ”, - тине улар хушлашҡанда.

Лилиә ТАКАЕВА.

Замана ағинәйҙәре шулай була!
Замана ағинәйҙәре шулай була!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: