Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
1 Октябрь 2021, 10:23

92 йәшлек олатай 5 тонна ҡабаҡ үҫтергән

- Хәрәкәттә – сәләмәт һәм оҙайлы тормош юлы, - ти Хәтмулла Һунаршин. - Был донъяны яратып ҡабул итһәң, ул да һиңә шулай яуап бирә. Хәтмулла олатайыбыҙ әйткәндәрен раҫлап, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, әле булһа велосипедта ла елдерә, машина ла йөрөтә. Ә шулай ҙа иң яратҡан шөғөлө уның – баҡса үҫтереү. Һигеҙ сутый еренән мул уңыш алыуға өлгәшә. Элекке йыл – 3, былтыр – 4, ә быйыл 5 тонна ҡабаҡ үҫтереп алған.

Иҫке Сибай ауылынан 92 йәшлек Хәтмулла Һунаршиндың эшһөйәрлегенә, уңғанлығына, дәртлелегенә ҡарап һоҡланырға ғына ҡала. Йөҙөнсө тиҫтәне ваҡлаған ир—уҙаманын күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ.

Хәтмулла Хәбиб улы Иҫке Сибай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. 1946 йылда 16 ғына йәшендә Сибай МТС-ында комбайнер ярҙамсыһы булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Тракторсы-комбайнер курсын тамамлағас, уға комбайндың үҙен ышанып тапшыралар. 1956 йылда 12 мең тонна бойҙай һуғып алып, Сибай МТС-ы буйынса иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешә. Тап шуның өсөн дә ул Мәскәү ҡалаһындағы ВДНХ күргәҙмәһенә саҡырыу ала. Унда алдынғы комбайнерға Ленин ордены тапшырыла. Фиҙаҡәр хеҙмәте шулай уҡ “Почет билдәһе” ордены, ВДНХ-ның көмөш миҙалы, “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн”, “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе менән баһалана.

Хәтмулла Хәбиб улы тормош иптәше Ғилминур Садиҡ ҡыҙы менән алты балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше күптән инде вафат булған. Ғаилә башлығы алтын ҡуллы оҫта булараҡ та билдәле. Скрипка, ҡурай кеүек музыка ҡоралдары эшләгән. Уларҙа шундай оҫта итеп уйнай ҙа белгән, халыҡ йырҙарын да башҡарған.

- Хәрәкәттә – сәләмәт һәм оҙайлы тормош юлы, - ти Хәтмулла Һунаршин. - Был донъяны яратып ҡабул итһәң, ул да һиңә шулай яуап бирә.

Хәтмулла олатайыбыҙ әйткәндәрен раҫлап, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, әле булһа велосипедта ла елдерә, машина ла йөрөтә. Ә шулай ҙа иң яратҡан шөғөлө уның – баҡса үҫтереү. Һигеҙ сутый еренән мул уңыш алыуға өлгәшә. Элекке йыл – 3, былтыр – 4, ә быйыл 5 тонна ҡабаҡ үҫтереп алған. Бынан тыш быйыл 45 биҙрә эре картуф та йыйып алған әле ул. Уңыштарының бер өлөшөн балаларына өләшһә, ҡалғандарын ауылдаштарына ла таратып бирә.

- Ауыр саҡтарҙа миңә тирә-яҡта көслө мулла булараҡ билдәле булған атайымдан ҡалған Ҡөрьән китабы ярҙам итә, - ти арҙаҡлы ил уҙаманы. - Һәр иртәне балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә, туғандарыма, яҡындарыма изге теләктәр әйтеп, фатиха биреүҙән башлайым.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле булһа йәштәреңә биргеһеҙ дәртлелек һәм дарман менән йәшәгән Хәтмулла Һунаршин олатайға афарин, тип кенә әйтергә ҡала.

Лилиә ТАКАЕВА.

92 йәшлек олатай 5 тонна ҡабаҡ үҫтергән
92 йәшлек олатай 5 тонна ҡабаҡ үҫтергән
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: