Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
27 Сентябрь 2021, 19:50

Тәҙрәһенә ... баҡа ташланым

Таналыҡ буйына барып баҡалар йыйҙым, уларҙы пакетҡа тултырҙым. Уларының береһен тыҡһам, икенсеһе баҡылдап сығып ҡаса. Шулай ҙа бер моҡсай баҡаны алып килдем дә, “дуҫымдың” фатирына асыҡ форточка аша ташлай башланым...

Дуҫтарым күп минең. Кешеләр мине күңелсәк, “компанейский” кеше тип һанай. Сөнки төрлө “батырлыҡтар” ҡылырға миңә бер йотом хәмер ҙә етә. Күп эсмәйем мин, әммә аҙағын хәтерләмәйем. Уның ҡарауы дуҫтарым, таныштарым мине шул тиклем шаян кеше тип ҡабул итә. Минең бер нәмә иҫләмәй ҡыланғанымды белһәләр, нимә тиерҙәр ине икән?

Беренсе ҡатыным балам менән осрашырға бирмәй ыҙалатҡас ишеген бүрәнә менән терәтеп киттем. Ә ул бүрәнәне табыр өсөн төн уртаһында такси яллап урманға барып килдем.

Оҙаҡ йылдар дуҫ булып йөрөгән кеше 50 мең һум аҡсамды алды ла, ҡайтармай аптыратты. Таналыҡ буйына барып баҡалар йыйҙым, уларҙы пакетҡа тултырҙым. Уларының береһен тыҡһам, икенсеһе баҡылдап сығып ҡаса. Шулай ҙа бер моҡсай баҡаны алып килдем дә, “дуҫымдың” фатирына асыҡ форточка аша ташлай башланым. Ундан ашыуын ташлағас теге уяндымы икән, йүгереп килеп сыҡты. Мин баҡаларҙы форточкаға ташлауымды дауам итәм. Теге: “Туҡта, беләһең бит, мин уларҙан ныҡ ерәнәм”,-ти. Барыһын да ташлап бөттөм дә, “Аҡсаны ҡайтарып бирмәһәң, көн дә ошо хәл ҡабатланасаҡ”,-тип боролоп киттем. 50 мең һум аҡсам икенсе көнөнә үк кире ҡайтты.

Бер ҡыҙға ғашиҡ булдым. Шул тиклем уны күргем килеп китте. Таксиға аҡса юҡ. Дуҫымдың велосипедын алдым да, Баймаҡтан 40 саҡрымдан ашыу ятҡан ауылға велосипед менеп киттем.

Бына шулай, кемдер мине алйот, ти, ә күптәр өсөн мин геройға тиң.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: