Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
11 Август 2021, 14:39

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн

Басай ауылынан Айһылыу һәм Рим Фәтхуллиндарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды.

Басай ауылынан Айһылыу һәм Рим Фәтхуллиндарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды. Улар 50 йылдан ашыу бергә матур ғүмер кисергән. Өс бала тәрбиәләп үҫтереп, 10 ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡыуанған бәхетле өләсәй менән ҡартатай.

Рим Нурғәле улы “Ирәндек” совхозының Басай бүлексәһенең идарасыһы булып эшләгән. Айһылыу Ишбулды ҡыҙы урындағы мәктәптә башланғыс класс уҡытыусыһы булараҡ, 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажы туплаған. Уларҙың икеһе лә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн күп һанла Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.

- Оҙайлы, бәхетле ғүмер кисереүҙең сере – йылдар дауамында ла бер-береңә булған һөйөү хистәрен һаҡлау, хөрмәт итеү, ышаныс күрһәтеү, - ти Фәтхуллиндар.

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн
Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: