Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
27 Июль 2021, 20:50

ҠАЙТАР МИНЕҢ ҠУРСАҒЫМДЫ!

Эргәмдә ниндәйҙер шәүлә тора. Минең аҡырған тауышыма өйҙә барыһы ла ырғып торҙо. Был хәл икенсе, өсөнсө төн дә ҡабатланды. Мине ниндәйҙер шәүлә төрткөсләп уята тиһәм, ышанмайҙар, әрләйҙәр...

Бала саҡта урамдың осонда ташландыҡ йорт тора ине. Беҙ күпме генә унда инергә маташһаҡ та, өлкәндәр күреп әрләп ебәрә торғайны. Шулай ҙа бер көн әсәйҙәр күҙенән ысҡындыҡ. Ташландыҡ йортҡа индек. Серегән иҙәндәр буйлап шатыр-шотор йөрөйбөҙ. Шул саҡ күрше бүлмәлә ниндәйҙер оҙон шәүлә күренде. Беҙ ҡурҡышыбыҙҙан сығып ҡасҡаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Әммә мин малайҙар күрмәгәндә иҙәндә ятҡан бәләкәй генә матур сепрәк ҡурсаҡты кеҫәмә тығып өлгөргәйнем.

Шул уҡ төндө мине кемдер этеүенә уянып киттем. Эргәмдә ниндәйҙер шәүлә тора. Минең аҡырған тауышыма өйҙә барыһы ла ырғып торҙо. Был хәл икенсе, өсөнсө төн дә ҡабатланды. Мине ниндәйҙер шәүлә төрткөсләп уята тиһәм, ышанмайҙар, әрләйҙәр. Көндөҙ ҙә ҡурҡып уйлана торғас шәүләнең: “Ҡурсағымды бир!”-тип шыбырлауын аңланым. Шунда уҡ ташландыҡ йортҡа барып, ҡурсаҡты иҙәнгә ырғытып киттем. Төнөн тыныс йоҡлай башланым. Ә был йортта ҡыҙы кескәй саҡта ауырып үлгәндән һуң аҡылдан яҙған ҡатын йәшәгәнен белдем. Әсәйҙәр беҙҙе унда барыуҙан юҡҡа тыймаған. Ошондай ташландыҡ, шулай уҡ ҡый өйөмдәре янында ҡурҡыныс ауырыуҙар һағалағанын көт тә тор.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: