Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
26 Июль , 20:55

Исмаһам, көлмәһә ине!..

Бына ул нимә тураһында әйткән. Унан бер нисә йыл әхирәтемдең буласаҡ тормош иптәше менән ял итергә барып, тегеһенең алдан ҡайтып төшөүен хәтерләнем. Туй булманы...

Исмаһам, көлмәһә ине!..

Тәүге мәртәбә әхирәтем менән бергә ял итергә юлландыҡ. Шифаханаға барып еткәс бер бүлмәгә урынлаштыҡ. Көнө буйы шифалы батҡаҡта ятып, төрлөсә һаулыҡты нығытып рәхәтләндек. Бүлмәгә ҡайтҡас телевизорҙы ҡабыҙҙыҡ. Унда ниндәйҙер ҡурҡыныс кино бара. Һүндерге килә, әммә аҙағы нимә менән тамамланасағын да белге килә. Ҡарап бөтөп, көскә йоҡлап киттем. Төнөн янымда ғына кемдеңдер шарҡылдап көлөүенән уянып киттем. Ул ябай көлеү ҙә түгел – тәүҙә шым ғына башлана ла, унан көсәйә башлай. Туҡтап тора ла, тағы ла шул уҡ хәл ҡабатлана. “Фильмы ужасы” тигән нәмәң ары торһон! Бер килке ҡалтырап ятҡандан һуң тороп электр утын яндырҙым. Ҡараһам, әхирәтем йоҡлап ята, ә үҙе көлә. Шул саҡ ҡылт итеп иҫемә килеп төштө: әхирәтем бер бүлмәлә йәшәйәсәгебеҙҙе белгәс, “ә мин төшөмдә көләм” тигәйне. Бына ул нимә тураһында әйткән. Унан бер нисә йыл әхирәтемдең буласаҡ тормош иптәше менән ял итергә барып, тегеһенең алдан ҡайтып төшөүен хәтерләнем. Туй булманы. Минең дә ялым мәхшәргә әйләнде. Һәр төндө ҡурҡып көтә башланым. Шулай ҙа әхирәтемә бер һүҙ ҙә өндәшмәнем. Был ниндәйҙер ауырыуҙыр, күрәһең. Ә унан дауаланыу юлы юҡмы икән ни? Ғүмер буйы шулай ыҙаларғамы ни? Ҡот осҡос!

Автор:Гузель Салихова