Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
24 Июль 2021, 16:35

"Һин минең алдымда бурыслы!.."

Ата кеше көн һайын улына шылтыратып зарлана, табиптар яҙған ҡиммәтле дарыуҙарҙы ғына түгел, ә яҡшы сифатлы һыра, төрлө-төрлө балыҡтар талап итә. “Врач һиңә бутҡа ашарға ҡушты бит”,-тигән һүҙҙәр “Ҡиммәтле балыҡ менән һыра ғына үтә бит тамаҡтан!”-тип аҡыра икән...

Дуҫымдың бала сағы минең дә күҙ алдымда. Атаһы һәр саҡ иҫерек була торғайны. Ярай, уныһына бер заманда ла аптырамаҫҡа өйрәнеп бөткәнбеҙ инде. Әммә уның атаһы эсеп алыу менән балта тотоп әсәһен һәм ике улын баҫтыра торғайны. Улар көскә ҡасып ҡотола ине. Силсәүит килеп әсә кешегә иренең өҫтөнән ғариза яҙырға өгөтләй, ул риза булманы. Әсәләре алтмышы тулғас та мәрхүмә булды. Көн-төн мал ҡарау, баҡсалағы бар эште алып барыу, иренең туҡмауы уны эшлектән сығарған ине. Дуҫтың ҡустыһы аварияға тарып һәләк булды. Хәҙер атаһы һикһәнде үтте. Түшәктә ятмаһа ла, уны ҡараған ҡатын бар. Ата кеше көн һайын улына шылтыратып зарлана, табиптар яҙған ҡиммәтле дарыуҙарҙы ғына түгел, ә яҡшы сифатлы һыра, төрлө-төрлө балыҡтар талап итә. “Врач һиңә бутҡа ашарға ҡушты бит”,-тигән һүҙҙәр “Ҡиммәтле балыҡ менән һыра ғына үтә бит тамаҡтан!”-тип аҡыра икән. Дуҫым көн аша уға аҙыҡ-түлек ташый, дарыуҙар һатып ала. Аптырап: “Әсәйеңде ыҙалатып үлтерҙе, һине һаман йонсота, нимәгә ярҙам итәһең уға?”-тип һораным. Дуҫым моңһоу ғына: “Атайым бит”,-тине.

Барыбер аңлай алмайым. Мин ғәфү итмәҫ инем.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: