Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
22 Июль 2021, 17:10

НИСЕК ҠОТОЛОРҒА ИКӘН?

Ярай, килһен, ҡаршылығым юҡ, улар ирем менән бала саҡтан бергә үҫкән. Тик килгән һайын һүҙ ҡатындар темаһына күсә. Һәм был “дуҫ” башлай: “Уларға тик аҡса кәрәк. Өйҙәге бар әйбер зауыҡлы булырға тейеш. Шулай булмаһа, улар асыулана холҡон күрһәтә башлай. Ҡатының һине яратһын өсөн, уны ... яратмаҫҡа кәрәк”...

Иремдең бер дуҫы бар. Ул беҙҙең тормошобоҙҙо юҡҡа сығарырға маташа. Ҡырҡты үткән ир бер мәртәбә лә өйләнмәгән. Үҙе аңлатыуынса, уға ҡараған ҡатындар уға оҡшамай, ә уның яратҡаны күптән кейәүҙә. Беҙгә йыш килә. Ярай, килһен, ҡаршылығым юҡ, улар ирем менән бала саҡтан бергә үҫкән. Тик килгән һайын һүҙ ҡатындар темаһына күсә. Һәм был “дуҫ” башлай: “Уларға тик аҡса кәрәк. Өйҙәге бар әйбер зауыҡлы булырға тейеш. Шулай булмаһа, улар асыулана холҡон күрһәтә башлай. Ҡатының һине яратһын өсөн, уны ... яратмаҫҡа кәрәк”.

Тыйып ҡарайым, уның һайын шаша. Иремә бер нисә мәртәбә дуҫының мине шул һүҙҙәре менән кәмһетеүе, ә ул яҡлап бер һүҙ әйтмәүенә үпкәмде белдерәм. Кисә юҡтан эләгешеп, талашып киттек. Кискеһен дуҫы килеп ишек алдында һөйләшеп тороуҙарын осраҡлы ишетеп ҡалдым. Ирем миңә зарлана. Ә тегеһе: “Әйттем бит мин һиңә, ҡатыныңды үтә шаштыраһың тип. Улар менән ҡатыраҡ булһаң ғына ҡәҙерҙе белә”,-тип “аҡыл” өйрәтә. Хәҙер ирем бер аҙна минән айырым бүлмәлә йоҡлап йөрөгән була. Нимә эшләтергә була шул “дуҫын”?!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: