Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
25 Июнь , 08:48

Бик тә тәмле бәлеш!

Байрам өҫтәленә генә түгел, ғаиләгеҙҙе ҡыуандырыр өсөн дә шундай тәмле бәлеш бешереп ҡыуандырығыҙ. Онотмағыҙ: иң яҡшы ҡунаҡ ул – һеҙҙең ғаилә ағзаһы! Бәлеште бешерер өсөн кәрәк:

Байрам өҫтәленә генә түгел, ғаиләгеҙҙе ҡыуандырыр өсөн дә шундай тәмле бәлеш бешереп ҡыуандырығыҙ. Онотмағыҙ: иң яҡшы ҡунаҡ ул – һеҙҙең ғаилә ағзаһы!

Ҡамыр:

әсетке - 5 гр

ҡаймаҡ - 3 аш ҡалағы

аҡ май - 200 гр

йомортҡа - 2 дана

тоҙ - 1 сәй ҡалағы

шәкәр - 2 аш ҡалағы

он - самалап.

Йомортҡа, шәкәр, тоҙ, ҡаймаҡты бергә бутап алабыҙ. Он менән әсеткене өҫтәйбеҙ. Яҡшы ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ һәм 20 минут ял иттерергә ҡуябыҙ.

 

Эслек:

ҡара емеш (чернослив) – 05 кг

ҡаймаҡ – 1 стакан

ҡуйыртылған һөт (сгущенка) – 0,5 банка

йомортҡа – 4 дана

грек сәтләүеге – 100 гр

шәкәр – 2 аш ҡалағы

йылы һыу – 0,5 стакан.

Ҡара емеште ит турағыс аша -ткәрәбеҙ. Уға һыу, шәкәр ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ.

Ҡамырҙы йәйәбеҙ, табаға һалабыҙ һәм өҫтөнә әҙерләгән эслекте һалабыҙ.

 

Икенсе һауытҡа йомортҡа һалып, уны күпергәнсе бутайбыҙ. Уға ҡуйыртылған һөттө һәм ҡаймаҡты ҡушабыҙ. Уны ҡара емеш өҫтөнә тигеҙләп ҡоябыҙ. Өҫтөнә ваҡланған грек сәтләүеген һибеп сығабыҙ.

Тәмле булһын ашығыҙ!

Бик тә тәмле бәлеш!