Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
1 Сентябрь 2020, 19:55

ҺИНМЕ! ЕНМЕ?"

Сабынлығына барып етһә, ҡаршыһында бөйөргә танып ҡатыны тора! “Быға хәтлем ҡайҙа йөрөйһөң?! Мин күптән бында!”-тигән ҡатынына ҡарап ағайбыҙ телһеҙ ҡалған...

Н. ағай атын егеп, арбаһына салғы-һәнәктәрен һалды ла, өйөнә йүнәлде. Инһә, ҡатыны һаман эштәрен бөтмәгән. Былай ҙа йәне көйөп йөрөгән ағайыбыҙ: “Барһаң – бар, бармаһаң – юҡ”,-тигәндәй ҡул һелтәне лә, сығып китте. Юлда бар донъяны яңғыратып, мыштыр ҡатынын әрләй-әрләй, тәмәкеһен көйрәтә-көйрәтә барҙы. Сабынлығына барып етһә ҡаршыһында бөйөргә танып ҡатыны тора! “Быға хәтлем ҡайҙа йөрөйһөң?! Мин күптән бында!”-тигән ҡатынына ҡарап ағайбыҙ телһеҙ ҡалған. Унан ҡапыл атын кире борған да, ҡайтҡан да киткән.

Ҡапҡаһынан атын үткәреп ебәргән дә, ябып, өйө яғына боролһа, ҡатыны өйөнән: “Нимә атаһы? Бесәнгә барабыҙмы?”-тип сығып килә. Саҡ-саҡ артына ҡолап китмәгән ағайыбыҙ, ҡалтырап: “Бисәкәй! Был һинме, әллә енме?!”-тип әйтә алған.

Баҡтиһәң, еңгәйебеҙ өйҙән сыҡһа, ир ҙә ат та күренмәй. Урамға сыҡһа, күршеләре бесәнгә китергә йөрөй. Юл ыңғайына ултыртып, сабынлыҡта ҡалдырып киткәндәр. Ағайбыҙ кире боролғас, “Ах, әле” тигән дә, кире юлға сыҡҡан. Юлсы машинаға ултырып, кире ауылға ҡайтҡан. Ағайыбыҙ ҡайтып ингәс, белмәмеш кеше булып, һиндә мин сығып киолә икән.

Оторһоң – еңерһен һин ул ҡатындарҙы!

Читайте нас: