Һаҡмар
-3 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә
8 Июля 2020, 11:26
Ярмуллиндар ғаиләһе – Ишмөхәмәт ғорурлығы
Ярмуллиндар ғаиләһе Ишмөхәмәттең ҡото һәм терәге булып тора, ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ауылдың старостаһы булараҡ, Сынбулат Абдрахман улы төрлө саралар ойоштороуҙа башлап йөрөй, уға ауылдаштарын әүҙем йәлеп итә. Ул “Шатлыҡ” театрында уйнай, ауылды төҙөкләндереүгә үҙенең тос өлөшөн индерә, мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Әйткәндәй, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса С.Ярмуллин район кимәлендә “йыл старостаһы” тигән абруйлы исемгә лайыҡ булды.
Добавить в предпочтительные источники Google
Баймаҡ төбәге үҙенең арҙаҡлы шәхестәре, башҡаларға өлгө булырлыҡ күркәм ғаиләләре менән дан тота. Ишмөхәмәт ауылынан Зәмилә һәм Сынбулат Ярмуллиндар – тап шундай өлгөлө ғаиләләрҙең береһе.
Сынбулат Абдрахман улы бар ғүмерен тыуған еренә, уның халҡына тоғро хеҙмәт итеүгә арнаған абруйлы кеше. Ул үҙенең хеҙмәт юлын данлыҡлы “йылайыр” совхозының Ҡарамалы бүлексәһен үҫтереүгә арнай, ферма мөдире булып эшләй, бригадир ҙа була. Һәр саҡ үҙ иңенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән атҡара.
Тормош иптәше Зәмилә Салауат ҡыҙы ла маҡтаулы хеҙмәт юлы үтә. Ул урындағы бүлексәлә хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы булып эшләй, фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн төрлө наградаларға лайыҡ була. Әйткәндәй, улар үҙҙәре кеүек уңған, алдынғы ҡарашлы биш бала тәрбиәләп үҫтерә, уларға тейешле белем һәм тәрбиә бирә. З. Ярмуллина “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Ярмуллиндар ғаиләһе Ишмөхәмәттең ҡото һәм терәге булып тора, ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ауылдың старостаһы булараҡ, Сынбулат Абдрахман улы төрлө саралар ойоштороуҙа башлап йөрөй, уға ауылдаштарын әүҙем йәлеп итә. Ул “Шатлыҡ” театрында уйнай, ауылды төҙөкләндереүгә үҙенең тос өлөшөн индерә, мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Әйткәндәй, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса С.Ярмуллин район кимәлендә “йыл старостаһы” тигән абруйлы исемгә лайыҡ булды.
Ярмуллиндарҙың ауыл күрке булған матур йорттарында ысын мәғәнәһендә ҡот һәм бәрәкәт уйнап тора. Хужаның һәм хужабикәнең алтын ҡулдары, тырыш хеҙмәте менән ул гөл-сәскәгә күмелгән, күркәм итеп биҙәлгән. Ғөмүмән, Зәмилә Салауат ҡыҙы һәм Сынбулат Абдрахман улы миҫалында беҙ мөхәббәттең һәм тоғролоҡтоң асыҡ миҫалын күрәбеҙ. Ошондай парҙар арабыҙҙа күберәк булһын, ундайҙар – ауылдарыбыҙ ғорурлығы!
Азамат МӨХӘМӘТШИН.
Автор фотоһы.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"