Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
8 Июль 2020, 15:22

Ҡарабаевтар - берҙәм ғаилә!

Уларҙа 13 бала тәрбиәләнә.

Һәр бала үҙ ризығы менән донъяға килә.
Йәнйегет ауылынан Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар 13 бала тәрбиәләй. Улар үҙҙәренең өс балаһы янына тағы ла 10 баланы һыйындырған. Ҡарабаевтарға ғаилә именлеге, балалар шатлығы теләйбеҙ! Улар хаҡында гәзитебеҙ биттәрендә байтаҡ материалдар донъя күрҙе. Шундай оло йөрәкле Ҡарабаевтар менән хаҡлы ғорурланабыҙ!
Бер ниндәй дәрәжә лә ғаилә наҙын, йылылығын алмаштыра алмай! Ғаиләләребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, тормош көтөү ул үҙенә күрә хеҙмәт тәю Бер-беребеҙҙе бәхетле итеү өсөн тырышайыҡ, күңелдәрҙе ҡырмай, йылы һүҙҙәр әйтеп, матур йәшәйек! Ғаиләләребеҙ имен, ырыҫлы, ҡотло, бәрәкәтле булһын! Бәхетле ғаиләлә бәхетле киләсәк үҫә!
Читайте нас: