“Ете быуыныма тиклем төшөп әйтә алам: һәр беребеҙ тыуған ил өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт иттек һәм эшләйбеҙ. Бер генә көн дә ваҡытыбыҙ бушҡа үткәне булманы. Ата-әсәйебеҙ ябай ауыл кешеләре булһа ла, Аллаға шөкөр, биш балаһына ла лайыҡлы тәрбиә бирҙеләр, юғары белемлебеҙ. Үҙ көсөбөҙ менән бөтәбеҙ ҙә йорт һалып индек. Ә бына дәүләттән бер генә тин дә буш килгәне юҡ. Бөгөн эскән ата-әсәләрҙең балаларына бушлай йорттар бирелә. Ә улар Тыуған илгә хеҙмәт иттеме, уның мәнфәғәте өсөн нимә эшләнеләр? Эскәндәрен шулай баһалайҙармы икән?”
“Ниңә эскесе ата-әсәләрҙең балаларына ғына бөтә шарттар ҙа булдырыла? Йорттар бирелә, юғары уҡыу йорттарына конкурсһыҙ инәләр, пособие түләйҙәр... Ни өсөн эшләп тә аҡса еткерә алмай, осон-осҡа ялғап саҡ йәшәгәндәргә әҙ генә булһа ла матди ярҙам күрһәтелмәй? Беҙгә лә хәҙер эскесегә әйләнергәме, балаларҙан баш тартырғамы? Әгәр ҙә беҙҙең ундай аҙымға барғыбыҙ килмәһә, нимә эшләргә?”
“Өс баламды яңғыҙым үҫтерәм. Уларға мин нисек өй һалып бирәйем? Балаларымдан баш тартһам, бәлки, Хөкүмәт һәр береһен өйлө итер ине. Ләкин, ни йөрәгем етеп, йән киҫәккәйҙәремдән баш тартырмын икән? Бының өсөн нимә эшләргә?”
Ҡайҙан барлыҡҡа килә етем балалар?
“Һаҡмар” гәзитенең 32-се һанында (22 март 2014 йыл) “Етем балалар өсөн йорттар төҙөлә” мәҡәләһе донъя күргәс, шундай ризаһыҙлыҡтарын белдергән шылтыратыуҙар күп булды. Бөгөн Хөкүмәтебеҙ етем балаларҙың мәнфәғәтен яҡлап, төрлө яҡлап ҙур хәстәрлек күрә: торлаҡ йорттар бирелә, пособиелар түләнә. Шунлыҡтан, халыҡ араһында төрлөсә фекер йөрөтөүселәр ҙә табыла. Һүҙ юҡ, уларҙы ишетеп йөрәк тетрәнә. ӘСӘ тигән бөйөк исемгә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың аһ-зарын иғтибарһыҙ ҡалдырыу мөмкин түгел ине. Кем һуң ул әсәй? Беҙҙең, әсәйҙәрҙең, бурыстары нимәгә ҡоролған? Сабыйыңды донъяға тыуҙырып ҡына уны яҙмыш ҡосағына ташларға мөмкинме?
Ирекһеҙҙән бер хикәйәт иҫкә төшә: күктә бала яралғас, ергә төшөргә ҡурҡҡан. “Мин нисек итеп унда йәшәрмен. Ерҙә яуызлыҡ, насарлыҡ көслө, тиҙәр бит. Унда мине кем яҡлар һәм һаҡлар?” - тип борсолған. “Ҡурҡма, ерҙә һине көтәләр. Фәрештәң ҡурсалап йөрөтәсәк”, - тип тынысландырғандар. Баланың: “Ә нисек танырмын уны?” - тигән һорауына: “Уның исеме - ӘСӘЙ”, - тигәндәр.
Ә донъяға килгән баланы ата-әсәһе көтөп аламы һуң? Уның өсөн һыуға ла, утҡа ла инергә әҙерме? Ҡурсаларҙармы, яҡларҙармы? Бөтә әҙәм был донъяға берҙәй булып ярала, ул сағында ҡайҙан килеп сыға етем балалар? Бөгөн Баймаҡ районында 377 етем баланың 310-ы (!) социаль етем. Йәғни, уларҙың атаһы ла, әсәһе лә иҫән. Хөкүмәтебеҙ уларҙы хәстәрләүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алған. Төрлө тарафтарға таратылып ғаиләләргә тәрбиәгә бирелгән, приюттарға урынлаштырылған.
Баймаҡ районы муниципаль районы хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән балиғ булмағандар эше буйынса һәм административ комиссияларҙа эскән ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың эштәре йыш ҡарала. Улар араһында ата-әсәһе эскәнлектән, бөтә донъяға асыулы булған балаларҙың ҡыланыштарын, зәһәрле һүҙҙәрен ишетеп сәстәр үрә тора. “Үҙенә кәрәк булғас, дәүләт араҡы сығарып ата-әсәләребеҙҙе эсерә бит. Һөҙөмтәлә, беҙ, уларҙың балалары, зыян күрәбеҙ. Шулай булғас, Хөкүмәт беҙҙе лә ҡараһын”, - тип дәғүә белдерәләр.
- Һеҙ миңә аҡса, өй бирергә тейешһегеҙ, тигән талаптар менән етем балалар беҙгә йыш мөрәжәғәт итә, - тине Баймаҡ районы хакимиәтенең опека һәм попечителдәр бүлеге начальнигы А.Р. Исхаҡова. - Уларҙың балаларын Хөкүмәт бит һорап донъяға яралтмаған. Был аҙымға ата-әсәләр үҙҙәре бара. Тимәк, тап улар бөтә кәрәкле нәмә менән тәьмин итергә тейеш. Күптән түгел кеше үлтереп төрмәлә ултырып сыҡҡан егет ҡайтҡан көнөнөң иртәгеһенә үк килеп, йәшәр өсөн һеҙ миңә өй бирергә тейешһегеҙ, тип дәғүә белдереп китте. Аңлайһығыҙмы, беҙ уны өй әҙерләп көтөп ултырырға тейеш булғанбыҙ икән. Шул уҡ ваҡытта уның атаһы ла, әсәһе лә тере. Амораль тормош алып баралар. Уның алты бер туғаны ла шул юлды ҡыуа. Ләкин, нисек кенә булмаһын, Закон буйынса, етем балаларҙы беҙ өй менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Һәм был тәңгәлдә эшләйбеҙ ҙә.
Ни өсөн беҙҙең милләт араҡы һаҙлығына бата? Ата-бабаларыбыҙ элек-электән эсмәгән бит. Тимәк, беҙҙең ҡанда “йәшел йылан”ға ҡаршы торорҙай иммунитетыбыҙ юҡ. Шуға ла милләттәштәребеҙ ундай зәһәр эсемлектәргә ҡаршы тора алмай. Ҡала урамдарын төбәк иткән асарбаҡтарға ҡарайыҡ: улар араһында ла күбеһе башҡорттар. Нисек кенә булмаһын, был әсе хаҡиҡәт дөрөҫлөккә тап килә.
Кеше араҡы эсә башлаһа, шунда уҡ уның эргәһенә иблестәр килеп тула, ҡыуанып, сәпәкәй итеп, кешенең аңын томалай, тиҙәр. Шунлыҡтан, артабан улар үҙенең нимә ҡыланғанын да белмәй һәм аңламай. Ошо йүнәлештә тағы ла бер хикәйәт бар: бер кеше изге теләк менән сәфәр итергә юлға сыҡҡан. Быны белеп ҡалған шайтандар ҡаршы сығып тәмәке тартырға тәҡдим иткән, йәнәһе лә уйҙарың яҡтырып китер. Кеше бер ваҡытта ла тәмәке тармағанын белдергән. Бара-бара торғас, шайтан уның алдына шундай һылыу бер ҡыҙҙы сығарып күрһәтеп, ял итеп алырға саҡырған. Егет бындай аҙымға бер ҡасан да бармаясағын белдергән. Бер аҙ барғас, туҡтап тамаҡ ялғап алырға саҡырғандар. Егет ризалашҡан. Һыуһынын ҡандырырға һәм тәнен яҙҙырып алыр өсөн әҙ генә араҡы ла тәҡдим иткәндәр. Егет: “Саҡ ҡына нәмәнән бер нәмә лә булмаҫ әле”, - тип уйлаған да стаканды күтәреп эсеп тә ебәргән. Туҡтай алмай, тағы ла эскән, тағы... Һөҙөмтәлә, егет кеше кире әйләнеп барып тәмәкеһен дә тартҡан, ҡыҙҙы ла көсләп киткән. Бынан сығып, бөтә бәләнең башы – араҡыла икәнлеген яҡшы аңларға мөмкин. Тәүләп күтәргән 100 грамдан кешенең яҙмышы ҡырҡа үҙгәреш алған.
Һәр кемдең яҙмышы – үҙ ҡулында
Һәр кем үҙ яҙмышына үҙе хужа. Нисек йәшәргә теләй – шулай йәшәй. Бының өсөн Хөкүмәт тә ҙур булышлыҡ итә. Социаль йүнәлештәге төрлө программалар эшләй, пособие түләнә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн субсидие бирелә. Теләгәндәр шәхси хужалығын үҫтерә, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Әлбиттә, бөтәһе лә ал да гөл, тип әйтеп булмай. Ләкин бөгөн гөрләтеп йәшәргә мөмкин. Бының өсөн асылыбыҙға ҡайтырға кәрәк. Киләсәк быуынды бөгөн тәрбиәләмәһәк, иртәгә донъяны эскән ата-әсәләрҙең балалары баҫып аласаҡ. Ә уларға инде, халыҡ телендә әйткәндә, ике донъя – бер мөрйә.
- Күптән түгел беҙгә, баҫым яһап әйтәм, әсәһенә түгел, беҙгә, район судында балиғ булмаған бер ҡыҙ баланың хоҡуғын яҡлап сығыш яһарға тура килде, - тине Ә.Р. Исхаҡова. - Уны әсәһенең сираттағы ире мәжлес ҡорған ваҡытында, бөтәһенең дә күҙ алдында көсләгән. Әсәһе бит шуны ҡарап ултырған. Ни өсөн ҡыҙын яҡламаған? Өҫтәүенә, әсәһе судта шул әҙәм аҡтығын яҡлап сығыш яһаны. Аҡылға һыймаҫлыҡ хәл бит! Бөгөн был ҡыҙ баланың яҙмышы селпәрәмә килде. Бөтә донъяға асыулы булған ҡыҙыҡайҙың үс алыр өсөн ниндәй аҙымға барасағы билдәле.
Әлмира Рамаҙан ҡыҙының кабинетында әсә исемен йөрөткән был әҙәм менән осраҡлы ғына осрашырға тура килде. Биш балаһын биш ирҙән тапҡан, эсеүҙән шешенеп, ҡалтыранып баҫып торған, һорауҙарға ла яуап бирә алмай, тауышы ла сыҡмаған, йөҙөнә ҡарарлыҡ та булмаған был ҡатынға Әлмира Рамаҙан ҡыҙы балаларын кире ҡайтартыр өсөн дауаланырға кәрәклеген һәм бының өсөн ярҙам итәсәген белдереп өгөт-нәсихәттәр уҡыны. Ләкин ул бындай тәҡдимде аңларлыҡ та хәлдә түгел ине. Ә мин уға бары тик ытырғынып, ерәнеп баҡтым. Уның менән әңгәмәләшергә түгел, һүҙ әйтергә лә ерәнгес ине.
Бөгөн етем балаларға ҡыҙығып түгеп, ә йәлләп ҡарарға кәрәк. Улар ата-әсә наҙынан, ысын теләп һөйөүҙән, яратыуҙан, күтәренке күңел рухынан мәхрүм. Уларҙың һанын артабан да арттырмау, кәметеү өҫтөндә эшләргә кәрәк.
“Әсәй, һине көтәм!” акцияһын иғлан итәйек
Сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барыу маҡсатында республикала төрлө акциялар үтә. Баймаҡта ла саралар йыш уҙа. Эскелек фажиғәһен күтәргән мәҡәләләр ҙә гәзитебеҙҙә донъя күрә. Ләкин уларҙы хәүеф тыуҙырған, эскән ғаиләләр күрәме, уҡыймы? Юҡтыр. Нисек кенә тырышмайыҡ, күп осраҡта улар, барыбер ҙә ситтә ҡала. Беҙҙең йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрҙе ишетмәйҙәр ҙә, күрмәйҙәр ҙә. Эскелек һаҙлығына батҡандан-бата баралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундай мөхиттә тыуып-үҫкән балаларҙың да күптәре үҫә төшкәс, ата-әсәһенең юлын дауам итә. Сөнки улар башҡаса йәшәргә мөмкин икәненлеген дә белмәй. Бынан тыш эскеселәр рәтен етеш тормошта йәшәгән, бынамын тигән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа тулыландыра бара. Шуныһы үкенес. Артабан да улай дауам итергә тейеш түгел. Был заманыбыҙҙың бер афәте яман шеш һымаҡ, уны йәшереп тә, ҡырҡып ташлап та булмай. Унан ҡотолоу юлын бергәләп эҙләргә, табырға һәм сара күрергә тейешбеҙ.
Республикала, шулай уҡ райондарҙа ла бик күп матур-матур, сағыу байрамдар ойошторола. Ни өсөн хәүеф тыуҙырған, ауыр ғаиләләр өсөн дә донъяның аҡ һәм ҡара һыҙаттарын күрһәткән берәй сара уҙғармаҫҡа? Күптәр әйтер, улар килмәйәсәк, тип. Ләкин мәжбүри килтерткәндә, мөмкин. Бының өсөн ауыл биләмәһе хакимиәттәрен, һис юғында участка уполномоченныйҙарын йәлеп итергә мөмкин. Был сара мәрхәмәтлелек күрһәтеү, йәки кемгәлер ҡара яғыу маҡсатында түгел, ә ата-әсәләрҙең балаларын тәрбиәләүгә ҡарата ҡуйылған бурыстарҙы асыҡлау, аңлатыу маҡсатында уҙырға тейеш. Был ғаиләләргә мөрәжәғәт итеп, бөтә яҡлап та ярҙам буласаҡ, ләкин һеҙ ҙә бының өсөн ҡаршы бер аҙым булһа ла яһарға тейешһегеҙ, тигән һүҙҙәрҙе ишеттереү мотлаҡ. Бөгөн балалар эсә, тәмәке тарта, амораль тормош алып бара икән, бында күп осраҡта беҙ, ата-әсәләр, ғәйепле. Тәү сиратта, эскән ата-әсәләрҙең аңын, рухын һауыҡтырыу, тормошҡа булған ҡараштарын үҙгәртергә кәрәклеге һәр кемгә мәғлүм. Был сарала имам-хатиптарҙың, арҙаҡлы шәхестәрҙең, балалаларҙың сығыштары яңғыраһын. Матур донъя көтөп, балалар үҫтергән ғаиләләр ҙә ситтә ҡалмаһын. Балалар йорттарында тәрбиәләнгән һәм эскән ата-әсәләрен көтөп зарыҡҡан сабыйҙарҙың мөрәжәғәттәрен дә видеояҙма аша күрһәтергә мөмкин. Көмөшкә һатып, халҡыбыҙҙың аңын томалаған «эшҡыуарҙар» ҙа ситтә ҡалмаһын. Улар һатҡан араҡынан кешене ниндәй хәлгә килтергәнен, йөҙләгән баланың, ата һәм әсәнең яҙмышын боҙғанын аңларға тейештәр. Оҫта ҡуллы апай-инәйҙәрҙең ҡул эштәренән, аш-һыуҙарынан торған күргәҙмә ойоштороу ҙа отошло буласаҡ. Ауыр ғаиләләр араһында ла бәйләү-сигеү менән шөғөлләнгән, йыр-бейеүгә маһир булғандар табылыр. Бәлки, шундай саранан һуң улар уйланырҙар ине... Бәлки, шундай саранан һуң бер-ике баланың булһа ла күҙ йәштәре тамыуҙан туҡтар ине... Ә бәлки...
Район хакимиәте, ҡала һәм ауыл хакимиәттәре, ҡала һәм ауыл Советтары депутаттары, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, “Ағинәйҙәр” һәм “Атайсал” клубтары ағзалары, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, ойошма һәм предприятие коллективтары был тәҡдимде хуплап ҡаршы алыр, тип ышанабыҙ. Мәҙәниәт йылында, рухи яҡтан аҡһаған яҡташтарыбыҙҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаһаҡ ине.
Лилиә ТАКАЕВА.