Өфөнө үҫтереү йәмәғәт фонды “Ҡыш бабайҡа хат” Балалар республика проектының яңы миҙгеле башланыуы хаҡында хәбәр итә. Унда республикала йәшәгән 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар ҡатанаша ала.
Конкурстың төп шарты шулай ине – йыл дауамында улар яҡындарына, дуҫтарына ҡарата йәки тирә-яҡ мөхитте хәстәрләп, изге эш башҡарырға тейештәр ине. Балаларға улар хаҡында хат яҙырға һәм Ҡыш бабайҙың үҙ йәштәренә ҡарата билдәләнгән махсус эште атҡарып сығырға кәрәк. 3-7 йәштәгеләргә ата-әсәләре менән берлектә ғаиләләрендәге ғөрөф-ғәҙәттәр, бергә яратып башҡарған эштәре тураһында бәйән итергә. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн (8-11 йәшлек балаларға) “Изгелек, дуҫлыҡ” темаһына ҡыҙыҡлы кроссворд, ребус төҙөргә.
Ә инде 12-15 йәшлек балаларға 5 кешенән торған команда төҙөргә һәм түбәндәге йүнәлештәр буйынса 1-2 эш атҡарып сығырға:
1. Ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтеү.
2. Тыуған ереңде йәшелләндереү, төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу.
3. Мәҙәниәт һәм спорт.
Хаттарҙы 1 декабргә тиклем түбәндәге адрес буйынса Ҡыш бабайға ебәрергә: Индекс: 450098, а/й Ҡыш бабайға.
Тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе түбәндәге сайт аша танышырға мөмкин: www.fondufa.ru
Проектта еңеп сығыусылар Ҡыш бабайҙың 2020 йылдың 6 ғинуарында үтәсәк Раштыуа шыршы байрамына саҡырыу аласаҡ.