Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
25 Ноябрь 2019, 12:25

Балалары менән бәхетле әсәй

Яҡты, нурлы, ҡот уйнап торған был өйгә беҙҙе Нургизә алып килде. Үҙенә 7 генә йәш булыуына ҡарамаҫтан, шундай әүҙем тормош менән йәшәгән ҡыҙ балаға һоҡланмау мөмкин түгел. 3 йәшенән уҡырға өйрәнгән, матур итеп йырлаған, бейегән, ҡумыҙҙа уйнаған, тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшкән, “Юлдаш” радиоһы аша даими хәбәрләшеп торған ҡыҙыҡай менән танышыу теләге көслө ине. Һәм бына беҙ - Ғүмәр ауылының Хәсәновтар ғаиләһендә.

Яҡты, нурлы, ҡот уйнап торған был өйгә беҙҙе Нургизә алып килде. Үҙенә 7 генә йәш булыуына ҡарамаҫтан, шундай әүҙем тормош менән йәшәгән ҡыҙ балаға һоҡланмау мөмкин түгел. 3 йәшенән уҡырға өйрәнгән, матур итеп йырлаған, бейегән, ҡумыҙҙа уйнаған, тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшкән, “Юлдаш” радиоһы аша даими хәбәрләшеп торған ҡыҙыҡай менән танышыу теләге көслө ине. Һәм бына беҙ - Ғүмәр ауылының Хәсәновтар ғаиләһендә.

Һаумыһығыҙ, хәбәрселәр,

Сәләм ҡабул итегеҙ.

Күп балалы ғаиләгә

Әйҙә рәхим итегеҙ,

- тип улар беҙҙе йырлап, ҡумыҙҙа уйнап ҡаршы алды. Ысынлап та, Хәсәновтар ғаиләһендә 6 бала тәрбиәләнә. Яҙмыштың әсе һынауы арҡаһында яңғыҙ ҡалған Гөлнур ханыма уларҙы тормош юлына баҫтырыу өсөн күп көс һалырға тура килә. Өлкән ҡыҙы Гөлнара тормош иптәше Фәнис менән Баймаҡта донъя көтә, ике бала тәрбиәләйҙәр. Улы Хафиз “Малахит” ЯСЙ-һында эшләй. Алһыу – 9-сы, Шәүрә – 6-сы, Данис – 4-се, Нургизә 1-се класта уҡый. Гөлнур Роберт ҡыҙы балалары менән сикһеҙ ғорурлана. Барыһы ла мәктәптә тик яҡшы билдәләренә генә уҡый. Бөгөндән улар алдарына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, шуға өлгәшергә ынтылып йәшәй. Әсәйҙәренең яҡын ярҙамсылары ла, кәңәшселәре лә, серҙәштәре лә – улар. Алһыу үҙен буласаҡ ашнаҡсы итеп күрә. Был тәңгәлдә йәшерен серҙәре лә бар. Тәмле-тәмле аш-һыуҙары менән туғандарын һөйөндөрөп кенә тора. Данис иһә ысын ир-егеттәр һөнәрен һайламаҡсы. Шуҡ малай иретеп йәбештереүсе булып, ошо тәңгәлдә үҙ эшен булдырмаҡсы. “Алтын ҡуллы ул, - ти әсәһе улы менән һоҡланып – нимәгә тотонһа ла атҡарып сыға. Ағаһы Хафиз менән йорт-ҡура, хужалыҡ эштәрен үҙ иңенә алған”. Шәүрә иһә бөтә яҡлап та уңған ҡыҙ булып сыҡты. Ҡул эштәренә оҫта ул. Бәйләү, сигеүҙе бигерәк тә үҙ итә. Үҙ ҡулдары менән эшләгән селтәрҙәрен дә беҙгә күрһәтеп һөйөндө. Спортты яратҡан ҡыҙ, үҙен киләсәктә хоҡуҡ һаҡлау органында хеҙмәт итәсәкмен, тип белдерҙе. “Ғәҙелһеҙлекте, алдашҡанды яратмайым. Яҡлауға мохтаж булғандарҙы ҡурсаларға теләйем”, - тине ул хыялдары менән уртаҡлашып. Ысынлап та, Шәүрә бик уңған ҡыҙ булып сыҡты. Ярҙам һораған ололарға ҙур теләк менән булышлыҡ итә.

Ә бына Нургизә тураһында иһә оҙон-оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Бөгөн ул Ярат мәктәбенең 1-се класында уҡый. 3 кенә йәшендә апай-ағайҙарына эйәреп, үҙенән-үҙе хәрефтәрҙе танып-белергә өйрәнә.

- Ярат мәктәбе уҡытыусыһы Әлфиә Фәрит ҡыҙы “Оло юлда Юлыҡ” тип аталған китабын танышырға биреп ҡайтарғайны, - тине Гөлнур Хәсәнова. - Бер көн шуны Нургизә ҡулына алып, ҡыҙыҡһынып ултырҙы ла “Агзам Тажетдинов...” тип уҡый башланы. Аптырап киттек. Баҡтиһәң, ул хәрефтәр таный икән. Шунан алып ул бик күп китаптар менән танышты. Уҡырға бигерәк ярата инде.

Нургизә китап ҡына түгел, йырларға, бейергә лә бик маһир булып сыҡты. Бигерәк тә оҙон көйҙәрҙе үҙ итә икән. Бибисара Азаматова, Фирүзә Париж, Флүрә Туйсина, Алһыу Бәхтиеваның күп йырҙарын белә. Нургизә бөгөн үк Сибай сәнғәт мәктәбенә саҡырыу алған. Ғүмәр ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миңзәлә Үҙәнбаева уны ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә. Бәләкәй ҡыҙҙың һәләтен күргән тәрбиәсе уны бар яҡлап та үҫтереүгә күп көс һала. Нургизә 4 йәшендә Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙар конкурсында ҡатнашып, Дипломға лайыҡ була. Былтыр иһә Мостай Кәримдең “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” шиғыры менән конкурста ҡатнаша. Әсәһе менән бергә “Юлдаш” радиостанцияһының тоғро дуҫтары ла улар. Тапшырыуҙа даими ҡатнашалар, приздар оталар. Бөтә республиканы үҙҙәрендәге яңылыҡтар менән таныштырып баралар. Әйткәндәй, Гөлнур Роберт ҡыҙы үҙе лә, бөтә балалары ла аят-сүрәләрҙе яттан белә.

Яңғыҙ балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу ауыр түгелме, тип һорамай булдыра алманым хужабикәнән. “Мин яңғыҙ түгел, балаларым бар. Бергә донъя көтәбеҙ, таянысым да, ярҙамсыларым да улар”, - тине Гөлнур Хәсәнова балалары менән ғорурланып. Ысынлап та, Хәсәновтар бергә малын да көтә, баҡсаһын да үҫтерәләр. Тәбиғәттең бар еләк-емештәрен йыйып, эш итәләр. Һатыуға ла сығаралар. Ауылда эш юҡ, тип тормайҙар. Әсә кеше төҙөлөш бригадаһы менән бергә ремонт эштәрендә лә йөрөп ҡайтырға өлгөрә. Гөлнур Хәсәнова былтыр “Ағинәйҙәр” клубы ағзаһы булып киткән. “Ғүмәриә” фольклор-ансамбле менән бергә ауыл, район кимәлендә ойошторолған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Ғүмәр ауылының шундай уңған, тырыш, егәрле әсәһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Балаларына ҡояш булып йылмайған, уларға бар йылыһын биргән әсәгә иркәләп-наҙлап үҫтергән сабыйҙарының рәхмәттәре шул уҡ ҡояштың меңләгән нурҙары булып ҡайтасағына иманым камил.

Читайте нас: