Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
22 Ноябрь 2019, 16:55

Мул сәскәле тормош

- Гөлдәрем ҡайһылай матур итеп сәскә атҡан! Тәҙрә төптәренең йәмлелеге! Ҡана, фотоға төшөрөп, ҡыҙҙарыма ебәрәйем әле, бергәләп һөйөнәйек, – тип Клара Йәмил ҡыҙы телефонына үрелде.

Бер нисә минуттан сағыу фотолар Өфөгә һәм Мәскәүгә осто. Аҙыраҡ торғас, балаларынан хәбәрҙәр яуа башланы: “Әсәй, мин һине яратам”, “Һағындым, әсәй”, “Әсәй, һин донъябыҙ йәме”.

Бына бит, яңы тыуған һәр көндө, тыныс тормошто, хатта бәләкәй генә сәскәне лә Хоҙай бүләге тип таныһаң, бәхет ишәйә лә китә. Үҙенең, яҡындарының күңел күген яҡтырта һәм булғанына шөкөр итә белмәһә, ауыр юғалтыуҙар, һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәҫлек көстө әсә йөрәге ҡайҙан табыр ине икән?..

Клара ханым Баймаҡ ҡалаһында Мәҙинә һәм Йәмил Мәхмүтовтар ғаиләһендә донъяға килә. Ишле ғаиләлә баш бала булыуы уны бәләкәйҙән сыныҡтыра, яуаплы, өлгөр итә. Ике ҡустыһы менән ике һеңлеһен ҡарашыуҙан тыш, уҡыуҙа ла һынатмай – 1-се мәктәпте уңышлы тамалап, техникумда сауҙа хеҙмәткәре һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Сибай ҡалаһында башлай, шунда төпләнә. Тормош ҡорорҙай ишен табып, ике балаға ғүмер бирә.

Ыҡсым ғына буйлы йәш ҡатындың өлөшөнә ҡайһы бер әзмәүерҙәй ирҙәр ҙә күтәрә алмаҫтай ҡайғы төшә. Ул тол ҡала. Өйөндә генә түгел, илдә лә тетрәндергес ваҡиғалар бара – үҙгәртеп ҡороуҙар башлана, рухи ҡиммәттәр алмашына, эшһеҙлек киң тарала... Булғанына шөкөр ҡыла белеүе, кешеләрҙең яҡшы яҡтарын ғына күрергә ынтылыуы йәш әсәгә сабырлыҡ өҫтәй. Һатыусы булғас, көндөҙ күмәк халыҡ менән аралашып, михнәттәрҙән онотолоп торғандай була, ә кистәрен, атайһыҙ ҡалған балаларына ҡарап, йөрәге әрней.

Иң ҡараңғы төн дә яҡты таң менән тамамлана. Бар хәленсә донъя йөгөн тартырға тырышҡан ҡатындың уңғанлығына, кешелеклелегенә ситтән һоҡланып йөрөгән Риза Сабирйән улы уға уртаҡ тормош ҡорорға тәҡдим итә. Бына инде утыҙ йылға яҡын Клара Йәмил ҡыҙын ел-дауылдан һаҡлап, ҡәҙерләп кенә йөрөтә, уның таймаҫ таянысына, ышаныслы юлдашына әүерелә. Сирғәлиндәр ғаиләһенә бәхет өҫтәп, йәнә ике сабый донъяға килә. Шулай итеп, гөл-сәскә яратҡан әсәгә Хоҙай сәскәләй наҙлы дүрт ҡыҙ бала насип итә.

Үҙем юғары белем ала алманым, әммә ҡыҙҙарым уҡыһын өсөн барлыҡ көсөмдө һаласаҡмын, тигән маҡсат ҡуя Клара ханым. Күп физик һәм рухи көс талап иткән һатыу эшенән һуң өйөндә ҡот уйнатырҙай ҡул эштәрен башҡарырға, түрбашта йүгереп йөрөп тәмле ризыҡтар әҙерләргә лә өлгөрә. Ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй торған мәшәҡәтенән тыш, һәр балаһының һәләтен үҙ мәлендә күреп, уларҙы түңәрәктәргә йөрөтөүгә ваҡытын йәлләмәй.

Ниндәй генә белемдәр алыуына ҡарамаҫтан, кешенең, тәү сиратта, рухи яҡтан үҫешкән булыуы, тормошта юғалып ҡалмаҫ өсөн хеҙмәтте яратыуы мөһим икәнлеген дә аңлай төплө аҡыллы әсә. Шуға күрә ҡыҙҙарына йорт эштәрен тигеҙ бүлеп бирә, һәр береһенә бишбармаҡ, сәк-сәк, ҡош теле кеүек милли аштарҙы бешерергә өйрәтә. Эш араһында ипләп кенә “Ете ҡыҙ”ҙы көйләп, башҡорт ҡыҙҙарына хас күркәм сифаттар тураһында һөйләй, йә булмаһа, “Саҡ-Суҡ” бәйетен әйтеп, дуҫ-татыу йәшәүҙең оло бәхет икәнлеген аңлатып бара.

Ауылдан Сибайға йомош менән килгән барлыҡ туған-тыумаса Клара менән Риза Сирғәлиндәрҙең өйөнә туҡталырға тырыша. Кешегә яҡты сырайлы булыу, ҡунаҡҡа ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү, ихласлыҡ кеүек сифаттарға балаларын өйрәтмәйҙәр, улар барыһын да үҙҙәре күреп, күңелдәренә һеңдереп үҫә.

Һөйөүгә төрөнөп, йылы ғаилә усағында наҙланып буй еткергән ҡыҙҙар ата-әсәһенең ышанысын аҡлай. Барыһы ла бер түгел, хатта икешәр юғары белем алыуға өлгәшә. Балаҡайҙарының татыулығына, бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуына, мөһим эштәрҙе бергә килешеп башҡарыуына ҡыуана әсә йөрәге.

Ғүмер гел шулай шатлыҡтарҙан ғына торһа икән ул... Клара Йәмил ҡыҙының тормош баҡсаһын йәмләп, уны бәхет, мәғәнә менән тултырып үҫкән ғәзиздәрҙән-ғәзиз дүрт сәскәһенән өсәү генә тороп ҡала. Өлкән ҡыҙы юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булғандан һуң, яҡындары әйтеүенсә, әсәнең һағышлы күҙҙәренә ҡарауы ҡыйын була. Ошондай хәлдә лә сабырлы ҡатын үҙен ҡулда тота, ғаиләһен тынысландырырҙай һүҙҙәр таба, ҡайғынан арынырға ярҙам итә.

Әсәй булыу – бик яуаплы, ауыр, шул уҡ ваҡытта ҙур бәхет килтереүсе хеҙмәт ул. Шуныһы мөһим: балалары үҙ аллы йәшәй башлағандан һуң да әсә кешенең бурыстары бөтмәй, киреһенсә, ейән-ейәнсәрҙәренең күңелле мәшәҡәттәре менән тулылана. Клара Йәмил ҡыҙының да балалары, әленән-әле шылтыратып, кәңәш һорай йә күңелен, эс серҙәрен бушата. Һәр береһенең кисерештәрен үҙенең сабыр йөрәге аша үткәреп, бай тормош тәжрибәһе йыйған аҡыл бизмәнендә үлсәп, хәстәрлекле әсә ҡыҙҙарына һәр саҡ дөрөҫ йүнәлеш бирә.

Ғәзиз балалары һынатмай, уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Сәкинә ҡыҙы Өфөлә йәшәй, Әбйәлил районы егете Юлай Муллахмәтов менән ике ҡыҙ үҫтерәләр.

Бәләкәйҙән бейергә яратҡан Ғәлиәһе “Байыҡ – 2017” башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың республика телевизион конкурсында беренсе урынды алды. Уның “Яусы” бейеүенә берәү ҙә битараф ҡалмағандыр. Яусы образының уңышлы килеп сығыуында, һис шикһеҙ, Клара Йәмил ҡыҙының да өлөшө бар. Фәҡәт ул ҡыҙҙарына ҡаршылыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа, тәүәккәл, сос булырға өйрәтте бит. Быйылғы йәйҙә Ғәлиә ҡыҙы Заһир исемле Ейәнсура егетенә кейәүгә сыҡты. Йәштәр туйҙарын тирмә ҡороп, милли кейемдәр кейеп, халҡыбыҙ йолаларына таянып үткәрҙе. Улар Өфөлә төпләнергә ҡарар иткән. Ғәлиә баш ҡалалағы ҡунаҡханаларҙың береһендә СПА-салон мөдире булып эшләй.

Иң кесе ҡыҙы Зәлиә Мәскәү ҡалаһын һайлаған. Ҡыҙғынаһын алыҫҡа ебәрергә ҡыҙғанһа ла, ниәтенә ҡаршы торманы. Кинйәкәйе эшендә уңыштар яуларға ла өлгөргән – төҙөлөш компанияһы директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара.

“Әсәй, беҙ үҫкәндә үҙең өсөн ял итергә бер генә минутың да булманы. Һәр беребеҙгә ваҡытыңды, һөйөүеңде тигеҙ бүлдең. Хәҙер үҙеңә ҡәҙер-хөрмәт күрһәткебеҙ килә”, – тип өҙөлөп тора ҡыҙҙары. Йыл һайын әсәләрен йә Мәскәү, Ҡазан ҡалаларына, йә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә сәйәхәткә алып сығалар. Ғаилә байрамдарын үткәреү, туғандарҙы саҡырып аят уҡытыу, ҡышҡылыҡҡа йәшелсә тоҙлау, ҡайнатма әҙерләү кеүек оло-ғара мәшәҡәттәрҙе лә ҡыҙҙар күптән үҙ өҫтөнә алған.

“Әсәйебеҙ һоҡланғыс кеше. Элекке хеҙмәттәштәре, дуҫтары һәм күршеләре уны ихтирам итә, йыш ҡына кәңәш һорап киләләр. Барыһын да тыңлап, тел менән дә, кәрәк саҡта эш менән дә ярҙам итеп ебәрә. Шуға күрә ҡәҙерлебеҙ менән ғорурланабыҙ. Берәйһе беҙҙе әсәйебеҙгә оҡшатһа, шуны оло баһа тип ҡабул итәбеҙ”, – ти Сәкинә, Ғәлиә һәм Зәлиә.

Ҡатын-ҡыҙҙың булмышы шундай – уның күңеле һәр саҡ кемдер хаҡында хәстәрлек күреүҙе талап итә. Йән йылыһы, наҙы менән уртаҡлашмаһа, үҙе лә сәскә атыуҙан туҡтай, гүзәллеген юғалта башлай. Клара Йәмил ҡыҙы ла күңел йылыһын бүлешмәйенсә йәшәй алмай. Ҡыҙҙары таралышып бөткәс, хәҙер ул баҡсаһын бала урынына ҡарай. Ундағы һәр ағас һәм ҡыуаҡ, һәр сәскә хужабикәнең наҙына төрөнгән. Баҡсаһы ла уға йыл мул уңыш менән яуап бирә.

Шулай ҙа бөгөнгө тормошоноң иң татлы мәлдәре – ейәнсәрҙәре Сәфинә менән Сәлиәнең ҡунаҡҡа ҡайтҡан саҡтары. Тиктормаҫ ҡыҙҙар ыңғайына баҫтырыш уйнап, һырғалаҡтан шыуып, ҡабаттан йәшәргәндәй була. Ҡасандыр ҡыҙҙарын тәрбиәләгән кеүек, хәҙер ейәнсәрҙәренә ололарҙы ололарға, сабыр булырға, туғанлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәтә.

Әсә кеше милләт киләсәген тәрбиәләй, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Күмәк бала табыуҙан ҡурҡмаған, уларҙы халҡыбыҙ аҡылына таянып тәрбиәләгән әсәләр күберәк булһа, Башҡортостан да аҫыл ул һәм ҡыҙҙарға бай Гөлбостанға әүерелер.

Нурзиә Хәсәнова.

Читайте нас: