Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
9 Июль 2019, 12:17

Мөхәббәткә сорналһын ғүмер!

8 июлдә билдәләнгән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы район китапханаһына иң шәп ғаиләләрҙе йыйҙы. Матур, өлгөлө балалар үҫтереү, фиҙаҡәр хеҙмәт юлын үтеүҙән тыш был парҙарҙың барыһын да төрлө йылдарҙа лайыҡ булған “Мөхәббәт һәм Тоғролоҡ өсөн” миҙалы ла бәйләй.


Быйыл был үҙенсәлекле, күңелгә тик йылы хистәр һалған наградаға Ишбирҙе ауылынан Нәйлә Нәил ҡыҙы һәм Сәлим Мөхтәр улы Иҫәндәүләтовтар лайыҡ булды. Иҫәндәүләтовтар – бар илдең күрке булырлыҡ пар. Ике балаға бик матур тәрбиә биреп, ҡотло йортта, ауыл биҙәге булып йәшәйҙәр. Әүҙем йәмәғәт тормошо алып баралар. “Иҫәндәүләтовтарһыҙ бер сара ла үтмәй беҙҙә”, – тип йылмая ауылдаштары.
Был тантаналы көндә күркәм ғаиләләрҙе район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев тәбрикләне. “Һеҙҙең өлгөлә йәш парҙар тәрбиәләнә, һеҙ тыуған төйәгебеҙҙең, республикабыҙҙың, илебеҙҙең терәк-таянысыһығыҙ”,-тине район етәксеһе.
Кисәлә матур хәтирәләр менән уртаҡлашыуҙар яңғыраны, замана ғаиләләре, гражданлыҡ никахтары, демографик хәл кеүек мөһим проблемалар ҙа күтәрелде. Шулай уҡ “Йәнгүҙәй” әҙәби берекмәһенең сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Автор фотоһы.
Читайте нас: